Кастро Фидель
Фиде́ль Алеха́ндро Ка́стро Рус (исп. Fidel Alejandro Castro Ruz ( audio); 13 август 1926 йыл — 25 ноябрь 2016 йыл) — Куба революционеры, 1959—2008 йылдарҙа Куба менән етәкселек иткән дәүләт, сәйәси һәм партия эшмәкәре.
Дәүләт кимәлендә Премьер-министры (1959—1976) һәм Министрҙар советы рәйесе (1976—2008), Куба Дәүләт советы Рәйесе (1976—2008) вазифаларын биләй. 26 июль хәрәкәте — Куба революцияһының төп көстәре етәксеһе була. Һуңынан улар Куба коммунистар партияһына үҙгәрә (КПП). 2011 йылға тиклем Куба коммунистар партияһының беренсе секретары вазифаһын биләй. Уның етәкселегендә Куба бер партиялы социалистик дәүләткә әйләнә, сәнәғәт һәм шәхси милек дәүләткә бирелә, ҙур реформалар үткәрелә. Халыҡ-ара кимәлдә ул 1979—1983 һәм 2006—2009 йылдарҙа Ҡушылмау хәрәкәтенең Генераль секретары була.
Эре ер биләүсе улы Кастро Гавана университетының юридик факульетында уҡыған сағында империализмға ҡаршы һул ҡарашҡа эйә була. Доминикан Республикаһы һәм Колумбияла уң хөкүмәттәргә ҡаршы фетнәлә ҡатнашҡандан һуң ул президень Фульхенсио Батистаның хәрби хунтаһын бәреп төшөрөргә тырыша, әммә 1953 йылда Монкада хәрби ҡалаһына уңышһыҙ һөжүм итә. Йыл үткәс, иреккә сыҡҡандан һуң, Мексикаға юллана, унда Эрнесто Че Гевара һәм ҡустыһы Рауль менән берлектә революцион 26 июль хәрәкәте ойоштора. Кубаға ҡайтҡасн Батиста режимына ҡаршы Сьерра-Маэстраның яр буйына төшөп, тауҙарға күсенгән партизан һуғышы ойоштора. Батистаның хәл-торошо насарланған һайын Кастро яйлап куба революцияһы юлбашсыһы абруйын яулай. 1959 йылда ул Батистаны урынынан бәреп төшөрә һәм власҡа революционерҙар килә.
АҠШ хакимиәтен Кастроның СССР менән дуҫтарса мөнәсәбәте һағайта, уға бер нисә уңышһыҙ һөжүм яһай һәм Кубаға ҡаршы иҡтисади эмбарго иғлан итә. Ҡаршы тороуҙың иң сикке нөктәһе булып ЦРУ-ның 1961 йыл>да ойошторған уңышһыҙ хәрби операцияһы тора. Был хәүефкә ҡаршы торорға тырышып, Кастро СССР менән хәрби һәм иҡтисади союзға инә, СССР-ға Кубала ядро ракеталарын урынлаштырыға рөхсәт итә. Был 1962 йылда Кариб көрсөгөн тыуҙыра.
1961 йылда Кастро Куба революцияһының социалистик характерын иғлан итә. Куба Көнбайыш ярымшарҙа компартия етәкселегендәге беренсе бер партиялы дәүләт була. Марксистик-ленинсы үҫеш моделе ҡабкл ителә, социалистик реформалар үткәрелә, иҡтисад үҙәкләштерелгән күҙәтеү аҫтына ҡуйыла, мәғарифты һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса саралар ҡабул ителә, шул уҡ ваҡытта киң мәғлүмәт саралары дәүләт контроленә алына һәм икенсе төрлө фекер йөрөтөүтыйыла. Донъя капитализмын ҡолатырына ышанып, Кастро Чили, Никарагуа һәм Гренадала сит ил революцион ойошмалары хуплай, Эфиопия-Сомали һәм Анголалағы граждандар һуғышына һул союздаштарға ярҙамға куба ғәскәрҙәрен ебәрә. Был саралар, Ҡушылмау хәрәкәте эшмәкәрлеге менән бергә үҫешкән илдәр араһында Кубаның абруйын арттыра. СЭВ-тың һәм СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Куба иҡтисадында етди көрсөк кисерә һәм «махсус осор» индерелә. Һөҙөмтәлә иҡтисадҡа баҙар механизмдары индереү сикләнә, ә халыҡ-ара аренала Латин Америкаһының һул лидерҙары, мәҫәлән, Уго Чавес менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыла. Куба Венесуэла менән бер рәттән, АЛБА ойоштороусы-ил була.
2006 йылдың 31 июлендә Кастро сәләмәтлек торошо буйынса үҙенең барлыҡ мөһим вазифаларын ҡустыһы Раулгә тапшыра. 2008 йылдың 24 февралендә барлыҡ дәүләт вазифаларынан китә, ә 2011 йылдың 19 апрелендә партия һәм үҙгәртеп башлығы вазифаһын да ҡалдыра.
Кастро бәхәсле фигура булып тора. Уның яҡлылар, уның социалистик, антимпериалистик, гуманистик сәйәсәтен, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бирелгәнлеген һәм Кубаның АҠШ йоғонтоһонан бойондороҡһоҙ булыуын юғары баһалай. Шул уҡ ваҡытта тәнҡитселәр уны диктатор тип баһалай һәм уның режимын кеше хоҡуҡтарын боҙа, ул идара иткән осорҙа илдән миллиондан ашыу кеше ситкә китә, ил фәҡирлеккә төшә, тип ҡарай. Ғәмәлдәре һәм хеҙмәттәре менән ул донъя буйынса төрлө ойошмаларға һәм сәйәсмәндәргә һиҙелерлек йоғонто яһай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #102325430, Record #3216148122895995200000 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 http://www.nytimes.com/2016/11/26/world/americas/fidel-castro-dies.html
- ↑ Fidel Castro // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Fidel Castro // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Fidel Castro (2) // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ Kuba. Prezident (1976-2008 : Castro) // Чешская национальная авторитетная база данных
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фидель Кастро. Размышления команданте. — М.: «Альпина Нон-фикшн», 2009. — С. 248. — ISBN 978-5-91671-025-0.
- Бородаев В. А., Леонов Н. С. Фидель Кастро. Политическая биография. — М.: ООО «Рекламно-компьютерное агентство газеты „Труд“», 1999. — 448 с ISBN 5-93334-001-4
- Бэлфор С. Фидель Кастро — Ростов н/Д: Феникс, 1997—320 стр. ISBN 5-85880-600-7
- Гавриков Ю. П. Фидель Кастро. Неистовый команданте Острова свободы — М.: Вече, 2006—368 стр. ISBN 5-9533-1145-1
- Кастро Ф. Фидель Кастро. Моя жизнь. Биография на два голоса = Biografía a dos voces / Ф. Кастро, И. Рамоне; [пер. с исп. Т. В. Родименко, И. П. Луна Артеага]. — М.: РИПОЛ классик, 2009. — 784 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-386-01068-3.
- Макарычев М. А. Фидель Кастро. — М.: Молодая гвардия, 2008. — (Жизнь замечательных людей. Биография продолжается).
- Кастро Ф. Агрессивные Штаты Америки — М.: Экспо: Алгоритм, 2010. — 432 с
- Гранатова А. А. «Плутоний для Фиделя. Турецкий гром — карибское эхо», (сер. «Политические расследования»), М, «Алгоритм», 2013, 400с.
- Макарычев М. А. Фидель Кастро. — М.: Молодая гвардия, 2017. — (Жизнь замечательных людей).
- под ред. Р.Ф. Иванова. Революция на Кубе // Всемирная история / Академия наук СССР. — подписное. — М: Мысль, 1979. — Т. 12. — С. 479—486. — 672 с. — 104 000 экз.
- Брилев С. Фидель. Футбол. Фолькленды. — АСТ, 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фидель Кастро Викиөҙөмтәлә | |
Кастро Фидель Викикитапханала | |
Кастро Фидель Викимилектә | |
Кастро Фидель Викияңылыҡтарҙа |
- Кастро Фидель . «Герои страны» сайты.
- Кастро, Фидель — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Фотографии Фиделя Кастро 2010 йыл 25 апрель архивланған.
- Фидель Кастро был награждён Виктором Януковичем 2017 йыл 28 июль архивланған.
- Речи Фиделя Кастро
- Фидель Кастро. пример, который будет жить Сальвадор Альенде
- Фидель Кастро. Добродетели и пороки
- Сила правды команданте Фиделя [1]
- «Железный Фидель» (к 85-летию Команданте) Елена Сазанович, журнал «Геополитика»
- Фидель Алехандро Кастро Рус Twitter сайтта
- Революция победила — Фидель Кастро на танке вступает в Гавану
- Мгновения XX века — Фидель Кастро
- ФИДЕЛЬ КАСТРО: Родина или смерть!
- СССР ТВ Встреча Ф.Кастро с Л. И. Брежневым (1974) на портале советского телевидения
- Фидель Кастро о вооружённой борьбе (интервью в Сьерра-Маэстра)
- 13 августа тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- 25 ноябрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалерҙары
- Румыния Социалистик Республикаһының Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Георгий Димитров ордены кавалерҙары
- Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Ямайка ордены кавалерҙары
- Карл Маркс ордены кавалерҙары
- Клемент Готвальд ордены кавалерҙары
- Изге Өмөт орденының махсус класлы кавалерҙары
- «Халыҡтар дуҫлығы өсөн» Халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаттары
- Украинаның 1 дәрәжә «За заслуги» ордены кавалерҙары
- Хо Ши Мин ордены кавалерҙары
- «Нил мәрйене» ордены кавалерҙары
- Югославия оло йондоҙо ордены кавалерҙары
- Хосе Марти Милли ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса юристар
- КХДР Милли флаг ордены кавалерҙары
- Марксистар
- XXI быуат хакимдары
- XXI быуат сәйәсмәндәре
- XX быуат сәйәсмәндәре
- РПЦ «Дан һәм Намыҫ» орденының кавалерҙары
- Гана Йондоҙы ордены компаньондары
- Малайзия Тажы ордены сылбыры кавалерҙары
- ВХР Байраҡ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт өсөн ордендың ҙур тәреһе кавалерҙары (Чили)
- «Индонезия Республикаһы Йондоҙы» ордены кавалерҙары
- Бойондороҡһоҙлоҡ ордены (Катар) кавалерҙары
- О. Р. Тамбо Компаньондары ордены кавалерҙары
- «Нишан-е-Пакистан» ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены (ЧССР) кавалерҙары
- Сербия Республикаһы ордены кавалерҙары
- Милләт Алтын миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- КХДР Хеҙмәт Геройҙары
- КХДР геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Үлтерергә маташыу ҡорбандары
- Куба сәйәсмәндәре
- Куба журналистары