Эстәлеккә күсергә

Сара (персонаж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сарра, Сара (йәһ. שָׂרָה‎)
Йәшәгән дәүере: Йәһүдилектә: б.э.т.1802—1675
Православиела: б.э.т. 2105—1978
Төбәк: Арам
Палестина
Египет

Телгә алына:

[[|Быт. ]]11-25
Атаһы: Фарра[1]
Әсәһе: Земрута
Ҡатыны (ире): Ибраһим
Балалары: Исхаҡ
Ерләнгән урыны: Хеврон
Бәйле төшөнсәләр: тәүинә
Бәйле ваҡиғалар: көндәшен ҡыуҙыртыу
Бәйле персонаждар: Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе) (Агарь)


Сарра, Сара, Сора, Сарай (йәһ. שָׂרָה‎, сарра — рус. владычица; ‏שָׂרָי‏‎, сара) - Ибраһим пәйғәмбәрҙең ҡатыны, йәһүд халҡының дүрт тәүинәһенең беренсеһе.

Исеменең этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сарра» исеменең этимологияһы буйынса төрлө фекерҙәр бар. Киң таралған ҡарашҡа ярашлы «Сарра» "кенәзбикә, хакимә" тигәнде аңлата. Аггадта Сарай исеме «үҙ халҡының кенәзбикәһе» тип интерпретациялана. Ә исеменең Сарраға үҙгәртелеүе — «бөтә кешелек кенәзбикәһе» мәғәнәһен бирә[2].

Библияла һәм Тәүратта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библияла Сарра Авраамдың атаһының килене тип атала[3]. Шул уҡ ваҡытта Библияла Авраам һөйләүенән уның атай бер, инәй башҡа һеңлеһе икәне аңлашыла[4].

Сарра Авраамдың ҡатыны ғына түгел, ире ғүмерен бағышлаған эштә лә мөһим роль уйнай. Йәһүд комментаторҙары Авраам менән Сарра (ул саҡта әле Аврам һәм Сара) яңы дин ҡабул иткәндәр тигән мәғәнәлә аңлата, Авраам — ирҙәр, ә Сарра ҡатын-ҡыҙҙар араһында дәғүәт алып барған[5]

Сарра. Һанс Колларт гравюраһы, 1581 й. тирәһе

Библия Сарраның түлһеҙлеге тураһында бәйән итә (Тәүрат|Быт|11:29-30.) Үҙ балалары булыуҙан өмөт өҙгән Сарра Ибраһимға үҙенең хеҙмәтсеһе Һәжәрҙе (Исмәғилдең әсәһе) уның урынына бала тапһын өсөн кәнизәк итеп бирә.

Аллаһ Ибраһимға, Саранан улың булыр, тип вәғәҙә итә. «Унан халыҡтар барлыҡҡа килер, халыҡтар батшалары унан тыуыр» (Вәғәзсе 9: 11). 17:16). Аллаһтың Ибраһим менән Сараға ир бала бирергә вәғәҙәһе Ибраһим менән Сараның (йәһүд динендә Сарай) исемен үҙгәртеү һәм килешеү төҙөү менән бәйле. Был килешеү символик рәүештә ир бала сөннәткә ултыртылырға тейешлекте белдерә (Тәүрат|Быт| 17:1-21). Шунан һуң Сарра 90 йәшендә Исхаҡты тыуҙырған.

Библияға ярашлы, Аллаһ Ибраһимға Сарраның һүҙҙәрен тыңларға ҡушҡан (Тәүрат|Быт|21:12). Был күрһәтмәгә таянып, Ибраһим Һәжәр менән Исмәғилде ҡыуып ебәреү талабын үтәй (Тәүрат|Быт|21:14).

Библияға ярашлы, Сарра 127 йәшендә Кирьят-Арбала (Хеврон) вафат була, Ибраһим уны Махпела мәмерйәһендә ерләгән (Тәүрат|Быт|23:1-20}}).

  • Библия (Италия, АҠШ, 1966), режиссер Джон Хьюстон. Сарра ролендә — Ава Гарднер;
  • Ибраһим: иман Һаҡлаусы (АҠШ, Италия, Бөйөк Британия, 1994), режиссер Джозеф Сарджент (Joseph Sargent}}). Сарра ролендә — Барбара Херши;
  • Библия (мини-сериал, АҠШ, 2013). Сарра ролендә — Жозефина Батлер.
  1. «…да она и подлинно сестра мне: она дочь отца моего, только не дочь матери моей; и сделалась моею женою»  ([[|Быт. ]]20:12)
  2. ЭЕЭ|13703|Сарра}}
  3. ВЗ2|И взял Фарра Аврама, сына своего, и Лота, сына Аранова, внука своего, и Сару, невестку свою, жену Аврама, сына своего…|Быт|11:31}}
  4. «Авраам сказал: я подумал, что нет на месте сем страха Божия, и убьют меня за жену мою; да она и подлинно сестра мне: она дочь отца моего, только не дочь матери моей; и сделалась моею женою»  ([[|Быт. ]]20:11-12)
  5. Сарра // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.