Роберт Кох
Генрих Герман Роберт Кох | |||
Heinrich Hermann Robert Koch | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Клаусталь-Целлерфельд, Пруссия | ||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны | |||
Ил |
Германия союзы, Германия империяһы | ||
Ғилми даирәһе | |||
Эшләгән урыны |
Берлин университеты, Гигиена институты | ||
Альма-матер | |||
Ғилми етәксеһе |
Рудольф Вирхов | ||
Уҡыусылары | |||
Ниндәй өлкәлә танылған |
туберкулёзды өйрәнеүсе | ||
Награда һәм премиялары |
1905 йылғы Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы | ||
Автограф | |||
Ге́нрих Ге́рман Ро́берт Кох (нем. Heinrich Hermann Robert Koch; 11 декабрь 1843 йыл — 27 май 1910 йыл) — Германия микробиологы. Түләмә (сибирская язва) бациллаһын, холера вибрионын, туберкулёз таяҡсыһын асыусы. 1905 йылда туберкулёз таяҡсаһын тикшереп-өйрәнгән өсөн Нобель премияһы менән бүләкләнә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роберт Кох 1843 йылдың 11 декабрендә Клаусталь -Целлерфельде ҡалаһында Герман һәм Матильды Генриеттызз Кох ғаиләһендә тыуа. Ун өс балалы ғаиләлә өсөнсө бала була. 1848 йылда башланғыс мәктәпкә бара. Башланғыс меҡтәпте тамамлағас, Клаусталя гимназияһында уҡыуын дауам итә. Бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһыныуы уны Геттинген университетына алып килә. Врач дипломын алып дауалау эше менән шөгөлләнә, һуңынан санитария врачы булып китә.
28 йәшенә ҡатына микроскоп бүләк итә. Ошо мәлдән һуң Кох дауалак эшен ташлап, көндәр буйы микроскопҡа ҡарап тикререүҙәр үткәрә. Бының өсөн сысҡандар үрсетә. Иң тәүҙә түләмә (сибирская язва) менән сирләтеүсе бациланыҡ тереклек итеү һәм йоғоу юлдарын өйрәнә. Күп тә үтмәй туберкулёз бицилаһын таба.
Микробтарҙы өйрәнеүгә талантлы ғалим баһалып бөткөһөҙ өлөш индерә. Ул микробиологияға нигеҙ һалыусы булап иҫәпләнә.
Роберт Кохтың фәнни эҙләнеүҙәре Берлин университетында һәм үҙе ойошторған Гигиена университетында алып барыла.
Миллионлаған кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалған хеҙмәте —туберкулёз таяҡсаһын асҡан өсөн1905 йылда Нобель премияһы бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- 11 декабрҙә тыуғандар
- 1843 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пруссияла тыуғандар
- 27 майҙа вафат булғандар
- 1910 йылда вафат булғандар
- Германияла вафат булғандар
- Ҡыҙыл бөркөт ордены кавалерҙары Оло тәре
- Pour le Mérite ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Германия ғалимдары
- Медицина буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Пруссия фәндәр академияһы ағзалары
- Берлин университеты уҡытыусылары