Олбани (Джорджия)
Олбани | |
ингл. Albany | |
Нигеҙләү датаһы | 1836 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Albany |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары[1][2] |
Административ үҙәге | Доэрти[d] |
Административ-территориаль берәмек | Доэрти[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−5[d] |
Статистическая область | Albany metropolitan area[d] |
Территория перекрывается с | Albany urban area[d][3] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Albany, Georgia[d] |
Хөкүмәт башлығы | Bo Dorough[d][4] |
Халыҡ һаны | 69 647 кеше (1 апрель 2020)[5] |
Процент водной поверхности | 1,3634 процент[6] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 62 ± 1 метр |
Сиктәш | Финикс-Сити[d] |
Майҙан |
144,589215 км²[7], 144,747307 км² (1 апрель 2010)[6] |
Рәсми сайт | albanyga.gov |
Число домохозяйств | 28 184 ± 599[8] |
Доход на душу населения | 20 351 $[9] |
Урындағы телефон коды | 229 |
Олбани Викимилектә |
Олбани[10] (ингл. Albany) — АҠШ, Джорджия штатының Дауэрти округының административ үҙәге булған ҡалаһы. Ҡалаға 1836 йылда нигеҙ һалынған.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Джорджия штатының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Флинт йылғаһы ярында урынлашҡан. АҠШ халыҡ иҫәбе Бюроһы мәғлүмәттәре буйынса ҡала 144,7 км² майҙанды тәшкил итә. Ҡала диңгеҙ кимәленән 62 метр бейеклектә ята. Олбани ҡалаһының мэры — Дороти Хаббард.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһының 2010 йылдағы мәғлүмәттәре буйынса Олбани ҡалаһының халҡы 77 434 кеше тәшкил итә, халыҡ һаны буйынса Олбани Джорджия штатында һигеҙенсе иң ҙур ҡала булып тора[11]. Халыҡ тығыҙлығы — бер квадрат километрға 535-тән ашыу кеше. Раса составы: аҡ тәнлеләр (25,2 %); афроамерикандар (71,6 %); аҫаба американдар (0,2 %); азиаттар (0,8 %); тымыҡ океан утрауҙары кешеләре (0,1 %); башҡа раса вәкилдәре (0,9 %) һәм ике раса һәм унан да күберәк раса вәкилдәре (1,1 %). Бөтә расалар араһында латин американдар расаһы халыҡтың 2,1 процентын тәшкил итә.
Халыҡтың 27,8 проценты — 18 йәштән кесе йәштәге кешеләр; 13,0%-ы — 18 йәштән 24-кә тиклем; 27,7 % — 25 — 44 йәшлек; 19,6 % — 45-64 йәшлек, 11,3 % — 65 йәштән өлкән. Халыҡтың уртаса йәше — 31,4. Һәр 100 ҡатын-ҡыҙға 85,6 ир-ат тура килә. 18 йәштән өлкән 100 ҡатын-ҡыҙға — 116,7 ир-ат тура килә.
Йорт хужалығының уртаса килеме — $25 191; ғаиләнең уртаса килеме — $35 067. Йән башына уртаса килем— $16 117.
Йыл буйынса ҡала халҡы һанының динамикаһы:
1950 | 1960 | 1970 | 1980 | 1990 | 2000 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|
155 31 | 890 55 | 623 72 | 059 74 | 122 78 | 939 76 | 434 77 |
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олбани ҡалаһы үҙәгенән 6 км алыҫлыҡта, көньяҡ-көнбайышта, ҙур булмаған ҡала аэропорты урынлашҡан.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рэй Чарльз — америка музыканты, соул, джаз һәм ритм-энд-блюз стилендәге музыка башҡарыусыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ https://www.albanyga.gov/about-us/city-commission/commission-directory/mayor
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 6,0 6,1 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ Annual Estimates of the Population of Metropolitan and Micropolitan Statistical Areas:April 1, 2000 to July 1, 2007 (CBSA-EST2007-01) (CSV). 2007 Population Estimates. United States Census Bureau, Population Division (27 март 2008). Дата обращения: 22 май 2008.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡала рәсми сайты (инг.)