Дуйсбург
Дуйсбург (нем. Duisburg ['dyːsbʊə̯k], т.-нем. Duisborg) — Германия ҡалаһы, Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендә, Дюссельдорф ҡалаһы янында урынлашҡан. 2011 йыл аҙағында Дуйсбург халҡы 487,5 мең кеше тәшкил итә[13] (494 мең — мең 519,8 һәм 2009—2000).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Рейн һәм Рур йылғаларының бергә ҡушылған ерендә, Рур өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан. Уның территорияһының биштән дүрт өлөшө Рурҙың ике яғында урынлашҡан, бындағы Рейн йылғаһының уң яҡ ярында Дуйсбургтың үҙәге барлыҡҡа килә. Дуйсбург — Европала ҙур йылға порттарының береһе . Төньяҡта Динслакен, көнсығышта — Оберхаузен һәм Мюльхайм, көньяҡта — Ратинген һәм Дюссельдорф, көнбайышта — Крефельд һәм Мерс менән сиктәш. Ҡалала бург-ҡәлғә көслө елдәре иҫә, шунлыҡтан ҡаланы Дуйсбург тип атағандар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим дәүере һәм римдән һуңғы дәүер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дуйсбург боронғо Хелльвег сауҙа юлында тора, бында Рейнды, ул Рур йылғаһына ҡушылыр алдынан, кисеп сыҡҡандар. Рим дәүерендә үк бында сауҙа һәм хәрби ултыраҡтары торған, улар Рейн йылғаһының ике ярында ла булған. Ул саҡта йылға янынан илдең сиге үткән. Бындағы Асцибургия фортында римлеләрҙең йылға кисеүҙәрен даими һаҡлаусы һәм яҡлаусы пункты торған.
Дуйсбург v быуаттың беренсе яртыһында франктар ҡулына күсә һәм уларҙың баш ҡалаһы булып тора. Григорий Турский әйтеүенсә, франк короле Хлодион «Торингтар өлкәһендәге Диспарг тип аталған ҡәлғәлә йәшәгән. Ошо уҡ өлкәнең көньяҡ өлөшөндә римлеләр ҙә йәшәгән»[14]. V быуаттан алып үҙәк баҙар булып Боронғо баҙар торған (нем. Alter Markt).
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дуйсбургты 883 йылда викингтар талай, уларҙың Дуйсбургта ҡыш үткәргән ваҡыты беренсе тапҡыр телгә алына. 740 йылда уҡ бында король резиденцияһы тора.
X быуатта бында Император резиденцияһы төҙөлә. Ул йөҙйыллыҡта Дуйсбург ҡалаһында император 18 тапҡыр булған. 929 йылда Дуйсбургта Империя Синодының ултырышы үтә.
Яҡынса 1000 йылда Рейн үҙәге көнбайышҡа табан йүнәлешен үҙгәртә, был ҡалалағы иҡтисади хәлгә һиҙелерлек йоғонто яһай. Сауҙа үҙәге булып торған Дуйсбург аграр ултыраҡҡа әйләнә.
18 август, 1002 йыл. Дуйсбургта Лотарингия епискобы, шул иҫәптән Кельн архиепискобы ла яңы һайланған император Генрих II Изгегә тоғролоҡта баш эйәләр.
1279 йылда король Лотарь II Дуйсбергҡа ҡала статусы һәм бер үк ваҡытта ирекле ҡала статусын бирә.
1290 йылда король Рудольф фон Габсбург ҡаланы 2000 көмөш маркаға граф Клевеға аманатлыҡҡа бирә.
Артабан Дуйсбург Ганза лигаһы ағзаһы була.
Меркатор Герхард эшмәкәрлеге һәм 1655 йылда университет нигеҙләү ҡаланың Белемле Дуйсбург итеп һаналыуына килтерә (лат. Duisburgum Doctum).
Икенсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бында ҡара металлургия, машиналар эшләү, төҙөлөш материалдары етештереү ныҡ үҫешкән. Ҡалала Тиссен-Крупп компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дуйсбург Европала иң ҙур йылға порты. Рур йылғаһында Дуйсбург шлюзы (Рейн-Херне — Майдерих шлюз каналы) бар.
Белем биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылға тиклем Дуйсбургта «Gerhard-Mercator-Universität» тип аталған университет эшләй. 2003 йылда Дуйсбургтың «Gerhard-Mercator-Universität» университеты Эссен ҡалаһының «Universität-Essen Gesamthochschule» университеты менән ҡушыла. Бынан һуң ул Дуйсбург — Эссен университеты тип йөрөтөлә һәм бында 33 500 самаһы студент иҫәпләнә. Улар ҡушылғандан һуң, был уҡыу йорто Германияла иң ҙур университеттарҙың береһе булып һанала.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Меркатор исемендәге концерт залы. Опера һәм балет театры йыл һайын «Дуйсбургский акцент» фестивален үткәрә. Ҡалала Көнсығыш Пруссиянан сыҡҡан кешеләрҙең инициативаһы менән Кенигсберг музейы ойошторолған[15].
Дуйсбургта Европаның иң ҙур мәсете тора. 2010 йылдың 24 июлендә үткәрелгән Мөхәббәт парады музыка фестивале ваҡытында тоннелдә кешеләр бер-береһен тапай, уның һөҙөмтәһендә 21 кеше һәләк була[16], 511 кеше яралана.
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]60 мең этник төрөк Дуйсбург халҡының интеграль өлөшөн тәшкил итә, улар ХХ быуаттың 60-сы йылдарында ҡалаға сит ил эшселәре сифатында килгән була. Уларҙың күпселеге физик яҡтан ауыр һәм түбән хаҡлы эш башҡара. Улар немец телен бик түбән дәрәжәлә белә, шунлыҡтан түбән белемле. Төрөк диаспораһы өсөн Европа союзы Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль еренә 3,2 миллион евролыҡ донъялағын иң ҙур мосолман мәсете төҙөй. Әлдән-әле Дуйсбург ҡалаһында ҙур масштаблы, радикаль йүнәлешле ислам донъяһына теләктәшлек акциялары үтә.
Дуйсбург күперҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылдың июлендә Дуйсбургта VII бөтә донъя спорт уйындары үтә. 2007 йылдың авгусында ҡала байдарка һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионаты була.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөйөк Британия: Портсмут
- Гондурас: Сан-Педро-Сула
- ҠХР: Ухань
- Литва: Вильнюс
- Рәсәй Федерацияһы: Пермь
- Того: Ломе
- Төркиә: Газиантеп
- Франция: Кале
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ханс-Вернер Гессманн — немец психологы, психотерапевт, психология һәм психотерапия клиникаһы профессоры, Гуманистик психодрамаға нигеҙ һалыусы
- Петр из Дуйсбурга — Тевтон орденының беренсе йылъяҙмасыһы, 1326 йылда «Хроника земли Прусской» китабын төҙөүсе.
- Герхард Меркатор — картограф.
- Михаэль Цезарц — Metro Cash&Carry селтәре идаралығының рәйесе
- Стефан Леко — профессиональ ауыр тәнле -кикбоксер һәм ҡатнаш стиль көрәшсеһе (MMA).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/duisburg.html
- ↑ https://www.eglv.de/emscher-lippe/emschergenossenschaft/
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ 8,0 8,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnis — Federal Statistical Office.
- ↑ https://www.duisburg.de/rathaus/rathausundpolitik/intbeziehungen/partnerschaften/vilnius.php
- ↑ http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
- ↑ https://www.duisburg.de/rathaus/rathausundpolitik/intbeziehungen/staedtepartnerschaften.php
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Statistisches Bundesamt 2016 йыл 3 апрель архивланған.: am in Grundlage des 2011 Gemeinden damarukam Zensus und Zählungen früherer nach Bevölkerung 31.12.2011 Deutschland 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Григорий Турский. Франктар тарихына. (Historia francorum); д. в пер Савуковой. — М.: Наука, 1987. — С. 40.
- ↑ Сайт Музея Кёнигсберга 2017 йыл 15 май архивланған.
- ↑
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт города Дуйсбург (нем.)
- Как тратят деньги в Германии. Выпуск 1. Фоторепортаж 2018 йыл 8 октябрь архивланған. (рус.)