Боярҙар
Бояр (берлектә боя́рин, боя́рыня) — X—XVII быуаттарҙа Болгария, Боронғо Урыҫ дәүләтендә, Галич-Волынь дәүләтендә, Бөйөк Мәскәү кенәзлегендә һәм Рус батшалығында, Бөйөк Литва кенәзлегендә, Сербия, Хорватия, Словения, Молдавия кенәзлегендә, һәм 1864 йылға тиклем Дунай кенәзлектәрендә һәм Румыниялағы феодаль йәмғиәттәрендә тар мәғәнәһендә юғары ҡатлам.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке славян «вельможа», «баяр» һүҙенән үҙләштерелгән, боронғо-урыҫ формаһы бояринъ тигәнгә барып тоташа. Сиркәү-славян телендә боронғо болѧринъ формаһы ла, һуңғыраҡ осор боѧринъ[1]. В памятниках древнерусской письменности чаще встречается написание с основой на бояр-[2].
Төрки сығышлы һүҙ, беренсе тапҡыр дунай-болгар телендә[3][4][5][6] осрай. Шулай уҡ һүҙҙең герман һәм славян сығышылы икәнен фаразларға мөмкин. Славян версияһы буйынса, бояринъ бои (алыш) һүҙенән һәм славян сығышлы.[7][8]. Хәҙерге төрки телдәрҙә төгәл тап килгән миҫал юҡ, күп һанлы фараздар ғына барлыҡҡа килә. Әммә ике вариант иғтибарға лайыҡ: 1) bojla + är (абруйлы + ир); 2) baj + är (бай + ир)[9][10][11]. Бояринъ термины көнкүреш телмәрендә дөйөм хужа мәғәнәһенә эйә баринъ формаһын алған[12]. Скандинавия версияһы буйынса, һүҙҙең нигеҙен скандинав bœr — эйәлек килештә торған bœjar[13][14] — усадьба, ҡаласыҡ, ихата тәшкил итә.
Бояр вариҫтары өлөшләтә дәүләт архивында һаҡланған шәжәрә китаптарына, бояр китаптарына һәм бояр исемлектәренә яҙылған. Күп баярҙар үҙҙәренең уделдарын юғалтҡандан һуң, бөйөк кенәзгә, батшаға, королгә хеҙмәт итеп, шартлы ер держаниелары йәки поместье алған кенәз нәҫелдәренән сыҡҡан булған.
Беренсе Болгар батшалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баярҙар (боляр) тәүге тапҡыр Беренсе Болгар батшалығында барлыҡҡа килә. Баяр тип хәрби юғары ҡатлам вәкилдәрен (аристократия) атағандар. Улар батша ҡарамағындағы советта торғандар һәм өҫтөнлөктәр менән файҙаланғандар.
Боронғо Русь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яғындағы ябай йорттарҙан айырымланған һәм ҡайһы ваҡыт ҡалҡыулыҡта улар өҫтөнән күтәрелгән тәүге нығытылған усадьбалар VIII—IX быуаттарға ҡарай. Археологтар боронғо тормоштоң ярлы эҙҙәре буйынса фекер йөрөткәндә, утарҙа йәшәүселәр ауылдаштарына ҡарағанда икенсе төрлөрәк йәшәүе асыҡлана: усадьбала йышыраҡ ҡорал һәм көмөш биҙәүестәр осрай... Бында 20-30 кеше йәшәгәндер... Тәүге феодаль ҡәлғәләр нәҡ ошондай формала тыуырға, игенселәр мөхитенән славян ырыуҙарының «иң яҡшы ирҙәре», тәүге баярҙар, бүленеп сығырға тейеш булған. VIII—IX быуаттарҙа бөтә Русь буйынса меңәрләгән шундай ихаталар күпләп барлыҡҡа килгән[15]. |
Боярҙар ырыу ҡоролошо тарҡалғанда барлыҡҡа килә, әммә Киев осоронда (IX—XII быуаттар) тәүҙә полюдье зонаһында, ә Киев кенәзҡатыны Ольга менән погостар системаһын төҙөлгәндән һуң — урыҫ Төньяғында хәрби хеҙмәт ер биләүҙең шарты булмай, һалым һалғанда урындағы юғары ҡатлам ҡағиҙәнән тайпылмай. Икенсе яҡтан, периферия көстәренең ҡатнашлығына ҡарамаҫтан, полюдьены йыйыу, уның һөҙөмтәләрен экспортлауҙы тәьмин итеү, кенәз хужалығы менән идара итеү һәм Киев ғәскәре менән етәкселек итеү бурыстары ҡеүәтле административ аппараттың булыуын талап итте, һәм Киев осоронда боярҙар аҫтына кенәздең яҡын көрәштәштәре, өлкән дружина күтәрелгән. А. Е. Пресняков боярлыҡтың килеп сығышын XI быуат башына кенәздең сотниктар (йәки «старцев градских») тәғәйенләүгә күсеүенә һәм Борис Владимировичҡа үҙенең ҡустыһы Святополкты Киевтан ҡыуып сығарырға һәм тәхетте яулап алыу (1015 йылда бәшнәктәргә поход менән барған ваҡытта) тәҡдимендә үҙ аллы боярлыҡ позицияһының тәүге сағылышын күрһәтә. Өлкән дружина веченың иң йоғонтоло өлөшө була. Шулай итеп, Киев осоро боярҙары кенәзгә ер биләмәһенең ҙурлығына ҡарап (кенәз бүләге сығанаҡ булған ер биләмәләренә эйә булһалар ҙа) яугирҙәре булған ер биләүселәр сифатында түгел, ә дружинниктар сифатында хеҙмәт иткән һәм нәҫел буйынса кенәзлеккә тәьҫир итеү хоҡуғына эйә булған. Боярҙар ерҙең нәҫелдән күсә килгән өлөшөнә — абсолют власть биргән аҫабалыҡҡа эйә, әммә крәҫтиәндәрҙең боярҙар файҙаһына феодаль йөкләмәләренең төп сығанағы крепостной хоҡуҡ түгел, ә Владимир XII быуат башына Мономах байтаҡ сикләнгән бурысҡа бәйлелек була.
XIV быуаттың икенсе яртыһынан бөйөк кенәздәрҙең власы нығынғас, хеҙмәтле феодалдар — дворяндар ҡатламы көсәйә башлай. Аҙ ерле кенәздәр ҙә бояр тип атала башлай. Кенәз һарайында ҡайһы бер хужалыҡ вазифалары (мәҫәлән, ат ҡараусы, ыласын ҡараусы, сынаяҡсы, постельничий окольничий, ҡорал йөрөтөүсе һ. б.) биләгән путный баярҙар барлыҡҡа килә. XIV—XV быуаттарҙа үҙәкләштерелгән дәүләт барлыҡҡа килгәс, боярҙарҙың милек һәм сәйәси хоҡуҡтары ярайһы сикләнә; мәҫәлән, XV быуат аҙағында вассалдарҙың сюзерендан китеү хоҡуғы бөтөрөлә.
Көньяҡ-Көнбайыш Русь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галицк-Волынск кенәзлеген бүлгәндән һуң, Галичина ерҙәре поляк тәхетенә күсә. Галицк боярҙакры Романович (Рюриктар) һәм Пясты вариҫтарына, Ягеллондар династияһына, ант итә.
1434 йылда батша Владислав III Варненчик боярҙар һәм поляк шляхтаһының хоҡуҡтарын тигеҙләгән привилегиялар сығара; бынан ары бөтә шляхтасылар һәм магнаттар һалым түләмәгән, ә хәрби хеҙмәт кенә үтәргә тейеш булған. «Бояр» исеме «пан» титулына алмаштырылған[16].
Рус батшалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуатҡа тиклем (үҙәкләштерелгән дәүләт ҡороу) боярҙар кенәздең вассалы булып һаналған һәм кенәз ғәскәрендә хеҙмәт итергә бурыслы булған. Икенсе яҡтан, улар сюзеренын алмаштырыу хоҡуғына эйә булған.
XVI быуаттан алып «ватан буйынса хеҙмәтле кешеләр» араһында иң юғары чин — боярин дәрәжәһе барлыҡҡа килә. Был дәрәжә бөйөк кенәз ҡарамағындағы, һуңыраҡ батша ҡарамағындағы кәңәшмә органы — Боярҙар думаһы ултырыштарында ҡатнашыу хоҡуғы биргән. Бер үк ваҡытта боярлыҡ составында һиҙелерлек үҙгәрештәр була: батша власы үҙәкләштереүгә ҡаршы тороусы боярҙарҙың сығыштарын баҫтырған, бигерәк тә Иван IV батшаның опричнинаһы баярҙарға көслө һөжүм яһаған. XVII быуат аҙағына бик күп бояр нәҫелдәре юҡҡа сыға, башҡалары иҡтисади йәһәттән көсһөҙләнә, титулланған боярҙар түгел, ә дворяндар мөһимерәк була бара. Шуға күрә XVII быуатта 1714 йылда формаль рәүештә бөтөрөлгән нәҫелдән (аҫабалыҡ) һәм поместье ер биләүселәр араһындағы айырма юйыла. 1682 йылда местничествоны бөтөрөү боярҙарҙың йоғонтоһон бөтөнләй ҡаҡшата. Пётр I бояр исемен (иҫке система урынына Рангтар тураһында табель булдырған) рәсми рәүештә бөтөрмәй, XVIII быуат башынан был исемде биреүҙең 4 осрағы: П. М. Апраксин, Ю. Ф. Шаховский, П. И. Бутурлин теркәлә. 1725 йылда Екатерина I С. П. Нелединский-Мелецкийға һуңғы урыҫ бояры дәрәжәһен бирә. Бояр исеменә эйә иң һуңғы оҙон ғүмерле кеше 1750 йылдың 27 ғинуарында вафат булған кенәз Өлкән Иван Трубецкой була.
Бояр чиндары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Михайлович батшалыҡ иткән осорҙа, моғайын, местничество юҡҡа сығарылғандан һуң, «34 баҫҡыс буйынса баярҙарҙың, окольничийҙарҙың һәм дума кешеләренең хеҙмәт дәрәжәһе тураһында» устав проекты төҙөлә. Әммә уны раҫлау тураһында указ булмаһа ла, устав проекты, тарихсылар фекеренсә, ул саҡтағы вазифа һәм ҡалаларҙың өлкәнлеге тураһында төшөнсәне фотоға төшөргән кеүек:
Бояр чиндары:
- Боярин һәм уның менән бергә 12 бояр һәм Дума кешеһе - батшалыҡ иткән Мәскәү ҡалаһының барлыҡ судьялары өҫтөнән вәкил.
- Боярин һәм дворовый воевода — һуғыш ваҡытында Батшаны яҡлау, шунан хәрби околичностар хаҡында ҡайғыртыу уның бурысы булған.
- Боярин һәм Владимир наместнигы — дәүләт эштәре кәңәшмәһенә (совет) баярҙар һәм дума кешеләре саҡырылғанда, батша палаталарында беренсе ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Северск разрядлы воевода — сиктәрҙе һаҡлау маҡсатында Северскиҙа торған.
- Боярин һәм Новгород наместнигы — наместниктар араһында икенсе ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Владимир разрядлы воевода — Владимирҙа була һәм дошманға ҡаршы барырға әҙер булған Дәүләт атлы һәм йәйәүле ғәскәрҙәрен ойошторған.
- Боярин һәм Ҡазан наместнигы — наместниктар араһында өсөнсө ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Пехота буйынса Боярин — төрлө хәрби ҡорамалдарға эйә булған пехота полктары төҙөй.
- Атлы ғәскәр буйынса Боярин — ниндәй чиндағы нисә «атлы яугир», ҡайһы поместьеларҙан һәм аҫабалыҡтарҙан хеҙмәт иткәнен белгән.
- Боярин һәм дворецкий — Тәүге боярин һәм дворецкий Михаил Фёдорович Сабуров 1465 йылда вафат була. Һуңғыһы - Богдан Хитрой. Боярин менән дворецкийға бөтә батша һарайы хеҙмәткәрҙәре лә буйһонған. Боярин һәм дворецкий Оло һарай приказы менән идара иткән, баш судья булған, үҙенә буйһонған кешеләрҙе һайларға, Оло һарай килем алған ерҙәр менән эш итергә хоҡуҡлы булған. Удел кенәзлектәрендә үҙҙәренең боярҙары, дворецкийҙары булған. Иван IV уларҙы Мәскәү боярына һәм дворецкийына буйһондорған. Уларҙың вазифалары кенәзлек исеме буйынса яҙылған, мәҫәлән, Новгород боярин һәм дворецкийы. Был вазифалар Михаил Фёдоровичҡа тиклем булған. Ошо осорҙа кенәз һарайҙары Мәскәүҙәге Оло Һарай менән берләштерелгән. Вазифа бурыстарына табын ваҡытында батша алдында тороу, батша палаталарында илселек ҡабул иткәндә чиндар ойоштороу бурысы ингән. Алексей Михайлович осоронда Мәскәүҙең Оло һарайы бөтөрөлгән, боярин һәм дворецкий вазифаһы кравчий вазифаһына алмаштырылған.
- Боярин һәм Астрахань наместнигы — наместниктар араһында дүртенсе ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Новгород разрядлы воевода — Бөйөк Новгородта батшалыҡ сиктәрен һаҡлаған.
- Боярин һәм Псков наместнигы — наместниктар араһында бишенсе ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Ҡазан разрядлы воевода — Ҡазанда атлы һәм йәйәүле ғәскәрҙәрен ойошторған.
- Боярин и наместник Смоленский — батша палаталарындағы наместниктар араһында алтынсы ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Астрахань разрядлы воевода — Астраханда ат һуғышы ойошторған һәм татар, ҡалмыҡ хәрбиҙәрен күҙәткән.
- Боярин һәм оружейничий (ҡоралсы) — Батшаның ҡоралы һәм ҡорал бүлмәһен ҡарап тотҡан, шулай уҡ ҡорал оҫталары һәм рәссамдар менән етәкселек иткән. Тәүҙә был вазифа оружейничий (ҡоралсы) тип аталған. 1677 йылдан алып был вазифаға боярҙар тәғәйенләнә башлай, һәм ул Боярин һәм оружейничий тип атала башлай. Беренсе боярин һәм оружейничий (ҡоралсы) Григорий Гаврилович Пушкин була. 1690 йылда вазифа бөтөрөлә. Пётр Васильевич Шереметев һуңғы боярин һәм оружейничий булған.
- Боярин һәм Себер разрядлы воевода — Себерҙә себер, ҡалмыҡ һәм татар атлы ғәскәрҙәрен ойошторған.
- Боярин һәм Смоленск разрядлы воевода — Смоленск разрядлы атлы һәм йәйәүле ғәскәрҙәрен ойошторған.
- Боярин һәм Тверь наместнигы — батша палаталарындағы наместниктар араһында етенсе ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Рязань разрядлы воевода — Переславль-Рязанскиҙа атлы һәм йәйәүле ғәскәрҙәрен теҙгән.
- Боярин һәм Югра аместнигы — батша палаталарындағы наместниктар араһында һигеҙенсе ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Белгород полкы воеводаһы — Белгородта поляк далаларынан сикте һаҡлаған.
- Боярин һәм Бөйөк Пермь наместнигы — батша палаталарындағы наместниктар араһында туғыҙынсы ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Батша ғали йәнәптәренең Днепрҙың ике яғының тоғро подданныйы гетман Иван Самойлович бөтә Запорожье ғәскәре менән бергә Батурин ҡалаһында торған.
- Боярин һәм Вятка наместнигы — батша палаталарындағы наместниктар араһында унынсы ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Боярин һәм Тамбов разрядлы воевода — Тамбов ҡалаһында поляк далаларынан сиктәрҙе һаҡлаған.
- Боярин һәм Болгария наместнигы — батша палаталарындағы наместниктар араһында ун беренсе ултырғысҡа хоҡуҡлы була.
- Бояр наместниктары: Түбәнге Новгород, Рязань, Ростов, Ярославль, Белозёрский, Удорский, Обдорский, Кондин һәм Суздаль[17].
- Боярин һәм хеҙмәтсе. Татищев был чинды беренсе Министр менән сағыштыра. Кенәз Щербатов фекеренсә, «Боярин һәм хеҙмәтсе» чины тәүге тапҡыр 1562 йылда барлыҡҡа килгән. Кенәз Михаил Иванович Воротынский тәүге боярин һәм хеҙмәтсе була. Г. П. Успенский фекеренсә[18], Польшанан Иван IV-гә хеҙмәткә килгән кенәз Коркординов Иван Юрьевич тәүге боярин һәм хеҙмәтсе булған. Иван Забелин «Домашний быт русских царей в XVI и XVII столетиях» тигән китабында[19] слуга (хеҙмәтсе) исеменең юғары награда булыуы хаҡында хәбәр итә. Страдать за Русскую землю боронғо әйтеме служить государю тигән менән алмаштырылған.
- Боярин һәм конюший. Борис Годунов боярин һәм конюший (аттар өсөн яуаплы) булған, шуға күрә сит ил яҙыусылары яңылыш боярин һәм конюший вазифаһын боярҙар өсөн иң юғары вазифа тип иҫәпләгән. Бөтә батша аттары һәм заводтары боярин һәм конюший ҡарамағында булған. Йылҡысылыҡ заводтарының ҡайһы берҙәренә тотош улустар ҡараған. Инглиз илсеһе Флетчер мәғлүмәттәре буйынса, ябай боярҙарҙың килеме йылына 700 һумдан артмағанда, Борис Годуновтың конюший вазифаһында йыллыҡ килеме 12 мең һум тәшкил иткән. 1496 йылда беренсе конюший итеп Андрей Фёдорович Челяднин тәғәйенләнә. Һуңғыһы - Александр Никитич Романов. Шунан һуң был урын конюший тип атала башлай.
Боярҙар һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батшалыҡ осоро | Боярҙар һаны, кеше |
---|---|
Иван III | 5-тән 21-гә тиклем |
Василий III | 38-гә тиклем |
Иван Грозный | 48-гә тиклем |
Фёдор I Иоаннович | 25-кә тиклем |
Борис Годунов | 26-ға тиклем |
Лжедмитрий I | 41-гә тиклем |
Василий Шуйский | 36-ға тиклем |
Ете бояр хакимлығы | 30-ға тиклем |
Михаил Фёдорович | 28-гә тиклем |
Алексей Михайлович | 33-кә тиклем |
Фёдор III Алексеевич | 1676 йылда 47-гә тиклем |
Пётр I | 1686 йылда 70-кә тиклем 1691 йылда 26-ға тиклем |
Котошихин Григорий Карпович, Алексей Михайлович осороноң хәлен тасуирлап, 16 баяр ырыуы вәкилдәре «баярҙарҙа була, ә окольничийҙа булмай», тип хәбәр итә, йәғни үҙҙәренең бөйөклөгө арҡаһында, аралыҡ чины окольничийҙан аша, стольниктарҙан бояр дәрәжәһенә лайыҡ булған ти[20].
Бояр прапорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Прапор — оҙон ҡойроҡло бәләкәй байраҡ, юғары ҡатлам кешеләренең шәхси билдәһе. Рәсәйҙә прапорҙар XVI быуаттан да алда барлыҡҡа килмәй, башта уларҙы боярҙар ҡуллана. Баяр прапорҙары империя прапорҙары өлгөһөндә яһалған, ләкин үҙәктә хужаһының теләге буйынса шәхси һәм нәҫел мисәттәре йәки башҡа билдәләр һүрәтләгән. Бояр прапорҙары ике типта: ҙур һәм бәләкәй булған. Ҙур бояр прапорҙары хәрби походта воевода алдында йөрөтөлгән. Бәләкәй прапорҙар, баяр сатыры өҫтөнә ҡуйылып, баяр ылауында барған. Бояр прапорҙары (һәм яҡын кешеләрҙең прапорҙары) шулай уҡ илселәр съездарында һәм хәрби әсирҙәрҙе алмаштырыу буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡулланылған[21].
Валахияла һәм Молдовала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дьяченко Г. Полный церковно-славянский словарь. — М., 1993. — С. 56: (болѧринъ); С. 57: (боѧринъ).
- ↑ Львов А. С. Лексика «Повести временных лет». — М.: Наука, 1975. — С. 213.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка / Под. ред. О. Н. Трубачёва. — М., Прогресс, 1986. — Т. I. — С. 203.
- ↑ Slovník jazyka staroslověnského. — Praha, 1958. — Т. I. — C. 136.
- ↑ Български етимологичен речник. — София: Българската академия на науките, 1971. — Т. 1. — С. 66.
- ↑ Черных П. Я. Историко-этимологический словарь современного русского языка. — М.: Русский язык, 1993. — Т. 1. — С. 106.
- ↑ Шанский Н. М. Этимологический словарь русского языка. — М.: Московский университет, 1965. — Т. I. — Вып. 2. — С. 181—182.
- ↑ Цыганенко Г. П. Этимологический словарь русского языка. — К.: Радянська школа, 1989. — С. 39.
- ↑ Малов С. Е. Тюркизмы в языке «Слова о полку Игореве» // Известия Отделения литературы и языка АН СССР. — 1946. — Т. V. Вып. 2. — С. 137—138.
- ↑ Баскаков Н. А. Тюркская лексика в «Слове о полку Игореве». — М.: Наука, 1985. — С. 156.
- ↑ Черных П. Я. Историко-этимологический словарь современного русского языка. — М.: Русский язык, 1999. — Т. I. — С. 106.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка / Под. ред. О. Н. Трубачёва. — М., Прогресс, 1986. — Т. I. — С. 127.
- ↑ [slovar.cc/enc/bse/1979711.html БОЯРЕ] (рус.), Словари, энциклопедии и справочники - бесплатно Онлайн - Slovar.cc. 10 ноябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Клейнер Ю.А. Боярин: барин - дворянин // Восточная Европа в древности и средневековье : политические институты и верховная власть : XIX Чтения памяти члена-корреспондента АН СССР Владимира Терентьевича Пашуто, Москва, 16-18 апреля 2007 г. : материалы конференции / [редкол.: д.ист.н. Е.А. Мельникова (отв. ред.) и др.]. — Москва : Институт всеобщей истории РАН,.. — 2007. — С. 103—108.
- ↑ Рыбаков Б. А.. Киевская Русь и русские княжества XII—XIII вв., Москва, Наука, 1993.
- ↑ Тлущак Ю. М., Тлущак А. Ю. «ІСТОРИКО-ПРАВОВІ ВИТОКИ УКРАЇНСЬКИХ НАЦІОНАЛЬНИХ ТРАДИЦІЙ У СФЕРІ ОПОДАТКУВАВАННЯ (ПОЛЬСЬКО-ЛИТОВСЬКА ДЕРЖАВА)» 2014 йыл 21 февраль архивланған. с. 31.
- ↑ Сост. В. И. Чернопятов. Дворянское сословие Тульской губернии. Т. 12. (21). Генеалогические материалы. М. Тип: А. П. Петцмана. 1915 г. Краткий перечень чинов и должностей Руси Киевского и Московского периодов. Бояре. стр. 2 — 9.
- ↑ Успенский Г.П. Опыт повествования о древностях русских. — Харьков, 1811. — С. 156, 280—281.
- ↑ Забелин И.Е. Домашний быт русских царей в XVI и XVII столетиях. — М.: Товарищество типографии А. И. Мамонтова, 1895. — 782 с.
- ↑ Котошихин . Дата обращения: 19 август 2012. Архивировано 1 апрель 2022 года.
- ↑ Русские старинные знамёна.//Древности русского государства. Дополнения к III отделению. Сост. Лукиан Яковлев. Москва. Синодальная типография. 1865. стр. 101—102
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багалей Д. И. Бояре // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бояре // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Веселовский С. Б. Исследования по истории класса служилых землевладельцев. — М.: Наука, 1969.
- Зимин А. А. Формирование боярской аристократии в России во второй половине XV - первой трети XVI в. — М.: Наука, 1988.
- Успенский Г.П. Опыт повествования о древностях русских. — Харьков, 1811.
- Саракаев М. О. Галичская шляхта. М.2005
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бояре. Энциклопедия боярских родов 2022 йыл 7 октябрь архивланған.
- Информационная полнотекстовая система «Боярские списки XVIII века»
- Социально-экономическое развитие Киевской Руси IX — нач. XIII вв.
- Старинные служилые чины и звания
- Тяжёлая боярская конница
- Боярство, бояре . Сайт ХРОНОС. Дата обращения: 11 февраль 2009.
- Боярин . ФЭБ "Русская литература и фольклор". Энциклопедия «Слова о полку Игореве». Дата обращения: 28 ноябрь 2009.