Бөйөк Төрөк һуғышы
Бөйөк Төрөк һуғышы | |||
| |||
Дата |
1682—1699 | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Балҡан ярымутрауы, Ҡырағай ҡыр | ||
Сәбәбе |
Вена алышы | ||
Нәтижә |
Коалицияның еңеүе: | ||
Үҙгәрештәр |
| ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
| |||
Бөйөк Төрөк һуғышы Викимилектә | |||
Бөйөк Төрөк һуғышы (Төркиәлә «Изге лига һуғышы» булараҡ билдәле (төр. Savaşları Kutsal Ittifak)) — 1682—1699 йылдарҙа Ғосман империяһы һәм Изге Рим империяһы (Габсбург Австрияһы), Речь Посполитая, Рус батшалығы, Венеция республикаһы һәм Мальта ингән христиан Европа дәүләттәре союзы (Изге лига) араһында барған эҙмә-эҙлекле хәрби конфликттар.
Һуғыш Үҙәк Европаның күп өлөшөн төрөктәрҙән азат итеү һәм уларҙың хәрби ҡеүәтенең ныҡ көсһөҙләнеүе менән тамамланған.
Балҡанда барған төп австрий-төрөк һуғышынан тыш: польша-төрөк, рус-төрөк (1686—1700) һәм Морей һуғыштары Бөйөк Төрөк һуғышының өлөштәре булған.
Һуғыштың тәүшарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1654—1667 йылдарҙағы рус-поляк һуғышы һөҙөмтәһендә хәҙерге Украина биләмәһе Рус батшалығы һәм Речь Посполитая араһында бүленгән булып сыға. Украинаның уң яры гетманы Пётр Дорошенко, үҙ власы аҫтында бөтөн Украинаны берләштерергә ынтылып, 1666 йылда үҙен төрөк солтанының вассалы итеп таныған. Был Ғосман империяһының Украиналағы ваҡиғаларға йәлеп ителеүенә килтерә. Речь Посполитаяның Төркиә вассалына ҡаршы ғәскәрҙәр ебәреүенә яуап итеп, 1672 йылда Ғосман империяһы уға ҡаршы һуғыш башлай, һуңынан Төркиә Подольеһын яулаған. Төбәктә көстәр балансының үҙгәреүе ваҡиғаларға Рәсәйҙе лә йәлеп итә, һәм 1681 йылда Баҡсаһарайҙа 20 йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамланған яңы Рус-төрөк һуғышына (1676—1681) сәбәпсе була.
Ул арала өс өлөшкә бүленгән Венгрияла көсөргәнешлек өлгөрөп еткән була. Изге Рим империяһы императоры Леопольд I "Король Венгрияһы"нда конституция хөкүмәтен абсолют идараға алмаштырырға маташҡан, шулай уҡ контрреформация сәйәсәтен әүҙем үткәргән. Үҙҙәренең ғәмәлдәге хәле менән ҡәнәғәт булмаған урындағы венгр-протестанттарға төрөктәрҙең түҙемлеге Габсбургтарҙың тар фекер йөрөткәненә ҡарағанда өҫтөнөрәк тойолған, һәм улар Ғосман империяһының вассалы булған Трансильвания кенәзлегендә һыйыныу табырға тырыша.
1678 йылда Венгрия дворяны-кальвинисы Имре Тёкёли протестанттар лидеры итеп һайлана һәм Үрге Венгрия биләмәһенең бер өлөшөн үҙенә буйһондора. Был ваҡытҡа Леопольд Венгрияла үҙ сәйәсәтенең контрпродуктив булыуын аңлай башлай һәм 1680 йылда Текёли менән килешеү төҙөй, ә 1681 йылдың майында конгресс йыйып, унда билдәле бер кимәлдә урындағы автономияны тергеҙергә һәм дини мәсьәләләрҙә сабырлыҡ ҡарашы булдырырға тәҡдим итә. Тёкёли был ултырыштарға барыуҙан баш тартҡан һәм Төркиә солтанына берлектә эш итеүҙе һорап мөрәжәғәт ебәргән. 1682 йылдың башында Имре Тёкёли Ғосман империяһының вассалы тип таныла.
1684 йылда Габсбург менән Ғосман империяһы араһында төҙөлгән Вашвар тыныслыҡ килешеүенең ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған, һәм Габсбург илсеһе уны оҙайтыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға килгәс, төрөктәрҙең был мәсьәләне ҡарарға әҙер булмауын асыҡлай. Алғы һыҙыҡта Тёкёли ярҙамына таянып, Рәсәй менән тыныслыҡ булдырып һәм Речь Посполитаяны көсһөҙләндереп, төрөктәр Габсбургтарға һөжүм итеү өсөн уңайлы хәлдә булыуҙарын аңлаған.
Һуғыш барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрөк һөжүме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрөк армияһы иң уңайлы осорҙа походҡа сыҡҡан, һәм 1683 йылдың 3 майында ул Белградта булған. Армия менән солтан Меһмет IV лә була. Дунай буйлап, юл дауамында Тёкёли көстәре менән ҡушылып, Ҡырым ханы ғәскәрҙәре хәрәкәт иткән.
Тәүге планға ярашлы, бөйөк вәзир Мерзифонлы Ҡара Мостафа паша Дьёрҙы алырға тейеш ине, әммә армия был ҡәлғә алдында ойошторолған лагерҙа уҙғарылған кәңәшмәлә Мостафа паша, ҡәлғә күҙалланғандан көслөрәк булып сыҡҡанын аңлағандан һуң, Дьёрҙы ҡамап ғәскәрҙәрҙе юғалтҡансы, туранан-тура Венаға йүнәлер кәрәк, тип белдерҙе.
1683 йылдың 14 июлендә төрөктәр Венаны артиллерия утына тотҡан. Габсбургтарға ярҙамға ашығыс рәүештә Речь Посполитая короле Ян Собеский сыға һәм 1683 йылдың 12 сентябрендә уның етәкселегендә Австрия, немец һәм поляк отрядтары составында союздаш ғәскәр Вена янында төрөк армияһын тар-мар итә. Был еңелеү төрөктәрҙең яйлап Үҙәк Европанан сигенеүенә башланғыс биргән.
Изге лиганың һөжүм итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1684 йылда Австрия, Речь Посполитая һәм Венеция составында төрөктәргә ҡаршы йүнәлтелгән Изге лига булдырыла. 1686 йылда Речь Посполитая менән Мәңгелек тыныслыҡ килешеүе төҙөгәндән һуң, Изге лигаға Рәсәй ҙә ҡушыла.
1684 йылда австрийҙар Венгрияға һөжүм башлай: улар Вышеград менән Вацты ала һәм Буданы ҡамай. 1685 йылда төрөктәр Вацты кире ҡайтарған, ләкин Эстергомды яулап ала алмаған, һәм 20 йыл элек кенә төҙөлгән Уйвар провинцияһын улар бөтөнләй юғалтҡан. Шул арала һуғышҡа Венеция Республикаһы ҡушылған, һәм уның ғәскәрҙәре Мореяны баҫып ала башлаған.
Ғосмандарға ҡаршы һуғыш Европа матбуғатындағы мәғлүмәт һуғышы менән оҙатыла. Миҫал өсөн, Европа гәзиттәре солтандың Европа властарына йүнәлтелгән янауҙар һәм кәмһетеүҙәр менән тулы ялған хаттар тарата[7]. Агитация материалдарының башҡа төрө — Ғосман империяһының тиҙҙән емереләсәген раҫлаусы ялған билдәләр һәм күрәҙәлек-рисаләттәр булған[8].
1686 йылғы кампания Ғосман империяһы яҙмышына хәл иткес йоғонто яһай. 2 сентябрҙә Буда ауған, ә ҡышҡылыҡҡа, төрөктәр Белградҡа ҡышҡы фатирға күскәс, австрийҙар Трансильванияның ҡайһы бер ҡәлғәләрендә үҙ гарнизондарын урынлаштыра алды. 1686 йылда еңелеүҙәр күләме шул тиклем ҙур булған, хатта Ғосман империяһы, тарихында тәүге тапҡыр, үҙ дошмандары менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға маташҡан, ләкин был бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаған.
Төрөк ғәскәрҙәренең ихтилалы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1687 йылдың йәйендә бөйөк вәзир Һары Сөләймән паша Белградта ғәскәрҙәр менән булғанда, Изге лига ғәскәрҙәре Осиескиға һөжүм итеүе хаҡында хәбәр килә. Лига ғәскәрҙәре ҡаршылыҡ күрһәтеп, төрөктәр дошмандың төньяҡҡа сигенгән частарын эҙәрлекләй башлаған, ләкин 1687 йылдың 12 авгусында Сөләймән паша Мохач һуғышында (төрөктәр 1526 йылда танылған Мохач алышында еңеү яулаған урында) еңелгән. Төрөк армияһының ҡалдыҡтары Петроварадинға сигенә, ләкин Петроварадин ҡәлғәһенә һөжүм итеү өсөн Дунай йылғаһы аша сыҡҡанда ҡот осҡос дауыл башлана, һәм төрөк ғәскәрҙәре, фетнә күтәреп, солтанға ялыуҙарын еткереү өсөн Истанбулға йүнәлә. Армия командующийы вазифаһына үҙ кандидаты итеп улар Алеппо губернаторы Абаз Сиявуш пашаны тәҡдим итткән. Истанбулға барып еткәс, ғәскәрҙәр Меһмет IV-не тәхетенән ҡолатып, Сөләймән II-не яңы солтан итеп ултыртҡан.
Ғәмәлдәге ғосман армияһы фронттан сығып Истанбулға киткәс, ҡәлғә гарнизондары яҙмыш ҡосағына ташланған хәлдә, ҡамауға алған Изге лига көстәрен үҙҙәре еңеп сығырға тейеш була. 1687 йылдың ҡышы дауамында һәм 1688 йылдың тәүге айҙарында Габсбургтар аҙ яҡланған сик буйында еңеү яулаған һәм уңышҡа өлгәшкән, Эгерҙе яулаған. Истанбулда ҡышҡы айҙарҙың көрсөгө һөҙөмтәһендә 1688 йылғы кампанияға әҙерлек өҙөлгән. Ғосман империяһының хәрби иҡтисады тәртипһеҙ хәлдә булған. Нидерланд илсеһенең аралашсылығы арҡаһында тыныслыҡ тураһында һөйләшергә тырышҡандар, әммә был һуғышты туҡтатмаған. 1688 йылда Ғосман империяһы кисергән иң көслө ҡайғы 8 сентябрҙә Белградты юғалтыу булған. Белградты Лига ғәскәрҙәре Белградты алғандан һуң Истанбулға тура юл асылған.
Был мәлдә Ғосман империяһынан ситтә булған ваҡиғалар һуғыш барышына йоғонто яһай башланы. Австрийҙарҙың Белград янындағы еңеүенән һуң француз короле Людовик, егерме йыл буйы император Леопольд менән татыулыҡты һаҡларға вәғәҙә биргән 1684 йылғы тыныслыҡты емереп, Курпфальцка бәреп инә. Аугсбург лигаһының яңы башлаған һуғышы Габсбургтарҙың ресурстарын Ғосман империяһы менән һуғыштан ситләтә.
1689 йылғы кампания
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ләкин тыныслыҡ һөйләшеүҙәре бик үк яҡшы бармағанлыҡтан, солтан Сөләймән II үҙенең антына тоғро ҡалырға һәм шуға күрә батша ғәскәрҙәре башында торорға тура килә. Солтан армия менән бергә Софияға килә, унда губернатор вазифаһын биләгән ғәрәп Рәжәп паша баш командующий итеп тәғәйенләнә. Француз илсеһе Ғосман империяһы менән Изге лига араһында тыныслыҡҡа ҡул ҡуйыуҙың барлыҡ ынтылыштарын туҡтата, бының урынына Ғосман империяһы менән Франция араһында союз тәҡдим итә. Элекке бөйөклөктө тергеҙеүгә өмөт иткән төрөктәр тыныслыҡ төҙөү мөмкинлегенән мәхрүм була.
Төрөк ғәскәрҙәре август аҙағында Белградҡа килеп еткәс, дошман етеп килә тигән хәбәр таралды. Рәжәп паша ҡул аҫтындағыларға дошманды эҙәрлекләргә ҡуша, ләкин дошман хәрәкәт йүнәлешен үҙгәртә, һәм төндә эҙәрлекләүселәр дошман уты аҫтына эләгә, маневр яһау мөмкинлеген юғалта һәм, ауыр ҡорамалдарын ташлап, Нишаға сыға, унан Софияға сигенә башлай. Сентябрь аҙағында, Ғосман ғәскәрҙәре Нишава йылғаһы аша күперҙе һаҡлай алмауынан файҙаланып, Австрия ғәскәрҙәре Ништы ала. Ҡаланың ҡолауы Рәжәп пашаны язалап үлтереүгә сәбәпсе булған. Ништы алғандан һуң австрийҙар Валахияла яңы фронт аса һәм господарь Константин Брынковян көсөн ҡыҫырыҡлап сығарғанға тиклем Бухарест йүнәлешенә юл ала. Австрия ғәскәрҙәре Ғосман империяһының тылдарына рейдтар ойоштора һәм Скопьеға тиклем үтеп инә.
Фазыл Мостафа паша кампанияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1689 йылдың 25 октябрендә Ғосман империяһы юғары руханиҙарының осрашыуы була. Улар бөйөк вәзир Фазыл Мостафа Көпрүлү пашаны вазифаһына кире ҡайтарырға кәрәк тигән һығымтаға килә. Яңы бөйөк вәзир Голландия һәм инглиздәр тәҡдим иткән аралашсылар тырышлығынан баш тартып, яңы хәрби кампанияға әҙерләнә башлаған. Австрия фронтында армия янычарҙар баш командующийы Коджа Мәхмүт ағаға йөкмәтелә. Мысырҙан һәм башҡа Төньяҡ Африка провинцияларынан ғәскәрҙәр саҡырыла, империялағы мосолман халҡының дөйөм мобилизацияһы иғлан ителә. Анатолия һәм Румелияның ултыраҡ һәм күсмә ҡәбиләләре ағзаларын саҡырыу радикаль ҡарар була. Һөҙөмтәлә 1690 йылда Ғосман армияһы йәнә еңеү яулай башлай.
Тәүҙә өс көнлөк ҡамауҙан һуң Софияға барған юлда Ништан көньяҡ-көнсығыштараҡ торған Пирот ҡәлғәһе алына. Ниш, оҙағыраҡ ҡаршы торһа ла, 1690 йылдың сентябрендә емерелә. Әммә Нишава буйындағы юл Белградҡа алып барған юлдарҙың береһе генә булған. 1690 йылдың башында ҙур төрөк армияһы терәк пункттар сылбыры менән ышыҡланған Дунай үҙәне буйлап икенсе юлдан барған. Видин, Смедерев, Голубеч алына, һуңғараҡ 8 октябрҙә һәләк булған Белград та ҡамала. Көслө ямғырҙар һәм ҡышҡы һауа торошо Төркиәнең төп армияһына Осиекты ҡамаған губернатор Босния көстәренә ҡушылыу өсөн Дунай буйлап артабан хәрәкәт итергә мөмкинлек бирмәй. Француз-төрөк альянсы сиктәрендә Истанбулға француз сапёрҙары һәм канонирҙары килгән, улар тиҙ арала Белград ҡәлғәһен тергеҙә. 1690 йылда Венгрияла урынлашҡан Надьканиж ҡәлғәһе Ғосман империяһының берҙән-бер юғалтыуы булған.
Габсбургтар бар көсөнә Белградты ҡайтарырға тырышҡанлыҡтан, Фазыл Мостафа паша, Белградҡа яҡынлар алдынан, уларҙың сигенеү юлын киҫер өсөн, тиҙ генә ҡаршы тороу хәрәкәттәрен планлаштыра. Төп армияға ҡушылырға тейешле татарҙар һаман килеп етмәгән, әммә ябай аҡыллылығын үҙгәртеп, был уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, бөйөк вәзир алға тик уның һалдаттары ғына барырға тейеш, тип ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә 1691 йылдың 19 авгусында Сланкамен янындағы һуғышта ғосман армияһы ҡаты ҡырылған, ә Фазыл Мостафа паша осраҡлы пулянан һәләк булған. Уның һалдаттары, артиллерияһын һәм армия ҡаҙнаһын ташлап, тәртипһеҙ рәүештә Белград табан сигенгән.
Трансильвания үҙенең йүнәлешен үҙгәрткән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрияла хакимлығы көсһөҙләнә башлағандан һуң, Ғосман империяһының Трансильванияла сюзеренитеты формалерәк була барған, һәм 1686 йылда кенәзлектең бөтә ҡатламдары ла, дин тотоу иркен ихтирам итһә, ә Михай I Апафиға кенәз булып ҡалырға рөхсәт ителһә, Габсбургтар яҡлауы аҫтына күсергә теләүе тураһында иғлан итә. 1688 йылдың мартында был шарттар тормошҡа ашырыла башлай. 1690 йылдың апрелендә Апафи вафат булғас, уның вариҫы сифатында ҡатламдар вәкилдәре уның улы Михай II Апафины һайлай, ләкин төрөктәр Имре Тёкёлине тәхеткә ултыртырға маташа. 1690 йылдың йәйендә ул ғосман ғәскәрҙәре һәм Валахия господары Константин Брынковяну менән Трансильванияға килә һәм Зэрнешти янында Австрия һәм Трансильвания армияларын тар-мар итә.
1691 йылда Тёкёли Австрия армияһы тарафынан ҡыҫырыҡлана, һәм ошо йыл аҙағына Трансильвания үҙенең сюзерены итеп тағы ла Габсбургтарҙы таный. Был Ғосман империяһының ресурстары аҙайған осорҙа ғына яңы фронт асылыуын аңлатҡан.
1692—1694 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дунай фронтында австрийҙарҙың алдынғы базаһы булып Белградтан бер ни тиклем алыҫлыҡта ғына урынлашҡан Петроварадин торған, һәм Ғосман армияһының юғары командованиеһына әлеге ваҡытта төньяҡҡа бер ниндәй һөжүм тураһында ла һүҙ булырға ярамағанлығы, һәм бөтә көстө Дунайҙа фронт линияһын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтергә кәрәклеге асыҡланған. 1692 йылдың ноябрендә, Белградты артабан тергеҙеүҙе һәм нығытыуҙы ваҡытлыса туҡтатырға ҡарар ителгәс, Төркиә армияһы Эдирнегә әйләнеп ҡайтҡан.
Инглиздар менән голландтар аралашсы тырышлығын һалыуын дауам иткән. Австрийҙар ҡыйын шарттар ҡуйып территориаль ташламалар талап иткән. Австрия шарттарының ике мәғәнәле булыуы асыҡланғас, тыныслыҡ килешеүе ҡороу мөмкинлеге ныҡ кәмегән. Инглиз һәм Голландия илселәре, ниһайәт, солтандың вәзирҙәре алдына килгәс, Австрия тәҡдимдәренә яуап итеп uti possidetis (йәғни яҡтар, һөйләшеүҙәр башланғанда нимәһе булған, шуны һаҡлап ҡалырға тейеш) принцибы тәҡдим ителә. Аралашсылар тырышлығының уңышһыҙлығына бер үк монархҡа — Вильгельм III Оранскийға буйһонған ике төрлө дәүләт вәкиле араһындағы көнәркәшлек тә булышлыҡ иткән.
1692—1693 йылдарҙағы ҡыш дауамында Австрия ғәскәрҙәре төрөктәрҙең Трансильваниялағы терәк пункттарына янаған, шуға күрә 1693 йылғы кампанияның хәрби хәрәкәттәре тап ошо фронтта тупланған. Яңы бөйөк вәзир Бозоғлу Мостафа паша үҙенең ғәскәрен, Дунай йылғаһы аша сығып, Эдирненән Валахияға инеп, ҡырым татарҙары менән ҡушыла башлағас, австрийҙарҙың бик ҙур көстәре Белградты ҡамай, тигән хәбәр таралған. Был мәсьәләне тикшергәндән һуң, Ғосман империяһының юғары командованиеһы армия Трансильвияны бер үк ваҡытта яҡлай һәм ҡамауҙа ҡалған Белградҡа ярҙамға бара алмай, тигән ҡарарға килә. Белградҡа өҫтөнлөк бирелгән, һәм ғәскәрҙәр (шул иҫәптән татар ғәскәрҙәре лә) артиллерияны йылға аша күсереп, Дунай йылғаһы буйлап көнбайышҡа ҡарай юл ала. Ғосман армияһының һөжүм итеүе тураһындағы хәбәр австрийҙарҙың ҡамауҙан баш тартыуына килтергән.
1694 йылдың сентябрь башында, уның менән икенсе бөйөк вәзир — Али паша Сөрмәле — командалыҡ иткән Ғосман армияһы Петроварадин эргәһендә лагерь булып баҫты. Ҡәлғә 22 көн ҡамауҙа булған, ярҙарынан сыҡҡан Дунай һыуы төрөк ҡамау траншеяларын баҫҡас, Ғосман ғәскәрҙәре Белградҡа сигенгән. Ошо ике ҡәлғә өсөн алыш көрсөккә терләгән.
Мостафа II солтандың походтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1695 йылдың 7 февралендә солтан Әхмәт II вафат була һәм үҙе армияны етәкләргә ҡарар иткән Мостафа II тәхеткә ултыра. 1695 йылдың 9 авгусында Белградҡа яҡынлаша, Петроварадинды ҡамауҙа ҡалдырырғамы, әллә Тимишоар йүнәлешендә төньяҡҡа хәрәкәт итеп, Габсбургтар ҡулында булған территорияла урынлашҡан Трансильвания ҡәлғәләренең ҡайһы берҙәрен яулап алырға тырышырғамы икән тип кәңәшләшеү маҡсатында, хәрби совет йыйыла. Австрийҙар уларҙың береһен — Липова ҡәлғәһен — Тимишоаруға һөжүм итеү өсөн алдынғы база сифатында файҙалана. Ғосман ғәскәрҙәре Липованы яулай алһа, уларҙың ҡулында Австрия аҙыҡ-түлек запастары һәм ҡорамалдары буласаҡ, тигән ҡарарға киләләр. Липова уңышлы яуланған, һәм унда һаҡланған запастарҙың күбеһе Тимишоаруға оҙатылған.
1696 йылда солтан Мостафа армияны Белградҡа ебәрергә йыйына, әммә австрийҙарҙың Тимишоаруҙы ҡамауға алыуы тураһында хәбәр уны үҙ пландарын үҙгәртергә мәжбүр иткән һәм Дунай аша сығып, был ҡәлғәгә ярҙам итергә китә. Дөйөм алғанда, 1696 йылғы кампания ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәһеҙ булды.
1697 йылғы кампания ваҡытында, 10 августа, солтан Мостафа армияһы менән Белградҡа яҡынлаша. Ул ваҡытта тоташ кампанияның маҡсаттарына ҡарата етди ҡаршылыҡтар килеп тыуған: бер төркөм вәкилдәре Трансильванияла позицияларҙы нығытырға кәрәк, икенселәре Дунай буйлап өҫкә күтәрелергә һәм Петроварадинға һөжүм итергә кәрәк тип иҫәпләгән. Һөҙөмтәлә «трансильвания» ҡарашы еңгән. Ғосман армияһы ҙур юғалтыуҙарһыҙ өс йылғаны аша сыға, Тиса йылғаһында Австрия көстәрен тар-мар итә һәм, унда урынлашҡан гарнизонды ҡалдырырға теләмәү сәбәпле, Тигель ҡәлғәһен ер менән тигеҙләгән. Ләкин 11 сентябрҙә, солтан Мостафа үҙе Тисаның көнсығыш ярына сығып еткәс, Евгений Савойский Төркиә армияһына тылдан һөжүм иткән һәм Зенте янындағы алышта еңгән.
Карловицкий тыныслыҡ килешеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1697 йылда Аугсбург лигаһының һуғышы тамамланды, һәм Габсбургтарға Ғосман империяһына ҡаршы бөтә көсөн һалырға бер ни ҙә ҡамасауламай. Әммә Изге лига ағзалары шуны аңлаған: Испанияның балаһыҙ короле Карл II бына-бына үләсәк, ә был, үҙ сиратында, Габсбургтарҙы Франция менән һуғышҡа сығарасаҡ, шуға күрә ике яҡ та тыныс һөйләшеүҙәр аша үткән. Һөйләшеүҙәр алып барылыуға ҡарамаҫтан, 1698 йылда хәрби хәрәкәттәр дауам итә: ҡырым татарҙары Австрия позицияларын баҫыу теләге менән көсөргәнгән һәм Польшаға һөжүм иткән.
Башта төрөктәр Изге лиганың бөтә ағзалары менән түгел, ә Австрия менән генә татыулыҡ урынлаштырырға йыйынған, ләкин инглиз илсеһе тәьҫирендә ундай теләгенән баш тартҡан. Һөҙөмтәлә 1699 йылдың 26 ғинуарында Карловицкий тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла. Уның шарттарына ярашлы, Ғосман империяһы Европа биләмәләренең байтаҡ өлөшөнән мәңгелеккә мәхрүм ителә. Австрияға төрөктәр Венгрия һәм Трансильвияны (Банаттан тыш), Речь Посполитаяға — уның Молдавия кенәзлеге эшенә ҡыҫылмаҫҡа вәғәҙәһен алып, Венецияға — Пелопоненстағы биләмәләрен һәм Далмациялағы терәк пункттарға юл аса, Рәсәй менән ике йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Юғалтыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Империя армияһының отошло алыштарҙа һәм ҡамауҙарҙа юғалтыуҙары[9]:
Һуғыш | Дата | Ҡораллы көстәр | Юғалтыуҙар | Юғалтыуҙар %-ҙа |
---|---|---|---|---|
Бизамберг | 24 август 1683 | 13 000 | 1300 | 10 |
Вена оборонаһы | 17 июль — 12 сентябрь 1683 | 10 000 (гарнизон) | 5000 | 50 |
Вена оборонаһы | 17 июль — 12 сентябрь 1683 | 6000 (ҡаланыҡылар) | 1700 | 28 |
Кахленберг | 12 сентябрь 1683 | 76 000 | 5000 | 6,5 |
Парканы | 9 октябрь 1683 | 28 000 | 1000 | 3,5 |
Вайзен (Вац) | 27 июнь 1684 | 32 000 | 300 | 1 |
Хамзабег | 22 июль 1684 | 10 000 | 400 | 4 |
Гран | 10 август 1685 | 60 000 | 600 | 1 |
Буда | 14 август 1686 | 50 000 | 500 | 1 |
Буданы ҡамау | 18 июнь — 2 сентябрь 1686 | 60 000 | 20 000 | 33 |
Харканы | 12 август 1687 | 50 000 | 2000 | 4 |
Дервент | 5 сентябрь 1688 | 3000 | 300 | 10 |
Белградты штурмлау | 6 сентябрь 1688 | 53 000 | 1300 | 2,5 |
Костайница | 25 июль 1689 | 20 000 | 200 | 1 |
Батодшин | 20 август 1689 | 18 000 | 400 | 2,2 |
Ниш | 24 сентябрь 1689 | 17 000 | 400 | 2,5 |
Сланкамен | 19 август 1691 | 50 000 | 8000 | 16 |
Зента | 11 сентябрь 1697 | 50 000 | 2100 | 4,2 |
Империя армияһының алыштарҙа һәм ҡамауҙарҙа еңелгәндә юғалтыуҙары[9]:
Һуғыш | Дата | Ҡораллы көстәр | Юғалтыуҙар | Юғалтыуҙар %-ҙа |
---|---|---|---|---|
Буданы уңышһыҙ ҡамау | 15 июль — 30 октябрь 1684 | 34 000 | 17 000 | 50 |
Качаник | 11 ғинуар 1690 | 3500 | 2500 | 70 |
Тоханы | 21 август 1690 | 4000 | 1000 | 25 |
Белградтың юғлтыуҙары | 8 октябрь 1690 | 5000 | 4500 | 90 |
Белградты уңышһыҙ ҡамау | 31 июль — 16 сентябрь 1693 | 30 000 | 8000 | 37 |
Лугош | 20 сентября 1695 | 8000 | 5000 | 62 |
Олашин | 29 июля 1696 | 50 000 | 5000 | 10 |
Портал «История» | |
Бөйөк Төрөк һуғышы Викимилектә |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-дагестано-калмыкские отношения в XVII веке//Кавказ. Балканы. Передняя Азия. Махачкала, 2004. Вып.2 (9) В 1697 г. астраханские воеводы обратились к Аюке с тем, чтобы он отправился под Азов против турок и крымцев 3000 воинов, а к Терскому городу "... для опасения от приходу вора и изменника тарковского Будай шевкала (отряд тарковских кумыков сражался под Азовом в союзе с крымцами против Петра I - ред.)" и крымцев 2000 калмыков.
- ↑ 2,0 2,1 см. Русско-турецкая война (1686—1700)
- ↑ 3,0 3,1 см. Аугсбург лигаһы һуғышы
- ↑ см. Польша-төрөк һуғышы (1683—1699)
- ↑ см. Төрөк-Венеция һуғыштары (1684—1699)]]
- ↑ см. Икенсе Тырнов ихтилалы (1686), Чипров ихтилалы (1688), Карпош ихтилалы (1689)
- ↑ Daniel Clarke Waugh. The Great Turkes Defiance : On the History of the Apocryphal Correspondence of Ottoman Sultan in its Muscovite and Russian Variants : [англ.]. — Columbus, Ohio : Slavica Publishers, 1978. — 354 p. — ISBN 0893570567. — ISBN 978-0893570569.
- ↑ С. М. Шамин. Крест над Святой Софией: знамения и пророчества о падении Османской империи в годы войны Священной лиги 1683—1700 гг. (по материалам курантов) // Каптеревские чтения / Отв. ред. М. В. Бибиков. — М. : Институт всеобщей истории РАН, 2012. — Вып. 10. — С. 134—143. — 365 с. — ISBN 978-5-94067-367-5.
- ↑ 9,0 9,1 Потери Имперских армий в турецких войнах XVIII столетия . Дата обращения: 30 май 2017. Архивировано 14 октябрь 2015 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кэролайн Финкельruen. История Османской империи. Видение Османа. — М.: АСТ, 2010. — 848 с. — ISBN 5170436513. — ISBN 978-5-17-043651-4.