Риксдаг
Риксдаг | |
швед. Sveriges Riksdag | |
Нигеҙләү датаһы | 1971[1] |
---|---|
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | спикер риксдага[d] |
Дәүләт | Швеция[2] |
Юрисдикция таралышы | Швеция |
Милке | Шведская база данных Риксдага[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Риксдаг бинаһы[d], Стокгольм[d] |
Алыштырған | двухпалатный парламент Швеции[d] |
Урындар һаны | 349 |
Рәсми сайт | riksdagen.se |
Портал открытых данных | Шведская база данных Риксдага[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 69 163 |
Official jobs URL | riksdagen.se/sv/sa-funka… |
Категория для внешности элемента | Category:Exterior of the Riksdag[d] |
Риксдаг Викимилектә |
Риксдаг (швед. riksdag, швед. riks — дәүләт, империя, һәм швед. dag — сейм, йыйылыш) — Швецияның дүрт йылға пропорциональ система буйынса һайланған, 359 ағзанан торған бер палаталы парламенты. Риксдагты спикер — тальман етәкләй. Швецияның иң юғары вәкиллекле һәм закондар сығарыу органы булып тора. Риксдаг бинаһы Стокгольмдың үҙәгендә, Хельгеандсхольмен утрауында урынлашҡан. Риксдаг спикеры парламентҡа премьер-министр вазифаһына кандидатура тәҡдим итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр «ҡатламдар йыйылышы» 1435 йылда Арбуга ҡалаһында Дания-Швеция-Норвегия короле Эрик Померанданға ҡаршы халыҡ ихтилалы барышында йыйыла[3]. Уның үҙенсәлеге бер юлы дүрт ҡатлам : крәҫтиәндәр, ҡала халҡы, аҡһөйәктәр һәм руханиҙар ҡатнашыуында. Был уны Швецияла беренсе ҡатлам-вәкәләтле орган тип һанау мөмкинлеге бирә. Арбугалағы йыйылыш ихтилал юлбашсыһы Энгельбрект Энгельбректсонды ил хакимы тип иғлан итә.
Һуңынан Риксдаг Густав I Ваза власын урынлаштырыуҙа хәл иткес роль уйнай һәм уның XVII, XVIII быуаттарҙағы дәүләт эшмәкәрлеген хәл итә. 1561 йылда хәҙерге исемен ала, 1611 йылда уның функциялары асыҡлана: закондарҙы хуплау, сит ил державалары менән союз төҙөү тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү, һуғыш иғлан итеү һ.б. «Азатлыҡ эраһы» осоронда (1718—1772) төп закондар сығарыу органы булып тора, 1772 йылдан һуң король ҡарары буйынса ғына йыйыла. 1866 йылда ике палаталыға әйләнә (Беренсе (Första kammaren) һәм Икенсе палатанан (Andra kammaren) тора), 1969—1971 йылдарҙа У. Пальменың реформаһы һөҙөмтәһендә бер палаталы булып ҡала[4].
Парламент комитеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риксдагта 15 парламент комитеты эшләй, һәр береһендә 17 урын. Улар партияларҙан алынған һуңғы һайлау һөҙөмтәләре нигеҙендә мандаттар буйынса тигеҙ бүленә:
- Социаль мәсьәләләр буйынса комитет (Civilutskottet)
- Конституция мәсьәләләре буйынса комитет (Konstitutionsutskottet)
- Мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комитет (Kulturutskottet)
- Оборона мәсьәләләре буйынса комитет (Försvarsutskottet)
- Мәғариф буйынса комитет (Utbildningsutskottet)
- Ауыл хужалығы һәм тирә-яҡ мөхит буйынса комитет
- Финанс мәсьәләләре буйынса комитет (Finansutskottet)
- Тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комитет (Utrikesutskottet)
- Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет
- Сәнәғәт һәм сауҙа мәсьәләләре буйынса комитет
- Хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса комитет (Justitieutskottet)
- Хеҙмәт баҙары мәсьәләләре буйынса комитет (Arbetsmarknadsutskottet)
- Социаль страховка мәсьәләләре буйынса комитет (Socialförsäkringsutskottet)
- Һалым һәм йыйымдар буйынса комитет
Һайлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һайлау үткәреү тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риксдагҡа сираттағы һайлауҙар дүрт йылға бер тапҡыр сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә (һуңғыһы 2018 йылдың 9 сентябрендә була) йәшерен тауыш биреү юлы менән үткәрелә. Шул уҡ көндө төбәк органдары (ландстинг) һәм урындағы муниципалитеттар йыйылыштарына һайлау үтә. Риксдагҡа һайлауҙарҙа тауыш биреү хоҡуғына 18 йәше тулған һәм һайлаусылар исемлегенә индерелгән швед граждандары эйә.
Швеция территорияһы һайлау округтарына бүленгән, уларҙа риксдагҡа 310 мандат нығытылған. Ҡалған 39 мандат тигеҙләүсе булып тора һәм бөтә ил буйынса дөйөм тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тултырыла. Парламентта эшләү хоҡуғына һайлаусыларҙың 4 проценттан кәм булмаған тауышын йыйған йәки теләһә ҡайһы һайлау округында 12 проценттан кәм булмаған тауыш йыйған партия эйә.
Сираттағыһайлауҙар араһында алдан һайлау үткәрелеүе мөмкин. Бындай осраҡта мандатный осоро сираттағы һайлауҙарға тиклем ғәмәлдә була. 1975 йылда ғәмәлдәге идара итеү формаһы тураһында акт көсөнә инеү менән алдан һайлауҙар үткәрелмәй.
Тауыштарҙы дәүләт кимәлендә һайлау идаралығы (Valmyndigheten), район кимәлендә — земство идаралығы, муниципаль кимәлдә — һайлау идаралығы (Valnämnd) иҫәпләй.
Һуңғы һайлау һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың 9 сентябрендә үткән һайлауҙарҙа төп ике коалиция ла күпселекте тәшкил итә алмай, сөнки Швед демократтары уң консерватив партия уңышлы сығыш яһай.
Партия | Тауыш | % | Урын | +/- | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Социал-демократтар | 'S | 1,830,386 | 28.3 | 100 | -13 | ||||
Урта коалиция партияһы | M | 1,284,698 | 19.8 | 70 | -14 | ||||
Швед демократтары | SD | 1,135,627 | 17.5 | 62 | +13 | ||||
Үҙәк партия | C | 557,500 | 8.6 | 31 | +9 | ||||
Һул партия | V | 518,454 | 8.0 | 28 | +7 | ||||
Христиан демократтар | KD | 409,478 | 6.3 | 22 | +6 | ||||
Либералдар | L | 355,546 | 5.5 | 20 | +1 | ||||
Йәшелдәр партияһы | MP | 285,899 | 4.4 | 16 | -9 | ||||
Феминистар инициативаһы | FI | 29,665 | 0.5 | 0 | ±0 | ||||
Швеция өсөн Альтернатива | AFS | 20,290 | 0.3 | 0 | |||||
Пират партияһы | PP | 7,326 | 0.1 | 0 | ±0 | ||||
Төньяҡ ҡаршылыҡ хәрәкәте | NMR | 2,106 | 0.03 | 0 | |||||
Ҡыҙыл-йәшелдәр (S+MP+V) | 2,634,739 | 40.7 | 144 | -15 | |||||
Швеция өсөн Альянс (M+C+ЛА+KD) | 2,607,222 | 40.3 | 143 | +2 | |||||
Швед демократтары (SD) | 1,135,627 | 17.5 | 62 | +13 | |||||
Боҙолған бюллетендәр | 58,546 | - | - | - | |||||
Барыһы | 100 | 349 | 0 | ||||||
Теркәлгән/килгән | 87.1 | - | - | ||||||
Сығанаҡ: SVT VAL 2018 йыл 17 декабрь архивланған. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Riksdagens historia
- ↑ Nationally designated areas (CDDA) (ингл.)
- ↑ Арбугские риксдаги 1435 и 1436 . Советская историческая энциклопедия.
- ↑ Риксдаг . Советская историческая энциклопедия.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://free-referat.ru/referats/geografia/id5922/page14/ 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.