15 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
15 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 сентябрь Викимилектә |
15 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 258-се көнө (кәбисә йылында 259-сы). Йыл аҙағына тиклем 107 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Демократия көнө.
- Ер: Экология ойошмаһы «Гринпис»тың тыуған көнө.
- Ябығыусылар көнө.
- Нөктә көнө.
- АҠШ: «Рәхмәт» көнө.
- Беларусь: Китапханалар көнө.
- Гватемала: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Гондурас: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Коста-Рика: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Никарагуа: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Сальвадор: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Урман көндәре (15—17 сентябрь)
- Әзербайжан: Белем көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Дағстан халыҡтарының берҙәмлек көнө.
- Ульяновск өлкәһе: Тыуған төбәк көнө.
- Һиндостан: Инженерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Санитар-эпидемиология хеҙмәте көнө.
- Секретарҙар көнө (сентябрҙең өсөнсө йомаһы).
- 1784: Винченцо Лунарди Англияла беренсе булып һауа шарында осош яһай.
- 1917: «Форбс» журналының беренсе һаны баҫылып сыға.
тулы исемлек
- 1926: Хәҙерге Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко тәжрибә хужалығы ойошторола.
- 1928: Англия микробиологы Александр Флеминг тәжрибә һөҙөмтәһендә беренсе тапҡыр пенициллин сығара.
- 1930: Беренсе халыҡ-ара бридж чемпионаты.
- 1932: Өфөлә РСФСР Үҙәк статистика идаралығының Иҫәпте механизациялау техникумы асыла (хәҙер Статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы).
- 1941: Өфө витамин заводы эшләй башлай.
- 1965: 1975 йылдан Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан Салауат Юлаев музейы Әлкә мәктәбендә крайҙы өйрәнеү мөйөшө булараҡ эш башлай[1].
- 1966: Ишембай нефть техникумы (хәҙер колледж) эшләй башлай.
- 1997: «Google.com» домены теркәлеү үтә.
- 2000: Сиднейҙа XXVII Олимпия уйындары асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куприянов Иван Дмитриевич (1910—20.03.1962), нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1933 йылдан «Ишембайнефть» тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры, 1943—1962 йылдарҙа «Туймазанефть» нефть промыслаһы идаралығы һәм «Туймазабурнефть» тресының быраулау мастеры. Сталин премияһы лауреаты (1950). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1947). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Быуа районы Тимбай ауылынан.
- Кәтибә Кинйәбулатова (1920—17.06.2012), шағир, матбуғат эшмәкәре. 1967—1975 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты (2011). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991), Силәбе өлкәһе Арғаяш районының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Мирхазов Ғилемхан Ғилемйән улы (1925—2.11.1973), бейеүҙәр ҡуйыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1943 һәм 1945—1948 йылдарҙа Борай колхоз совхоз театры актёры, 1949—1973 йылдарҙа Борайҙағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Район мәҙәниәт йортоноң «Дуҫлыҡ» бейеү ансамблен ойоштороусы һәм 1950—1965 йылдарҙа уның етәксеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). Республика йәштәр фестивале (Өфө, 1957), Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәт смотры (Мәскәү, 1967) лауреаты. 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Шишмә-Борай ауылынан.
- Гәрәев Рафаил Закир улы (1930—11.01.2010), төҙөлөш өлкәһе алдынғыһы. 1949—1996 йылдарҙа 3-сө төҙөлөш идаралығы һәм 21-се төҙөлөш тресының 95-се механикалаштырылған күсмә колоннаһы эшсеһе, шул иҫәптән 1950 йылдан — ташсылар бригадиры. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының 1967) атҡаҙанған төҙөүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы (1940), ғалим-паразитолог, хеҙмәт ветераны. 1968—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан медицина биологияһы һәм генетика кафедраһы мөдире, 2004 йылдан — Рәсәй Дипломдан һуң белем биреү медицина академияһы, 2005—2010 йылдарҙа Рәсәй сауҙа-иҡтисад университеты (икеһе лә — Мәскәү) уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1997). Ғалим Мөхтәр Сәғитовтың һеңлеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы (1940), педагогик хеҙмәт ветераны, фольклорсы. Бөрйән һәм Әбйәлил райондары мәктәптәренең элекке уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булатов Хоҙат Сәлимйән улы (1906—2.01.1982), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Насирова Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы (1916—25.04.1994), театр актёры. 1936—1993 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).
тулы исемлек
- Буянов Иван Фёдорович (1926—21.06.1976), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1951—1971 йылдарҙа Күгәрсен районы хужалыҡтары комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Ибраҡов Ғәйнулла Шәйәхмәт улы (1926—1986), совет органдары хеҙмәткәре. 1974—1986 йылдарҙа Ауырғазы районы Төрөмбәт ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хисмәтуллин Рәғиб Хәмит улы (1931—27.07.2006), комсомол, партия һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1965 йылдан КПСС-тың Баймаҡ район комитеты секретары, 1983 йылдан — ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре профсоюзының Баймаҡ район комитеты рәйесе, 1996—2006 йылдарҙа һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971, 1976). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән ошо райондың 1-се Этҡол ауылынан.
- Иҫәнбаев Мазһар Насип улы (1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 1997 йылдан Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2001—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының төбәк иҡтисады кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002), иҡтисад фәндәре докторы (1987), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
- Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы (1941), журналистика ветераны, публицист. 1976 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1990 йылдан «Известия Башкортостана» гәзитенең баш мөхәррире; 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1989) һәм Ким Әхмәтйәнов исемендәге (1998) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
- Мәмбәтов Миҙхәт Әхмәтхан улы (1941), юғары мәктәп, комсомол һәм дәүләт органдары, муниципаль хеҙмәт ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1980 йылдарҙа филология факультеты деканы урынбаҫары; 1983 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан башланғыс белем методикаһы кафедраһы мөдире; 1990 йылдан — Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Эштәр идаралығының бүлек мөдире; 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Премьер-Министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы; 1995—2008 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (1975), доцент (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2008).
- Зәйнуллин Ғәриф Әхмәҙиә улы (1951—4.12.2002), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1978 йылдан Бөрйән районы «Ағиҙел» колхозы көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1987).
- Лукьянов Юрий Михайлович (1961), тренер. 1988 йылдан Октябрьский ҡала балалар турбазаһының спорт ориентирлашыуы түңәрәге етәксеһе, 1989 йылдан «Факел» үҫмерҙәр клубы, 1997 йылдан — Олимпия резервының 3-сө балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе директоры. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Алексеевка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнекәйев Әбүбәкер Әбделкәрим улы (1897—3.10.1983), ғалим-педагог. 1933—1962 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1936—1938 һәм 1941—1943 йылдарҙа директор урынбаҫары, 1953—1958 йылдарҙа педагогика һәм психология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1933 йылдан Башҡортостан педагогия ғилми-тикшеренеү институты директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1945). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
- Биишев Ғибат Ғиниәт улы (1907—1972), комсомол органдары, һатыу-тәьминәт предприятиелары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. Хәҙерге Баймаҡ районында комсомол хәрәкәтен ойошторосыларҙың береһе, ВЛКСМ-дың район комитеты секретары, комсомолдың VIII съезы делегаты (1929); артабан һатыу-тәьминәт предприятиеларының яуаплы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Хәсән ауылынан.
тулы исемлек
- Ищенко Иван Митрофанович (1912—17.01.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, автоматсылар ротаһының отделение командиры, сержант. 1945 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө предприятиелары автомеханигы. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән Украинаның Кировоград өлкәһе Новоукраинка районының Новоподымка ауылынан.
- Рафиҡ Сәлмәнов (1917—4.07.2003), композитор. 1954 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса комитеттың музыкаль мөхәррире, 1958 йылдан Мәҙәниәт министрлығының сәнғәт бүлеге халыҡ ижады кабинетының ғилми хеҙмәткәре, 1966—1980 йылдарҙа хәҙерге Республика халыҡ ижады үҙәгенең музыкаль консультанты. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1998).
- Фәйзуллин Хәйрулла Нурулла улы (1922—1996), эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1980 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһы фрезеровщигы. Ленин һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылынан.
- Басиров Зилфәт Рәүеф улы (1927—19.11.2000), скульптор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2000). 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы (1927—20.05.1999), урмансы. 1956—1987 йылдарҙа Белорет урман хужалығының Үҙәнбаш урман пункты йөк ташыусыһы, артабан бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән ошо райондың Хөсәйен ауылынан.
- Байдәүләтова Миңниса Рамазан ҡыҙы (1932—2019), педагог. 1955 йылдан Хәйбулла районы Иләс мәктәбе директоры, 1966 йылдан — уҡытыусы; 1971—1988 йылдарҙа — Байғусҡар мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1968). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Һырлыбаев Фәйзулла Сәйфулла улы (1932), эшсе. 1967—1993 йылдарҙа Баймаҡ ҡойоу-механика заводы эшсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
- Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы (1937—1.01.2022), ҡурайсы. 1975—1981 йылдарҙа Бөрйән район музыка мәктәбенең Нәби ауылы филиалының ҡурай класы буйынса уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), «Оҙон көй» республика конкурсының Гран при эйәһе (2015).
- Букаев Геннадий Иванович (1947), ғалим-иҡтисадсы, партия, һалым һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1980 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитетының беренсе секретары. 2000—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министры. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Бөтә ил буйынса ИНН индереү идеяһы авторы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2007) һәм Почёт ордендары кавалеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Абдулла районының Степное ауылынан.
- Камалов Эрнст Камал улы (1957), табип. 1986 йылдан «Салауатнефтемаш» заводы медсанчасының тиҙ медицина ярҙамы бүлеге табибы, 1994 йылдан — баш табип урынбаҫары; 1996 йылдан тиҙ медицина ярҙамы ҡала станцияһының баш табибы; 2013 йылдан ҡала дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы бүлеге табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зөбәй Үтәғолов (1913—15.01.1943), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Баҡый ауылынан.
- Ибраһим Ғиззәтуллин (1918—13.05.1992), прозаик, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар Дуҫлығы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1943)ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968). Республикала ғына түгел, элекке Советтар Союзында ла «Башҡорт Корчагины» исеме аҫтында киң билдәлелек алған шәхес.
тулы исемлек
- Ахунйәнов Таһир Исмәғил улы, әҙәби псевдонимы Таһир Таһиров (1923—25.11.2013), партия органдары хеҙмәткәре, журналист, ғалим һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 6—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1957 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1984 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Фәтих Кәрим (1998), Мәжит Ғафури (2005) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1986), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Кәримов Нурлығаян Кәрим улы (1923—??), механизатор, нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1942 һәм 1950—1965 йылдарҙа Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул МТС-ы тракторсыһы; 1965 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы машинисы, операторы; 1980—1990 йылдарҙа «Маяҡ» колхозы хеҙмәткәре. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо райондың Таймырҙа ауылынан.
- Злыдников Дмитрий Афанасьевич (1928—11.03.1998), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1962—1983 йылдарҙа Әлшәй районы «Завет Ленина» колхозының 2-се комплекслы бригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Михайловка ауылынан.
- Ишмулла Дилмөхәмәтов (1928—19.10.1984), актёр, ҡурайсы, йырсы һәм композитор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1975), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1973) артисы. БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1974) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970) лауреаты.
- Мәҡсүтов Мөжәүир Оморҙаҡ улы (1928—15.10.2010), педагог, партия органдары хеҙмәткәре. 1947 йылдан (өҙөклөктәр менән) Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы; 1955 йылдан «Йылайыр» совхозының, 1957—1959 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоздың, 1960—1961 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары. 1967—1980 йылдарҙа Темәс киске мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Байым ауылынан.
- Берг Генрих Артурович (1933), инженер-технолог-ғалим. 1956 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, 1962 йылдан лаборатория, 1968 йылдан — бүлек мөдире, 1993—2000 йылдарҙа — төп ғилми хеҙмәткәр Техник фәндәр кандидаты (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтехимигы (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983).
- Булат Йосопов (1973), кинорежиссёр. Рәсәй Федерацияһының Кинематографсылар союзы һәм Кинорежиссёрҙар гильдияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2019), атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2016), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2020) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҡсүд Сөндөклө (1904—23.10.1981), шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
- Курнаев Сергей Фёдорович (1909—22.07.1992), ғалим-геоботаник, урмансы. 1935—1944 йылдарҙа Өфөләге Башҡортостан тупраҡ‑ботаника бюроһы хеҙмәткәре, Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. «Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы картаһы»ның беренсе баҫма (1941) авторы. Биология фәндәре кандидаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһе Павлов Посад ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ромашкин Иван Данилович (1909—26.09.1998), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия танк бригадаһының мотоуҡсылар батальоны командиры. Гвардия майоры (1956). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Абдуллин Мансур Иҙиәт улы (1919—8.06.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, педагог. Еңел артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970).
- Пантелькин Анатолий Александрович (1919—14.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, авиация полкының эскадрилья командиры, майор. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Афридонов Миҙхәт Вафа улы (1924—20.07.2000), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1958 йылдан КПСС-тың Октябрьский ҡала комитеты секретары, беренсе секретары, 1970—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының сауҙа министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI—IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1980). Ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1966, 1985) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1971) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Киң Арал ауылынан.
- Киняшов Михаил Александрович (1924—2.06.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Благовещен ҡалаһының почётлы гражданы.
- Лосев Михаил Николаевич (1929), хеҙмәт ветераны. 1948 йылдан «Башнефтезаводстрой» тресының, 1968—1989 йылдарҙа — Өфө проект‑төҙөлөш берекмәһенең тимер-бетон конструкциялар монтажсыһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1975). Ленин (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Дмитриевка ауылынан.
- Ризуанов Наил Мәсәлим улы (1929—6.04.2012), ғалим-тау инженеры, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1972—1995 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, артабан 2002 йылғаса — генераль директорҙың кәңәшсеһе. Техник фәндәр кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең (1993) һәм Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999). Октябрь Революцияһы (1986) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) ордены кавалеры.
- Саяпов Искәндәр Әғзәм улы (1934—8.07.2008), сценограф, рәссам. 1985—1997 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театрының баш рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1994). Халыҡ театрҙарының зона смотры (Өфө, 1973), Бөтә Рәсәй СССР художество вуздары студенттарының диплом эштәре күргәҙмәһе (Ленинград, 1978) лауреаты.
- Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы (1934—2016), хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1980 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» совхозының тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1972). Салауат районының почётлы гражданы (2015).
- Сәғәҙиев Наил Һаҙый улы (1939), хеҙмәт ветераны. 1955–2001 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1989). III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
- Аверьянов Вячеслав Юрьевич (1959), хәрби хеҙмәткәр, I класлы лётчик-һынаусы. Капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). Рәсәйҙең атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы (2006). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2015).
- Мифтахов Альберт Ленар улы (1959—11.09.2014), йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. 2012—2014 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. 2014 йылдың ғинуар—сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты (1987). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Руденко Олег Анатольевич (1959), хужалыҡ эшмәкәре. 2006-2010 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1887: Кәрим Тинчурин, татар драматургияһы классигы, артист һәм режиссёр.
- 1890: Агата Кристи, Англия яҙыусыһы.
- 1899: Кириков Сергей Васильевич, зоогеограф, эколог.
- 1923: Михаил Танич, СССР һәм Рәсәй шағиры, популяр йыр текстары («Текстильный городок», «Чёрный кот», «Как тебе служится», «Идет солдат по городу», «Погода в доме» һәм башҡалар) авторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000) һәм халыҡ артисы (2003).
- 1925: Кирилл Лавров, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1926: Жан-Пьер Серр, Франция математигы.
- 1700: Андре Ленотр, Франция архитекторы.
- 1859: Исамбард Кингдом Брюнель, Англия инженеры.
тулы исемлек
- 1965: Степан Злобин, СССР яҙыусыһы, «Салауат Юлаев» романы авторы.
- 1978: Вилли Мессершмитт, Германия авиаконструкторы.