Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
25 декабрь юбилярҙары
|
- Тавасиев Сосланбек Дафаевич (1894—10.04.1974), скульптор. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленең авторы. 1935 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1944 йылдарҙа Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Төньяҡ Осетия АССР-ының (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) халыҡ рәссамы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1970). Ҡыҙыл Байраҡ (1919) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958, 1968) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының Ираф районы Фаснал ауылынан.
- Сәғит Агиш (1904—21.05.1973), уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 1949–1951 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы мөхәррире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975, үлгәндән һуң). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Йосопов Билал Мөғтәсим улы (1904—26.02.1999), ғалим-геолог-нефтсе. 1968 йылдан Өфөләге Геология институты директоры, бер үк ваҡытта 1970 йылдан нефть һәм газ геологияһы лабораторияһы мөдире; 1974 йылдан — ғилми консультант, 1978—1992 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр-консультант. Геология-минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1969). Татар АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1958) ордендары кавалеры.
- Шадт Булат (Булатов Шаймурат Миңлеғәле улы; 1909—17.03.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған мари СССР шағиры, тәржемәсе, журналист, педагог. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
- Валивач Меркурий Матвеевич (1914—11.10.1995), ғалим-тарихсы. 1969—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972 йылдан — марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1986), профессор (1987). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Ключевский районы Васильчуки ауылынан.
- Солонин Василий Степанович (1914—2.12.1980), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1932 йылдан Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы тракторсы-комбайнсыһы, 1945 йылдан — комбайнсылар звеноһы башлығы, 1949—1953 йылдарҙа механик, оҫтахана мөдире, 1957—1972 йылдарҙа баш инженер. РСФСР-ҙың II саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Тишина Анастасия Фёдоровна (1914—11.10.2002), хеҙмәт алдынғыһы. 1942—1971 йылдарҙа Өфө элемтә аппаратураһы заводы токаре. Башҡорт АССР-ының V саҡырылыш (1959—1963) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Орёл өлкәһенең Сосновка районы Мураевка ауылынан.
- Семагин Василий Александрович (1919—19.07.2014), табип-хирург. 1946 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала поликлиникаһы мөдире, 1950 йылдан — 1-се ҡала дауаханаһының бүлек мөдире; 1980—1987 йылдарҙа синтетик каучук заводының медик санитария бүлеге табибы, шул иҫәптән 1985 йылға тиклем баш табип урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, госпиталь взводы командиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1955). Ленин (1961), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы (1924—25.01.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, майор. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Яңы Сафар ауылынан.
- Моор Пётр Семёнович (1934—25.09.2014), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1955 йылдан Благовар районының «Рәсәй» колхозының баш агрономы, 1964—1994 йылдарҙа — рәйесе. РСФСР-ҙың X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Алексеевка ауылынан.
- Курапов Николай Андреевич (1949), хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2001—2009 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең генераль директоры, 2009—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
|
|