Эстәлеккә күсергә

Вадсё

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вадсё
норв. Vadsø
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1838
Рәсем
Этнохороним vadsøværing[1] һәм vadsøværing[1]
Рәсми тел букмол[d]
Дәүләт  Норвегия[2]
Административ үҙәк Vadsø[d]
Административ-территориаль берәмек Финнмарк[d][3]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Vadsø[d]
Хөкүмәт башлығы Wenche Pedersen[d][4]
Халыҡ һаны 5593 кеше (1 ғинуар 2023)[5]
Туғандаш ҡала Мурманск
Сиктәш Ботсфьорд[d], Вардё, Тана (коммуна), Nesseby[d], Berlevåg[d] һәм Сёр-Варангер
Ҡулланылған тел букмол[d]
Майҙан 1257,85 км² (1 ғинуар 2020)[6]
Рәсми сайт vadso.kommune.no
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств 2738[7]
Карта
 Вадсё Викимилектә

Ва́дсё (норв.Vadsø, фин.Vesisaari, с.-саамск. Čáhcesuolu) — Норвегияла ҡала һәм коммуна, Финнмарк фюлькаһының үҙәге. Халыҡ һаны — 6 186 кеше. Ҡала Варангер ярымутрауының көньяҡ ярында урынлашҡан. Вадсёла дәүләт әһәмиәтендәге аэропорт һәм диңгеҙ порты урынлашҡан.

Ҡалала дәүләт теле- һәм NRK радиоканалы филиалы эшләй, шулай уҡ үҙенең Varangerradio радиостанцияһы бар. Көн һайын ҡалала Finnmarkena гәзите һәм аҙналыҡ Varangeren гәзите баҫылып сыға.

1500 йылда хәҙерге ҡала урынындағы ултыраҡ яҡындағы утрауҙарҙа урынлашҡан балыҡсылар ауылынан һәм сиркәүҙән торған. Һуңыраҡ ауыл материкҡа күскән.

Ҡала статусы биләмәгә 1833 йылда бирелә, шунан һуң Финляндиянан һәм төньяҡ Швециянан күскенселәр килеп төпләнә. Фин теле күптәрҙең теленә әйләнә, ул тиҫтәләгән йылдар һаҡлана. Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер ғаиләләрҙә фин теле һаман да ҡулланыла.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаланы оккупациялаусы фашист ғәскәрҙәре позицияһын Советтар Союзы авиацияһы утҡа тота, был һөжүмдән Вадсё зыян күрә. Шуға ҡарамаҫтан, Финмарктағы күп урындарҙан айырмалы рәүештә,ҡала үҙәгендә XIX быуаттың ағас йорттары һаҡланған.

Вадсёла йыл һайын джаз фестивале — Varangerfestivalen үтә, унда бөтә донъянан башҡарыусылар йыйыла. Ә 2004 йылдан крабтарға арналған ҡалала һәм донъяла берҙән-бер фестиваль — Polar Kongekrabbefestivalen spectacle уҙғарыла. Ҡалала үҙенең джаз клубы, шулай уҡ оркестрҙары һәм халыҡ хор коллективтары бар. Заманса музыка башҡарыусылары араһынан Daap, Whateverland, Ursus Maritimus, Ed[og]Lys төркөмдәрен һ.б. атарға мөмкин.

Илдәр Ҡала
Дания Дания Хольстебро
Финляндия Карккила
Финляндия Кемиярви
Рәсәй флагы Рәсәй Мурманск (1973)[8]
Швеция Швеция Укселёсунд