Эстәлеккә күсергә

Таҡиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Таҡиә (ғәр. تقية‎ — мәғәнәһе: һаҡлыҡ, абайлыҡ, алды-артты ҡарап эш итеү‎; рус. Такия) — ислам термины, шиғыйҙарҙың төп принциптарының береһе булған — «һаҡланыр өсөн динде йәшереү» .

Ислам теологтары Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтендә таҡиә рөхсәт ителеүен раҫлайҙар. Айырым алғанда, Ҡөрьән, ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта, тыштан ғына имандан ситләшергә, кафырҙар менән дуҫлашырға, ғибәҙәттәрҙе боҙорға рөхсәт итә.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында Пәйғәмбәрҙең тәүге сәхәбәләренең береһе Ғәммәр ибн Йәсир тыштан ғына исламдан баш тартырға мәжбүр булған, ләкин йөрәгендә иманын һаҡлаған.

Фаҡиһтар таҡиә тураһында төрлө фекерҙә. Ҡайһы берәүҙәр уны үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн рөхсәт ителгән йомшартыу тип иҫәпләй. Икенселәр уны бурыс тип һанай, сөнки уны һанға һуҡмау конкрет кешегә генә түгел, ә өммәт мәнфәғәттәренә лә зыян килтерә тип күрә. Сөнниҙәр өсөн таҡиә асылда теоретик әһәмиәткә генә эйә була. Сөнни-хәнәфиҙәр, әгәр мосолман үҙенә үлем ҡурҡынысы янаһа, таҡиә эшләй ала тип иҫәпләй, шул уҡ ваҡытта фекерҙә «һаҡлыҡ өсөн» тигән аңлатма яһай, йәғни, был бурыс түгел, ә хәүефле осраҡтарҙа ҡулланыла алған рөхсәт.

Таҡиә принцибы шиғыйлыҡта айырым урын һәм практик ҡулланылыш ала (зәйдиҙәр ҡушылмай). Шиғый пропагандаһының йәшерен характеры (дәғүәт) һәм шиғыйҙарҙы ваҡытлыса эҙәрлекләү «үҙ инанысын һаҡлыҡ өсөн йәшереү» практикаһын хуплауға һәм уны шиғыйлыҡтың етәксе принциптарының береһенә күтәреүгә килтерә. Шиғый таҡиәһе шәхси именлекте тәьмин итеү өсөн дә, община мәнфәғәттәре хаҡына ла ҡулланыла ала. Таҡиә принцибын эшләүҙе һәм уны дини бурыс дәрәжәһенә күтәреүҙе шиғыйҙар алтынсы имам Жәғәфәр әс-Садиҡ исеме менән бәйләй (ваф. 765 й.)[1]

Иранда ислам революцияһынан һуң илдә таҡиәнең практик әһәмиәте теоретик күрһәтмә рәүешенә инә. Хәҙерге имамиҙар таҡиәне диндең шәхсән мәсьәләләренә индерә, уны айырым осраҡтарҙа рөхсәт ителгән «йомшартыу» тип ҡарай. Хәҙерге заманда шиғыйҙар аҙсылыҡты тәшкил иткән илдәрҙә таҡиә принцибы көсөндә ҡала (Ливан, Пакистан, Афғанстан һ. б.)[2].

  • Маррандар (криптойәһүдиҙәр)
  • Морискиҙар (криптомосолмандар)
  • Криптохристианлыҡ
урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. Такия // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Прозоров С. М. ат-Такийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 221—222. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
башҡа телдәрҙә