Онтарио (күл)
Уҡыу көйләүҙәре
Озеро | |
Онтарио | |
---|---|
ингл. Lake Ontario, фр. Lac Ontario | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 75 м |
Үлсәме | 311 × 85 км |
Майҙаны | 19 500 км² |
Күләме | 1640 км³ |
Яр һыҙаты | 1146 км |
Иң тәрән урыны | 244 м |
Уртаса тәрәнләк | 86 м |
Бассейн | |
Бассейн | 64 030 км² |
Впадающая река | Ниагара |
Урынлашыуы | |
43°41′42″ с. ш. 77°57′31″ з. д.HGЯO | |
Онтарио Викимилектә |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Онтарио
Онта́рио (ингл. Ontario) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 19,5 мең км². Ҙурлығы буйынса донъяла 14-се, ә АҠШ-та — 5-се урынды биләй.
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 75 м. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 1146 км. Көнбайыштан көнсығышҡа табан 311 км-ға һуҙылған. Киңлеге — 85 км.
Максималь тәрәнлеге — 244 м, уртаса тәрәнлеге — 86 м.
Күлгә ҡойоусы Ниагара йылғаһы һәм каналдар аша Эри күле һәм Гудзон йылғаһы менән, ә күлдән сығыусы Изге Лаврентий йылғаһы аша — Атлантик океан менән тоташа.
Күлдең акваторияһы эргәһендә Бармаҡ-күлдәр (ингл. Finger Lakes) урынлашҡан, улар типик туннель үҙәндәргә ҡарай.
Күл буйындағы төп порттар — Торонто, Гамильтон, Кингстон (барыһы ла — Канада) һәм Рочестер (АҠШ).