Тәүрат
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тәүрат- (йәһ. תּוֹרָה - [Тәүрат] - «тәғлимәт, ҡанун»), ашкеназ әйтелешендә: [То́йро] (көньяҡ-көнсығыш диалект — Польша, Украина), [Тэ́йро] (төньяҡ-көнсығыш диалект — Белоруссия, Литва) — киң мәғәнәлә йәһүдиҙәрҙең ҡәҙимге дини ҡанундары берлеге.
Термин билдәләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәүрат тип Мусаның Бишкитабын (грек. πεντάτευχος) йәки Муса китаптарын атайҙар, ғөмүмән, тексы ла, баҫма йәки ҡулъяҙма рәүештәге барлыҡ даналары ла шулай атала. (төргәктәр).
- Бишкитаптың үҙендә «Тәүрат» тип йыш ҡына Аллаһы тәғәләнең айырым күрһәтмәләре лә, айырым васыяттар һәм ҡанундар тупланмаһы ла һ.б. атала «закон (Торы) всесожжения» (Лев. 6:9), «закон (Торы) о жертве повинности» (Лев. 7:1)
- «Тәүрат» һүҙе йыш ҡына ата-әсә нәсихәте йәки фатихаһы мәғәнәһендә лә осраштыра (Прит. 1:8 һ.б.).
- Артабанғы мәғәнә киңәйеүҙәр Яҙма Ҡанун (Тора ше-би-хтав) һәм Телдән Ҡанун (Тора ше-бе-‘ал пе) менән бәйле: Бишкитапта осраған Тәүраттар тигән төшөнсә ошо ике илаһи өлкәгә ҡағыла тип һанайҙар, уларҙы Аллаһы тәғәлә Муса пәйғәмбәргә Синай тауында тапшырған тип инаналар.
- Иң киң мәғәнәлә Тәүрат тип йәһүдтәрҙең ҡанундары берлеген атайҙар.
Тәүрат Исламда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүрат Ҡөрьәндә һәр саҡ тиерлек Инжил менән бергә телгә алына. Инжил Тәүратта әйтелгәнде дөрөҫләй, ә Ҡөрьән Тәүрат менән Инжилдең дөрөҫлөгөн раҫлай[1]. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Тәүрат менән Инжилдә Әхмәт исемле пәйғәмбәр буласағы тураһында күрәҙәлек ителгән булған[2][3][4].
Исламға ярашлы, раввиндар һәм руханиҙар Тәүраттың бәләкәй генә өлөшөн иҫтә ҡалдырған, боҙған[5] һәм булмаған тыйыуҙарҙы индергән[6]. Ҡөрьәндәге һәм Тәүраттан өҙөктәр ҡайһы саҡ тап килеп бөтә тиерлек[7], ҡайһы саҡ Зәбурҙы хәтерләтә[8]. Зәбур бер нисә аятта телгә алына [9]. Тәүратҡа һылтаныуҙар хәҙистәрҙә йыш осрай һәм тәүге мосолмандарҙың йәһүдиҙәр менән полемикаһы сағылып ҡала[10].
Ислам риүәйәтендә Тәүрат 40 өлөштән (джуз) торған, ә һәр өлөштә 1000 аят булған тигән иҫбатлау бар . Тәүратты тулыһынса яттан тик Муса (Моисей) , Һарун (Аарон), Юша ибн Нун (Иисус Навин), Ғөзәйер (Ездра) һәм Ғайса (Иисус Христос) ҡына белгән. Ислам риүәйәте шулай уҡ Тәүраттың төп нөсхәһе [Навуходоносор Иерусалимды алған саҡта яндырылған һәм юғалған тип бәйән итә[11][12]. Айырым өлөштәре йәһүдтәрҙең йолалары менән килеп ҡушылған һәм күп быуаттар үткәс бер китапҡы йыйылған. Был китап Тәүраттың Мусаға иңгән төп нөсхәһе түгел[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 3:3, 3:48, 3:50, 3:65, 5:43, 5:110, 9:111, 5:66—68
- ↑ Имя Ахмад — одно из имён пророка Мухаммеда
- ↑ Коран 7:157, 61:6.
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 231
- ↑ Коран 2:75, 5:13, 6:91, 2:146, 3:78, 2:79.
- ↑ там же, 3:93.
- ↑ там же, 5:44.
- ↑ там же, 48:29.
- ↑ там же, 4:163, 17:55, 21:105.
- ↑ 10,0 10,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 232
- ↑ Шулай уҡ ҡарағыҙ 3Езд. 14:21.
- ↑ Али-заде, А. А., 2007
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүрат Викимилектә |
- Новый русский идиоматический перевод с масоретским текстом Ленинградского кодекса и классическим еврейским переводом на английский
- Подстрочное Пятикнижие (с идиоматическим переводом, Самаритянским Пятикнижием и морфологией) 2017 йыл 23 февраль архивланған.
- Тора с комментариями Раши и Сончино, Книги Пророков и Писания. 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.
- Тора — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Недельная глава Торы: содержание, тексты, уроки.
- Аудио уроки Торы. Пятикнижие с комментариями Раши. 2011 йыл 14 август архивланған. Уроки Торы на Еврейском Радио.
- Беседы о Торе. Рав Зильбер.
- Тора. Пророки. Писания. 2008 йыл 4 ноябрь архивланған.
- Введение в Ветхий Завет. Пятикнижие Моисеево Комментарий к Торе Дмитрия Щедровицкого
- http://bible.ort.org/intro1.asp?lang=2 2018 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Об искажении переводов Библии.
- учить Тору в Интернете.
- Комментарии рава И. Зельмана.
- Тора с русским переводом и комментариями. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- Тора с русским переводом и комментариями.
- Танах на русском языке. 2018 йыл 15 сентябрь архивланған.
- Копии свитков Торы для изучения онлайн 2016 йыл 5 март архивланған.
- Фильм «Написание Торы» (СССР, 1989) 2022 йыл 1 апрель архивланған.
- История Синодального перевода Библии 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.