София
София (болг. Со́фия; София [ˈsɔfija], грек. σοφία — һөнәр, аҡыл) — ҡала, Болгарияның баш ҡалаһы. София ҡала өлкәһенең һәм уның берҙән-бер Столична общинаһының административ үҙәге.
Ҡала | |||||
София болг. Со́фия | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Кмет |
Йорданка Фандакова | ||||
Элекке исеме |
Сердика, Средец, Триадица | ||||
Майҙаны |
492 км² | ||||
Бейеклеге |
500–699 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
2577 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
(+359) 2 | ||||
Почта индексы |
1000 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
C, CA, СВ | ||||
Рәсми сайт |
sofia.bg (болг.) | ||||
Халҡы — 1,34 млн кеше (2014 йыл). Халыҡтың 95 % этник болгарҙар[2]. Болгарияның көнбайышында, София соҡороноң көньяҡ ситендә, Витоша тау массивының итәгендә урынлашҡан. Климаты уртаса континенталь.
Тимер юл узелы, халыҡ-ара аэропорт, метрополитен (1998 йылдан), трамвай, троллейбус. Софияла дөйөм болгар сәнәғәтенең яҡынса 1/6 өлөшө тупланған (машина төҙөлөшө, металлургия, химия, резина, целлюлоза-ҡағыҙ, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәттәре).
Борон София урынында сердтарҙың фракий ҡәбиләһе йәшәгән, улар б. э. I быуатында Сердика тигән рим атамаһы алған. IX быуаттан Средец тигән исем менән Болгария составында. Һуңыраҡ ҡала Триадица, XIV быуат аҙағында София (изге София сиркәүе буйынса) тип атала. XIV быуатта төрөктәр баҫып ала; XVI—XVIII быуаттарҙа Балҡан ярымутрауында Константинополдән һуң икенсе сауҙа үҙәге. 1879 йылдан — бойондороҡһоҙ Болгарияның баш ҡалаһы.
Тарих
үҙгәртергәБ. э. тиклем VIII быуатта неолит тораһы урынында фракия ҡалаһы барлыҡҡа килә. Уның б. э. тиклем I быуатта баҫып алған римлеләр уға ошо урында йәшәгән фракия ҡәбиләһе атамаһынан сығып Сердика тигән исем бирә. I—IV быуаттарҙа Сердика — Рим провинцияһы Фракияның баш ҡалаһы. Ул император Константин I Бөйөк (306—337 йылдар) яратҡан ҡалаһы була. Император һарайы оҙаҡ йылдар ошонда була һәм ул ошонан тороп империя менән идара итә. Тарихы императорҙың: «Сердика минең Римем» тигән һүҙҙәрен һаҡлаған. Ул бында башта Рим империяһының баш ҡалаһы — «Яңы Рим» булдырырға уйлай, тик стратегик йәһәттән уңайлы урын Византий еңеп сыға. Император Константин I дини реформаһы һөҙөмтәһендә, Сердика епископтың даими торған урынына әүерелә. Бында 343 йылда Изге София сиркәүендә Сердикия соборы барлыҡҡа килә, уны сиркәү I Никейский соборының дауамы тип ҡарай. 357 йылда рим тарихсыһы Аммиан Марцеллин ҡаланы «ҙур һәм яҡын барып булмаҫлыҡ» тип билдәләй.
V—VI быуаттарҙа Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе мәлендә ҡала һундар, готтар һәм башҡа варвар ҡәбиләләре ябырылыуына дусар була. VI быуат уртаһында, император Юстиниан I Бөйөк хакимлыҡ иткән йылдарҙа (527—565 йылдар) , Сердика Триадица исеме аҫтында Византия империяһының мөһим административ үҙәге булып тергеҙелә. Бары тик дини яҡтан ҡала архиепископ хакимлығына ҡарай, үҙәге Prima Justiiniana ауылында (бәлки, хәҙерге Охрид ҡалаһы эргәһендә, Македония), был ерҙә император Юстиниан тыуа.
809 йылдан ҡала Средец (лат. Serdica > иск.-слав. СрѣдьцьСредь) атамаһы аҫтында болгар дәүләтенә инә. Болгария дәүләте тергеҙелгәндән һуң 1185 йылда Средец епискобы митрополит чинына күтәрелә. XIV быуат аҙағынан 1870 йылға тиклем ҡала, бөтөн ил кеүек үк, ғосман хакимлығы аҫтында ҡала. Әле XII—XIII быуаттарҙа үҙ-ара һөйләшкәндә ҡаланы төп — Изге София кафедраль ҡорамынан сығып, София тип йөрөтәләр. IV быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгәнеп, заманса бина ошо уҡ быуаттың аҙағына ҡарай, ул бер нисә тапҡыр төҙөлә. Ләкин рәсми документтарҙа был исем аҫтында XIV быуат аҙағында ғына барлыҡҡа килә.
Ғосман хакимлығы мәлендә ҡала империяның төп үҙәгенә әүерелә. Бында Ғосман империяһының Европа өлөшө менән идара иткән бейлербей Румелия резиденцияһы урынлаша, һөҙөмтәлә Константинополдән һуң икенсе мөһим ҡалаға әүерелә. Был мәлдә Изге София собор сиркәүе мәсеткә әйләндерелә, ә епископ үҙәге булып Изге Марина ҡорамы тора.
Шул уҡ ваҡытта Софияла болгар мәҙәни эшмәкәрлеге үҫешә — XVI быуаттағы София әҙәбиәт мәктәбе; «Бәләкәй изге тау» барлыҡҡа килә, ҡала тирәләй 20 ашыу монастырь урынлаша, уларҙың 20-нән ашыуы бөгөн дә бар. Азатлыҡ хәрәкәтенең мөҡим үҙәге.
1873 йылда, ошонда уҡ үткән суд процесынан һуң, Софияның тирә-яғында болгар милли геройы Васил Левский язалана.
Төркиә ҡыҫыуынан азат булғас һәм болгар дәүләте кире тергеҙелгәс, София баш ҡалаға әүерелә (1879). Был, тәү сиратта, Харьков университеты профессоры, болгар тарихсыһы Марин Дринов ҡаҙанышы. Ул яңы дәүләтте булдырыуҙа (Австро-Венгрия вәкилдәре Велико-Тырновоны баш ҡала итеүгә тауыш бирә) ҙур хеҙмәт күрһәтә. Шуның арҡаһында Софияның халҡы, башҡа болғар ҡалалары менән сағыштырғанда, башлыса эске миграция һөҙәмтәһендә арта.
Физик-географик характеристикаһы
үҙгәртергәСофия Витоша тауы итәгенең төньяҡ өлөшөндә, София соҡоронда урынлашҡан. Ҡала минераль һәм термаль сығанаҡтар менән билдәле.
Климаты
үҙгәртергәСофия яҡынса 43-сө географик киңлектә ята, уртаса йыллыҡ температура 11,4 °C, ҡаланың климаты дымлы континентальный.
Ҡыш һалҡын, һауа торошо йыш алышына, ҡар ҡатламы оҙаҡ ятмай, яҡынса 60 көн. Ел көньяҡтан булғанда +10 °C тиклем йыш йылыта. Ҡаланың төньяҡ-көнсығышынан төньяҡ елдәренә юл асыла, әммә ҡаланың сағыштырмаса түбән киңлектә булыуы һөҙөмтәһендә һауа температураһы һирәк аҫҡа төшә. Бындай ваҡыттарҙа −15 °C, бик һирәк −20 °C һәм түбәнерәк була. Ҡыш башында томандар йыш төшә. Яҙ иртә килә, әммә оҙайлы була. Йәй йылы һәм ҡояшлы. Әммә диңгеҙ кимәленән юғары булғанлыҡтан, Болгарияның башҡа райондарына ҡарағанда йәй һалҡыныраҡ. Июль һәм август айында температура +35 °C тиклем күтәрелә ала. Көҙ ҡыҫҡа.[3] Софияның иң һалҡын икенсе айы булып февраль түгел, декабрь тора. Был шулай уҡ ҡаланың түбән географик киңлеге менән бәйле. Тап декабрҙә ҡояш һауаны насар йылыта, февралдә, киреһенсә, көслөрәк.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 17,8 | 22,0 | 27,5 | 30,3 | 34,0 | 38,0 | 41,0 | 39,4 | 36,1 | 33,9 | 25,5 | 21,3 | 41,0 |
Уртаса максимум, °C | 4,0 | 5,8 | 12,1 | 16,6 | 21,9 | 25,4 | 28,4 | 28,5 | 23,3 | 17,7 | 11,1 | 4,5 | 16,6 |
Уртаса температура, °C | 0,5 | 1,5 | 6,8 | 11,1 | 16,0 | 19,5 | 22,0 | 22,0 | 17,2 | 12,2 | 6,7 | 0,8 | 11,4 |
Уртаса минимум, °C | −3,6 | −2,2 | 1,6 | 5,6 | 10,1 | 13,3 | 15,5 | 15,4 | 11,2 | 6,7 | 2,2 | −2,4 | 6,1 |
Абсолют минимум, °C | −24 | −25 | −16,1 | −6 | −2 | 1,4 | 4,0 | 3,9 | −1 | −6 | −15 | −20 | −25 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 28 | 31 | 38 | 51 | 73 | 75 | 63 | 51 | 38 | 35 | 48 | 40 | 571 |
Сығанаҡ: worldweather.org |
Халҡы
үҙгәртергәСофия ҡала өлкәһендә 1 430 543 кеше йәшәй, был 2015 йылдың 15 ноябрь статистик мәғлүмәттәре буйынса. Был ваҡытҡа ҡаланың үҙендә 1 343 841 кеше (шул иҫәптән Горубляне, Кремиковци һәм башҡа кварталдар ҙа инә). Әммә ваҡытлыса һәм бөтөнләй теркәлмәгән кешеләрҙе иҫәпкә алғанда, төрлө баһалар буйынса ҡалала 1,5 алып 1,8 млн кеше йәшәй.
Мәғлүмәттәр буйынса, 2012 йылда София өлкәһендә йәки София ҡала округында (Столична общинаһы) 1 301 683 кеше йәшәй, шул иҫәптән 621 156 ир-егет (47,5 %), һәм 680 527 ҡатын-ҡыҙ (52,5 %), йәғни 1000 ир-егеткә 1106 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Софияла 1 212 935 кеше йәшәй, 577 355 ир-егет һәм 635 580 ҡатын-ҡыҙ.[4] 2001 йыл мәғлүмәттәре буйынса, иң ҙур район — Люлин (халҡы 110 117), һуңынан Младост (халҡы 95 877), Подуяне (халҡы 75 312) һәм Красное село (халҡы 72 773). Йәш буйынса өҫтөнлөклө төркөм — 18 һәм 64 йәштәр (790 180 кеше), һуңынан 18 йәшкә тиклем (201 202), 65 йәштән өлкән (183 049). Округтағы (общиналағы) халыҡ тығыҙлығы 2012 йылға — км² 966 кеше. Түбәндә халыҡ иҫәбе меңдәрҙә бирелгән.
1870 | 1880 | 1887 | 1892 | 1900 | 1905 | 1910 | 1920 | 1926 | 1934 | 1939 | 1946 | 1956 | 1965 | 1975 | 1985 | 1992 | 2001 | 2005 | 2009 | 2011 | 2013 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
19[5] | 20,5 | 30,5 | 46,6 | 68 | 82,6 | 102,8 | 154 | 213 | 287,1 | 401 | 530,2 | 725,8 | 894,6 | 1 066,3 | 1 201,7 | 1 190,1 | 1 170,8 | 1 231,6 | 1 249,8 | 1 291,6 | 1 309,6 |
Власть
үҙгәртергәОбщина идаралығындағы һайлауҙар буйынса, Столична общинаһы Кметы (мэры)— Йорданка Асенова Фандакова.
Транспорт
үҙгәртергәСофия илдә иң мөһим тимер юл үҙәге; Софиянан поездар 5 йүнәлешкә китә. Ҡала территорияһында 8 тимер юл станцияһы — (Үҙәк тимер юл вокзалы, София-Төньяҡ, Илиянци, Подуене, Искър, Захарна фабрика, Горна Баня һәм Надежда).
2004 йылдың ғинуар — июль айҙарында Үҙәк вокзалы аша 2 323 844 пассажир хеҙмәтләндерелгән, был илдең тимер юл транспорты пассажирҙарының 11,8 % тәшкил итә. Софияла Болгария дәүләт тимер юлдарының идараһы урынлашҡан. София аэропорты эшләй.
1998 йылдың 28 ғинуарында бер линия һәм 5 станциянан торған София метрополитены хеҙмәткә индерелә. 2015 йылға София метрополитенының дөйөм оҙонлоғо 39 км (2 линия, 34 станция). Ҡала пассажирҙар системаһында автобустар, троллейбустар, трамвайҙар, маршрут таксиҙары бар. 2008 йылға ҡалала 95 автобус, 17 трамвай һәм 10 троллейбус маршруты бар.
2004 йылдың 4 июнендә яңы Үҙәк автовокзал асылған.
Мәғариф һәм фән
үҙгәртергәЮғары уҡыу йорттары
үҙгәртергә- Изге Климент Охридски исемендәге София университеты[6]
- Милли һәм донъя хужалығы университеты[7]
- Архитектура, төҙөлөш һәм геодезия университеты
- Техник университеты — София[8]
- Химия-технологик һәм металлургия университеты[9]
- Руда-геологик университеты «Изге Иван Рылски»[10]
- Урман техник университеты[11]
- Медицина университеты — София[12]
- «Васил Левски» исемендәге Милли спорт академияһы[13]
- «Кр. Сарафов» исемендәге Милли театр һәм кино сәнғәте академияһы[14]
- Милли художество академия[15]
- Дәүләт музыка академияһы проф. Панчо Владигеров исемендәге[16]
- Яңы болгар университеты[17]
- Л. Каравелов исемендәге Юғары төҙөлөш училищеһы[18]
- Тодор Каблешков исемендәге Юғары транспорт училищеһы[19]
- МВР академияһы[20]
- Г. С. Раковски исемендәге Хәрби академия[21]
Спорт
үҙгәртергәСофия өс тапҡыр — 1992, 1994, 2004 йылдарҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәреүгә ғариза бирә, әммә өс осраҡта ла Болгария баш ҡалаһының ярышташтарына — Альбервилгә, Лиллехамерға һәм Сочиға өҫтөнлөк бирелә.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәТеатрҙар
үҙгәртергә- Иван Вазов исемендәге Милли театр
- Болгар милли опера һәм балет театры
- Болгар армияһы театры
- Алеко Константинов исемендәге Дәүләт сатира театры
- Николай Бинев исемендәге Йәштәр театры
Музейҙар
үҙгәртергә- Археологик институт һәм музей
- Физик культура һәм спорт музейы
- Социалистик сәнғәт музейы
- Болгарияның милли тарихи музейы
- Милли сиркәү тарихи-археологик музейы
- Болгарияның милли художество галереяһы
- Милли этнографик музей
- «Ер һәм кешеләр» милли музейы
- Милли тәбиғәт белеме музейы
- Сит илдәр сәнғәте милли галереяһы
- Софиялағы хәрби тарих милли музейы
Дин
үҙгәртергәХалыҡтың күпселек өлөшө православие христианлығы динен тота.
- Әрмән Апостол Сиркәүе
- Пресвятая Богородица хөрмәтенә кафедраль соборы[22]
Мәҙәниәт һәйкәлдәре, музейҙар һәм туризм
үҙгәртергәСофия Болгарияның эре туристик үҙәге.
- Изге София сиркәүе (VI быуат)
- Изге Георгий ротондаһы (VI быуат)
- Изге Неделя соборы (София) (X быуат булырға тейеш)
- Боян сиркәүе (XI быуат)
- Ҡара мәсет (XVI быуат)
- Баня Баши мәсете (XVI быуат)
- Изге Александр Невский ҡорам-һәйкәле (1904—1912)
- Рус илселәре сиркәүе (1907—1914)
- Сердика антик ҡәлғәһе
- Болгарияның милли тарихи музейы
- Болгарияның милли художество галереяһы
- Витоша тауындағы Драгалев монастыре
- Болгар батшалары Врана резиденцияһы
- «Изге синод» эргәһендәге милли сиркәү тарихи-археологик музейы
- Милли мәҙәниәт һарайы
- Батша-Ҡотҡарыусыға һәйкәл (Александр II)
- БАН (Болгар Фәндәр Академияһы) эргәһендәге Этнографик институт һәм музей
- БАН эргәһендәге Милли тәбиғи фәндәр музейы
- БАН эргәһендәге Археологик институт һәм музей
- Витоша тауында (2290 м), Витоша милли паркы һәм Боян шарлауығы, бында туризм һәм треккинг практикалана, Европа стандарттарына ярашлы саңғы посты бар.
- «Искар» һәм «Панчерево» һыуһаҡлағысында паруслы һәм ишкәкле спорт һәм балыҡ тотоу ҡаралған.
- София — ул Балҡан йөрәге: Эгей диңгеҙе 300 км, Ҡара диңгеҙ — 400 км, Мәрмәр диңгеҙе — 500 км, Адриатик диңгеҙ — 600 км, альп тауҙары — Рила — 100 км, Пирин — 200 км, Олимп — 400 км йыраҡлыҡта, ә Дунай йылғаһына, Салоники, Афина, Белград һәм Истанбул ҡалалары географик йәһәттән шулай уҡ йыраҡ түгел.
- Легендар рус генералы Гурко һәйкәле. 2013 йылдың мартында асылған[23]
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергә- Санкт-Петербург, Рәсәй
- Алжир (ғәр. مدينة الجزائر), Алжир
- Анкара (төр. Ankara), Төркиә
- Афина (грек. Αθήνα), Греция
- Братислава (словак. Bratislava), Словакия
- Брюссель (франц. Bruxelles, нидерл. Brussel), Бельгия
- Будапешт (мадьярса Budapest), Венгрия
- Ереван (әрм. Երևան), Әрмәнстан (партнёр-ҡала)
- Варшава (пол. Warszawa), Польша
- Киев (укр. Київ), Украина
- Лондон (ингл. London), Бөйөк Британия
- Питтсбург (ингл. Pittsburgh), АҠШ
- Прага (чех Praha), Чехия
- Тель-Авив (йәһ. תֵּל אָבִיב-יָפוֹ), Израиль
- Хельсинки (фин. Helsinki), Финляндия
- Мадрид (исп. Madrid), Испания
- Париж (франц. Paris), Франция (партнёр-ҡала)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GRAO (болг.)
- ↑ Подробнее см. стр. 24 Перепись населения 2011 года . // nsi.bg. Дата обращения: 2013-3-30. Архивировано 4 апрель 2013 года.
- ↑ Местоположение, административно устройство, климат . // sf.government.bg. Дата обращения: 2013-9-9.
- ↑ Население по городам на 31.12.2012 г., Национальный институт статистики 2011 йыл 18 ғинуар архивланған.
- ↑ BULGARIA: urban population
- ↑ Изге Климент Охридски исемендәге София университеты
- ↑ Милли һәм донъя хужалығы университеты
- ↑ Техник университет — София
- ↑ Химия-технологик һәм металлургия университеты
- ↑ Руда-геологик университет «Изге Иван Рылски»
- ↑ Лесотехник университеты
- ↑ Медицина университеты — София 2004 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ «Васил Левски» исемендәге Милли спорт академияһы
- ↑ «Кр. Сарафов» исемендәге Милли театр һәм кино сәнғәте академияһы 2005 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Милли художество академияһы 2004 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ проф. Панчо Владигеров исемендәге Дәүләт музыка академияһы 2004 йыл 15 август архивланған.
- ↑ Яңы болгар университеты
- ↑ Л. Каравелов исемендәге Юғары төҙөлөш училищеһы
- ↑ Тодор Каблешков исемендәге Юғары транспорт училищеһы
- ↑ МВР академияһы 2005 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ Г. С. Раковски исемендәге Хәрби академия 2007 йыл 28 ғинуар архивланған.
- ↑ Армянская Апостольская Церковь отметила 145-летия своего присутствия в Болгарии
- ↑ В Софии открыли памятник легендарному русскому генералу Гурко