Эстәлеккә күсергә

Галактика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
04:03, 5 декабрь 2022 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
NGC 4414, Вероника сәстәре йондоҙлоғондағы спираль галактика, диаметры ≈17 Кпк, Ерҙән ≈20 Мпк алыҫлыҡта

Гала́ктика (бор. грек. Γαλαξίας — һөтлө) — гигант, ҡара материя, йондоҙ-ара газ һәм туҙан, йондоҙҙарҙың гравитация көсө менән бәйле гигант системаһы. Галактика составындағы барлыҡ объекттар дөйөм масса үҙәге тирәләй хәрәкәт итә[1][2][3].

Бөтә галактикалар ҙа (беҙҙекенән тыш) бик алыҫ астрономик объекттар булып тора. Уларҙың иң яҡын арауығы мегапарсектарҙа, ә алыҫтарына — z ҡыҙыл күсеш берәмектәрендә (единица красного смешения) үлсәнә. 2021 йылда билдәле булған иң алыҫ галактика — UDFj-39546284. Күктә ябай күҙ менән дүрт галактиканы ғына күрергә мөмкин: Андромеда галактикаһы (төньяҡ ярымшарҙа күренә), Ҙур һәм кесе Магеллан болоттары (көньяҡта күренә; улар беҙҙең Галактиканың юлдашы) һәм Өсмөйөш йондоҙлоғонда М33 галактикаһы (төньяҡ ярымшарҙан) күренә.[4]. Ғаләмдең күҙәтелгән өлөшөндәге галактикаларҙың дөйөм һаны әлегә тиклем аныҡ ҡына билдәле түгел. 1990 йылдарҙа Хаббл космос телескобы күҙәтеүҙәре нигеҙендә бөтәһе 100 миллиард самаһы галактика булған тип иҫәпләнелә[5]. 2016 йылда был баһа ҡайтанан ҡарала һәм галактикалар һаны ике триллионға тиклем арта.[7] 2021 йылда , «Яңы офоҡтар» космос карабы алған яңы мәғлүмәттәргә ярашлы, галактикалар һаны тағы ла кәмей, хәҙер ул бер нисә йөҙ миллиард тәшкил итә[6].

Арауыҡта галактикалар тигеҙ бүленмәй: бер төбәктә галактикаларҙың тотош бер төркөмөн табырға мөмкин, һәм башҡа урында бушлыҡ булырға мөмкин.

Галактиканың магнит ҡыры бар, уны ғәйәт ҙур энергия кисәксектәре ағымы — космик нурҙар киҫеп үтә. Галактика йондоҙҙары ҡатлаулы һәм шаҡтай төҙөк фигура хасил итеп, уның үҙәге шар һымаҡ ҡалынайып торған яҫы диск рәүешендә күренә.

Галактиканың диаметры 100 меңгә яҡын яҡтылык йылын тәшкил итә (1 яҡтылык йылы — яҡтылык 1 йылда уҙған ара). Диск йондоҙҙарҙың сферик ассистемаһы (гало) менән әйләндереп алынған, уның радиусы 70 мең яҡтылык йылы самаһы. Үҙәк өлкәнән диск ситтәренә табан ғәйәт ҙур спираль тармактар һуҙылған. Галактиканың айырыуса яҡты йондоҙҙары күберәк шуларҙа тупланған. Ҡояш системаһы Галактика дискының симметрия яҫылығында тиерлек, үҙәктән радиустың өстән ике өлөшө самаһы йыраҡлыкта урынашҡан. Ерҙән күҙәтеүсе дискты «ҡабырға» йүнәлешендә ҡараһа, йондоҙҙарҙың тоташ таҫма булып яҡтырып тороуын, бөтә күкте солған алған Ҡош Юлы (Галактиканың икенсе исеме) хасил итеүен күрә. Галактиканың массаһы бик ҙур, сама менән 3•10 41 кг.

Формаһы һәм составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡояш Галактика үҙәге тирәләй 220 млн йыл эсендә әйләнеп сыға. Галактиканың йолдозҙҙар составы ғәйәт күп төрлө. Йондоҙҙарҙың айырым төркөмдәре йәше, химик составы, торошө һәм Галактика үҙәге тирәһендә әйләнеү рәүеше менән бер-берһенән бик ныҡ айырыла. Шул сифатламаға ҡарап, Галактикалағы йондоҙҙар гало, йоҡа диск, ҡалын диск кеүек өс ассистемаға бүленә. Гало ассистемаһын 13—15 млрд йәштәге иң ҡарт йондоҙҙар тәшкил итә. Уларҙа ауыр элементтар Ҡояштыҡына ҡарағанда бер ярым — өс мәртәбә аҙыраҡ һәм улар һуҙынҡы орбита буйынса хәрәкәт итә. Гало үз эсенә тиҫтә меңдәрсә йондоҙҙо эсенә алған гравитацион бәйләнештәге системаларҙы — шар һымаҡ йолдоҙ тупланышларын ала. Ҡояш йоҡа диск (уның ҡалынлығының яртыһы 1 мең яҡтылык йылынан артмай) ассистемаһына керә. Был ассистемалағы йолдыҙҙар 9 млрд йәштән дә ҡарт түгел, улар араһында бөтенләй йәш, бер нимә млн. йәштәге йондоҙҙар ҙа осрай. Был хәл Галактикала йондоҙҙар яһалыу дауам итүен раҫлай. Йоҡа диск ассистемаһындағы йондоҙҙарҙың химик составы Ҡояштыҡы кеүегерәк, улар Галактика үҙәге тирәләй түңәрәккә яҡын орбиталар буйынса хәрәкәт итәләр. Был ассистемага йөззәрсә, меңдәрсә йондоҙҙарҙы, ҡайнар йондоҙҙарҙы, пульсарҙарҙы, рентген һәм гамма нурҙары сығанаҡтарын, йондоҙ-ара газ һәм туҙан болоттарын эсенә алған тарҡау йондоҙ тупланмалары керә. Ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмө (диск ҡалынлығының яртыһы 6 мең яҡтылыҡ йылы самаһы) фәзалағы торошо буйынса уртала, әмма йәше (12—13 млрд йыл) менән ул йоҡа диск йондоҙҙарына ҡарағанда галога яҡыныраҡ.

Галактиканың төзөлөшөн хәҙергесә күҙаллау XX быуаттың 20—30-сы йылдарында Америка астрономдары Х. Шепли һәм Р. Трюмплер тикшеренеүҙәре нәтижәһендә формалаша башлай. Спираль тармактар булыуын 1951 йылда Америка ғалимдәре У. Морган, С. Шарплесс һәм Д. Остерброк иҫбатлай. Галактиканың үҙәк өлкәһенең беренсе һүрәттәрен 1948 йылда совет ғалимдәре В. Б. Никонов, А. А. Калиняк һәм В. И. Красовский инфракыҙыл нурҙарҙа төшөрөп алалар. XX быуаттың 40-сы йылдарында немец астрономы В. Г. Бааде, совет ғалимдәре Б. В. Кукаркин һәм П. П. Паренаго Галактикала төрлө йондоҙ төркөмдәре булыу концепцияһын үҫтерәләр.

Ҡазан университетында Галактиканы өйрәнеү эштәре XIX быуаттың 50-се йыллдарында башлана. 1859 йылда М. А. Ковальский Галактиканың әйләнеше тураһындағы идеяны беренсе булып әйтә һәм фазала Ҡояш хәрәкәтен билдәләү ысулын тәҡъдим итә. Уға бәйһез рәүештә Америка астрономы Д. Б. Эри ла шул ук ысулды тәҡъдим итә (Ковальский-Эри ысулы). XX быуттың 20-се йылданда ғына күҙәтеүҙәр нәтижәсендә Галактиканың әйләнеше раҫлана, 1927 йылда Нидерланд (Голландия) астрономы Я. Оарт Галактиканың әйләнешен тулыһынса иҫбатлай. Ҡазан галимы Ш. Т. Хәбибуллин (1948, В. П. Энгельгардт исемендәге Астрономия обсерваторияһы) Галактикала йондоҙҙар таралыу тығыҙлығын бер нисә йүнәлештә тикшерә. Шунан һуң 1950—80 йылдарҙа Галактикалағы спираль тармаҡтарның торошон һәм рәүешен асыҡлау буйынса тикшеренеүҙәр циклы башлана. 2000 йылда Ҡазан ҡала астрономия обсерваторияһы тарафынан ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмөнөң, гало төркөмөндәге йондоҙҙар кеүек үк, ҡарт булыуын раҫлаған күҙәтеү мәғлүмәте алына.

  1. Sparke L. S., Gallagher III J. S. [1] = Galaxies in the Universe: An Introduction. — 2. — Cambridge University Press, 2007. — 442 с. — ISBN 0521671868. (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2011)
  2. Засов и Постнов, 2006, с. 290
  3. Кононович Э. В., Мороз В. И. 11.1. Объекты, принадлежащие нашей Галактике // Общий курс астрономии / Иванов В. В.. — 2. — М: Едиториал УРСС, 2004. — С. 433. — 544 с. — 3000 экз. — ISBN 5-354-00866-2. (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2011)
  4. Mackie, Glen. To see the Universe in a Grain of Taranaki Sand. Swinburne University (1 февраль 2002). Дата обращения: 20 декабрь 2006. Архивировано 11 август 2011 года.
  5. Кристина Уласович. Астрономы «увеличили» число наблюдаемых галактик в десять раз. N + 1 (17 ғинуар 2017). Дата обращения: 29 ғинуар 2021.
  6. Количество галактик во Вселенной «сократили» с двух триллионов до сотен миллиардов, National Geographic Россия (14 января 2021). 29 ғинуар 2021 тикшерелгән. 2021 йыл 27 ғинуар архивланған.
  • Засов А. В., Постнов К. А. Общая астрофизика. — Фрязино: Век 2, 2006. — 496 с. — 3000 экз. — ISBN 5-85099-169-7, УДК 52, ББК 22.6. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2012)
  • Ю. Н. Ефремов. Постоянная Хаббла. Астронет. Дата обращения: 31 июль 2009.
  • James Binney. Galactic Astronomy. — Princeton University Press, 1998.
  • Terence Dickinson. The Universe and Beyond. — Fourth Edition. — Firefly Books Ltd., 2004.
  • Марочник, Л.С.; Сучков, А.А. Галактика. — Москва: Наука, 1984. — 392 с.