Вена
Вена (нем. Wien [ˈviːn], бав.. Wean, лат. Vindobona) — Австрияның федераль баш ҡалаһы һәм бер үк ваҡытта Түбәнге Австрия ерендә урынлашҡан туғыҙ федераль ерҙәренең береһе. Илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Венаның халҡы 1,73 млн кеше (2012) тәшкил итә; биҫтәләре менән бергә — яҡынса 2,3 млн. (Австрия халҡының 25 % артыҡ). Шулай итеп, Вена халҡының һаны буйынса Европа берләшмәһенең иң эре ҡалалары араһында ун беренсе урынды биләп, Австрияла иң эре ҡала булып һанала. Австрияның мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси үҙәге.
Ҡала | |||||
Вена нем. Wien | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
23 округ | ||||
Бургомистр | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
I век | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
414,65 км² | ||||
Высота НУМ |
151—542 м | ||||
Климат тибы |
йомшаҡ уртаса | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
4025 кеше/км² | ||||
Милли состав |
немец-австриялылар, словендар, венгрҙар, хорватары, чехтар, словактар,сиғандар һәм башҡалар | ||||
Конфессиональ составы |
католиктар, сөнни мосолмандар, православныйҙар, протестанттар, йәһүдтәр | ||||
Этнохороним |
ве́нец, ве́нка, ве́нцы[2] | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+43 1 | ||||
Почта индексы |
1010—1239, 1400, 1450 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
W | ||||
ISO |
AT-9 | ||||
Рәсми сайт |
wien.gv.at | ||||
Вена — Нью-Йорк һәм Женеванан ҡалараҡ БМО -ның өсөнсө ҡала-резиденцияһы. Вена халыҡ-ара үҙәге (UNO-City) үҙ эсенә АЭХАА (МАГАТЭ), БМО — ның НИ (УНП), БМО — ның сәнәғәт үҫеше буйынса ойошмалары һ.б. ала. Венала НЭИО (ОПЕК) һәм ЕХХО (ОБСЕ) халыҡ — ара ойошмаларының штаб — фатирҙары урынлашҡан.
Күп быуаттар дауамында Вена Габсбургтарҙың резиденция — калаһы, уларҙың хакимлығы осоронда Европаның мәҙәни һәм сәйәси үҙәгенә әүерелгән герман милләтенең Изге Рим империяһы баш ҡалаһы ла була. 1910 йылда ике миллион кеше көн иткән, ул донъяның иң эре ҡалалары араһында тик Лондон, Нью — Йорк һәм Париждан ҡала килә дүртенсе урын биләй. Империяның емерелеүенә килтергән Беренсе бөтә донъя һуғышынан һуң Венаның халыҡ һаны сиреккә яҡын кәмей һәм үҫеүен туҡтата.
Венаның иҫке ҡалаһы (эске өлөшө) Шёнбрунн һарайы 2001 йылдың декабрендә бөтә Донъя мираҫы (ЮНЕСКО исемлегенә индерелә.
2012 йылдың май айында донъя күргән ҡалала тормош сифатын буйынса Mercer агентлығы халыҡ-ара тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә ярашлы, Вена 221 ҡала араһында йәшәү рәүеше буйынса бишенсе тапҡыр рәттән беренсе урынды алды[3][4] The Economist журналы 2011 йылда Венаны донъяла йәшәү уңайлылығы буйынса (Мельбурндан һуң һәм Ванкувер алдынан) икенсе урынға ҡуйҙы[5].
Географияһы
үҙгәртергәВенаның майҙаны 415 км² тәшкил итә. Вена иң Австрияның федераль ерҙәре араһынан иң бәләкәйе. Ҡала майҙаны ошо рәүештә бүленгән:
Ер өҫтөндәге төҙөлөштәр | 11,3 % |
Юл майҙандары | 11,1 % |
Тимер юл майҙандары | 2,2 % |
Парктар | 28,4 % |
Һыу майҙандары | 4,6 % |
Йөҙөм баҡсалары | 1,7 % |
Урман участкалары | 16,6 % |
Ауыл хужалығы майҙандары | 15,8 % |
Башҡалар | 8,3 % |
Урынлашыуы
үҙгәртергәҠала Австрияның көнсығыш өлөшөндә, Альпы тауҙары итәгендә, Дунай йылғаһы буйында, Словакия менән Венгрия сиктәренән 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Вена аша Дунай һәм уның тармағы — Дунай каналы, шулай уҡ Вена йылғаһы аға. Тарихи ҡала Дунай йылғаһынан көньяҡҡа табан үҫешкән була, әммә аҙаҡҡы ике быуат арауығында Вена йылғаның ике ярында ла үҫешә. Диңгеҙ кимәленән иң бейек урыны Германскогель районында (542 м), а иң түбән урыны — Лобауҙа (151 м). Ҡаланы бөтә яғынан да Вена урманы урата[6]
Географик урыны Вена ҡалаһына Көнсығыш Европа илдәре менән төрлө мөнәсәбәттәр төҙөү өсөн бик уңайлы. 1989 йылдан һуң, тимер занавес ҡолағандан һуң, уңайлылыҡ бигерәк тә билдәләнде. Мәҫәлән, Словакия баш ҡалаһы Братиславанан Венаны барлығы 60 км айырып тора — Европала, Ватикан менән Римды иҫәпкә алмағанда, ике баш ҡалалар араһында иң ҡыҫҡа арауыҡ.
Формаһы буйынса Вена арҡырыға Дунай йылғаһы хордаһы менән киҫелгән түңәрәкте хәтерләтә. Иҫке ҡала тип исемләнгән уның үҙәк өлөшө беренсе райондың (Эске район) административ сиктәре менән тура килә тиерлек. Рингштрассе (Түңәрәк урам) йәки Ринг (түңәрәк) иҫке ҡаланы уратҡан бульварҙарҙың сылбыры. Рингтың тарихы император үҙенең һаҡланыу функцияларын юғалтҡан һәм ҡамасау итә башлаған фортификацион ҡоролоштарҙы емерергә, улар урынына репрезентатив бульварҙар һәм тарихилыҡ стилендәге, хәҙерге көндә ҡаланың иң мөһим иҫтәлекле урындары булған биналар серияһын төҙөү 1857 йылда башлана. Венаның икенсе ярым түңәрәген яһаған Гюртель урамы (Билбау) шулай уҡ XIX быуаттың икенсе яртыһында хәрби әһәмиәтен юғалтҡан XVIII быуаттан алып Венаны биҫтәләре менән яҡлаған фортификацион үрҙе һүткәндән һуң барлыҡҡа килә. Гюртель артында официаль рәүештә 1892 йылда Венаның өлөшө булып киткән элекке биҫтәләр урынлашҡан.
Административ бүленеше
үҙгәртергәВена 23 районға бүленгән :
1. Эске ҡала (нем. Innere Stadt) 2. Леопольдштадт (нем. Leopoldstadt) 3. Ландштрассе (нем. Landstraße) 4. Виден (нем. Wieden) 5. Маргаретен (нем. Margareten) 6. Мараиахильф (нем. Mariahilf) 7. Нойбау (нем. Neubau) 8. Йозефштадт (нем. Josefstadt) 9. Альзергрунд (нем. Alsergrund) 10. Фаворитен (нем. Favoriten) 11. Зиммеринг (нем. Simmering) 12. Майлинг (нем. Meidling) 13. Хитцинг (нем. Hietzing) 14. Пенцинг (нем. Penzing) 15. Рудольфсхайм — Фюнфхаус (нем. Rudolfsheim-Fünfhaus) 16. Оттаркринг (нем. Ottakring) 17. Хернальс (нем. Hernals) 18. Веринг (нем. Währing) 19. Деблинг (нем. Döbling) 20. Бригиттенау (нем. Brigittenau) 21. Флоридсдорф (нем. Floridsdorf) 22. Донауштадт (нем. Donaustadt) 23. Лизинг (нем. Liesing)
Климаты
үҙгәртергәҠыш: уртаса һауа температураһы +1 °C, һалҡындар һирәк була: −12 алып −18° тиклем, йыш ҡар яуа.
Яҙ: февраль аҙағында килә һәм май уртаһына тиклем һуҙыла. Һауа торошо тотороҡһоҙ, бик ныҡ үҙгәреүсән. Һалҡын көндәр кире ҡайтыуы ла мөмкин, шулай уҡ йәйге эҫелек тә. Яҙғы ҡырау оҙайлы ваҡыт төшөүе мөмкин, ғәҙәттә март айына тиклем була, әммә айырым йылдарҙа май аҙағына тиклем күҙәтелә.
Йәй: уртаса температура яҡынса +20 °C. Йыш ҡына Венала йәй ҡоро һәм эҫе була — 38 градусҡа тиклем.
Көҙ: сентябрҙең һуңғы декадаһында килә. Көҙҙөң башы һәм уртаһында йыш ҡына йылы көндәр ҡабаттан ҡайтыуы һәм ҡоро комфортлы көн торошо булыуы ихтимал. Ҡара көҙ ноябрҙең уртаһында — аҙағында була һәм яйлап ҡына йомшаҡ ҡышҡа күсә.
Вена — ҡояшлы ҡала, йыл миҙгелдәренең барыһы бик һәйбәт сағылдырыла. Атмосфера яуым — төшөмдәре : йылына 600—700 мм.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 18,7 | 20,6 | 25,5 | 30,0 | 34,0 | 36,5 | 38,3 | 38,5 | 33,0 | 27,8 | 21,7 | 19,1 | 38,5 |
Уртаса максимум, °C | 3,1 | 5,2 | 10,3 | 16,2 | 21,1 | 24,0 | 26,5 | 26,0 | 20,6 | 14,6 | 8,1 | 3,6 | 14,9 |
Уртаса температура, °C | 0,3 | 1,7 | 5,8 | 10,8 | 15,6 | 18,6 | 20,8 | 20,3 | 15,5 | 10,4 | 5,2 | 1,1 | 10,5 |
Уртаса минимум, °C | −1,9 | −1 | 2,5 | 6,3 | 10,9 | 14,0 | 15,9 | 15,7 | 11,9 | 7,4 | 3,0 | −0,8 | 7,0 |
Абсолют минимум, °C | −22,2 | −26 | −16,3 | −8,1 | −1,6 | 3,2 | 6,9 | 6,5 | −0,6 | −9,1 | −14,3 | −20,7 | −26 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 37 | 41 | 51 | 44 | 69 | 70 | 71 | 72 | 60 | 38 | 49 | 48 | 649 |
Сығанаҡ: «Погода и Климат» |
Вена Европа баш ҡалалары территорияһында йөҙөм үҫтергән ҡалаларҙың береһе.
Тарихы
үҙгәртергәБөгөнгө Вена территорияһында йәшәй башлау тарихы неолит осоронан башлана. Дунай буйында игенселек һәм малсылыҡтың (б.э. тиклем 6 мең йыллыҡ) тарала башлауы өсөн Вена соҡоро оптималь шарттар тыуҙыра: уңдырышлы тупраҡ, һыу сығанаҡтарының күплеге һәм уңайлы климат. Римға тиклем иң мөһим ултыраҡ бронза быуатының уртаһынан башланған һәм римляндар килгәнгә тиклем ике быуат ҡалғас ҡына бөтөрөлгән Леопольдсберг тауындағы ултыраҡ була.
Венаның ҡала булараҡ тарихы бөгөнгө иҫке ҡаланың 15 Рим легион форпосы территорияһында б.э. I быуаттың уртаһындағы төҙөлөштән башлана. Был форпост кельт сығышлы «Виндобона» (Виндос биләмәһен аңлата) исемен ала. Хәрби лагерь тирәләп гражданлыҡ ҡаралдылар үҫә башлай. Археологик ҡаҙыныуҙар хәҙерге иҫке ҡала территорияһында Римға тиклемге ултыраҡ барлығы тураһындағы версияны иҫбатламайҙар.
V быуат башында Виндебона ла бик көслө янғын була, ә V быуат аҙағына римляндар әлеге урындарҙы ташлап китәләр.
Венаның үҙәге топографияһы Виндобона лагереның топографияһын үҙ эсенә алыу факты үҙе үк римляндарҙың китеүенән һуң унда кешеләр йәшәгәнлеген раҫлай, улар ул ваҡытта әле имен булған диуарҙар янында һыйыныр урын тапҡандар һәм римляндарҙан һуң ҡалған материалдарҙы торлаҡтар төҙөүҙә файҙаланғандар.
Ҡаҙыныуҙар күрһәтеүенсә, VI быуатта боронғо Рим лагеренең диуарҙар артында тормошо уның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә тупланған була. Ултараҡтың Исеме ерлеге билдәле түгел, унан башҡа бөгөнгө Венаның территорияһында бер нисә авар һәм славяндар ултырағы була. шулай ҙа[7]. Исемдәрен, ҡайһы бер славян ултыраҡтарының исемдәре әлегә тиклем Венаның бөгөнөг райондарының исемдәрендә йәшәй: Веринг (18), Дёблинг (19).
IX быуатта көнбайыштан килеүсе Каролингтар боронғо Рим лагереның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҙур булмаған замок һәм хәҙергәсә һаҡланып ҡалған изге Рупрехт сиркәүен төҙөй. Йорттар һаны һаман да бәләкәй һәм әһәмиәтһеҙ ултыраҡта бер аҙ арта. Шул уҡ IX быуатта Вена тураһында беренсе мәртәбә телгә алыныуы билдәле: иҫке Зальцбург анналларында (тарихи инша) 881 йыл яҙмаһы һаҡланып ҡалған, был яҙмала Вения янында венгрҙар менән алыш булыуы тураһында бәйән ителә: «… bellum cum ungaris ad Uueniam…» Әммә бында йылға тураһында һүҙ барамы, әллә Вена ҡалаһы тураһындамы — асыҡлыҡ юҡ. Шулай уҡ алыш нисек тамамланғаны тураһында ла асыҡлыҡ юҡ.
XII быуат уртаһында Вена Австрия герцогтары Бабенбергтарҙың резиденцияһы булып китә. 1155 йылда герцог Генрих II Бабенберг Ам — Хоф майҙанында йорт төҙөй. 1137—1147 йылдарҙа Изге Стефан соборы урынында (хәҙерге собор XIII—XV быуаттарҙа төҙөлгән) беренсе сиркәү төҙөлә. 1278 йылдан Вена — терәге династияһы Габсбургтар династияһының терәге. 1469 йылда император Фридрих III Папа Павел II Венала епископлыҡ ойоштороуына ирешә (1469 йылда Австрия дини яҡтан епископ Пассауға буйһона).
1529 йылда төрөктәр тарафынан Вена һөҙөмтәһеҙ ҡамала. Вена яҡлаусылары дошмандың сама менән 20 тапҡырға өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан киҫкен рәүештә еңеүгә ирештеләр. Төрөк армияһының быға тиклем татымаған ауыр ҡыйратылыуынан һуңҒосман империяһының ашығыусан экспанисияһына нөктә ҡуя. Быуат ярымваҡыт үткәс, 1683 йылда католик илдәрҙең союздаш илдәренең ғәсҡәрҙәре Вена диуарҙары аҫтында бынан да ҡыйратҡысыраҡ еңелеүгә дусар итә. Ошо еңелеүҙән һуң Ғосман империяһы яулап алыуға йүнәлтелгән походтарҙан бөтөнләйгә баш тарта һәм нәҡ ошо еңелеүҙән һуң уның емерелеүе башлана.
1679 йылда Венала разразилась тағун (чума) эпидемияһы ҡуба. 100 мең кешелек ҡала халҡының өстән бер өлөшкә кәмей. Ҡаланың үҙәгендә 1693 йылда эпидемиянан ҡотолоу иҫтәлегенә Чума колоннаһы (йәки Пестзойле) ҡалҡа, әммә 1713 йыл ауырыуҙың яңы тулҡынын алып килә. Изге Стефан соборы аҫтындағы катабомбаларҙа ғына эпидемияның 11000 ҡорбаны ерләнә. Был ваҡиға тураһында ҡала тарихында бөгөн Карлскирхеның мөһабәт бинаһы иҫкә төшөрә.
XVI быуаттан баш ҡалаһы Вена Австрия Габсбургтары күп милләтле дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә, XVII быуаттан, һәм бигерәк тә XVIII быуатта, батшаға яҡын күп һанлы бюрократия үҙәге була. XVIII быуаттан Венала мануфактура сәнәғәте (туҡыма етештереүе һәм муллыҡ әйберҙәре) үҫешә башлай.
XVIII—XX быуат башында Вена — донъя мәҙәниәтенең, айырыуса музыкаль өлкәлә, мөһим үҙәге була.
1805 һәм 1809 йылдарҙа Венаға ғәсғәрҙәре Наполеон ғәсҡәрҙәре баҫып инә. 1814 йылда ҡалалаЕвропаның сәйәси картаһын ҡайтанан ҡараған Вена конгресы уҙа.
XIX быуаттың беренсе яртыһында билдәле Вена композиторҙары, рәссамдары һәм театраль эшмәкәрҙәре нигеҙ һалыусылары булған бидермейер стиле килеп сығыуы менән ҡалала мәҙәниәт һәм сәнғәт сфераһында алға үҫешеү күҙәтелә. Вена дөйөм Европа музыкаль үҙәгенә әүерелә. Бидермейер эпохаһы ҡала халҡы әүҙем ҡатнашҡан 1848 революцияһы менән тамамлана.
XIX быуат аҙағында Венала мәҙәниәт, фән һәм мәғариф өлкәләре сәскә атыуын дауам итә. Донъя билдәлелеге менән Вена университеты һәм фәндәр Академияһы файҙалана. 1897 йылда Веналағы богема вәкилдәре Вена сецессион төркөмөн ойошторалар, был ойошмаға Коломан Мозер, Густав Климт һәм Отто Вагнер инә.
XX быуат башына Вена Европаның иң эре 2 млн кешенән ашыу халыҡлы ҡалаларының береһе була. Әммә Европалағы сәйәси ваҡиғалар Вена өсөн һынылышлы була, Беренсе донъя һуғышындаАвстро — Венгрияның ҡыйратылыуынан һуң, Вена үҙенең элек булған абруйын юғалта.
Беренсе бөтә донъя һуғышы Габсбургтар нәҫеленең емерелеүенә килтерҙе һәм инфляция һәм социалистар һәм консерваторҙар араһындағы сәйәси көрәше Венаның түбән төшөүенә сәбәп була. Массалар һәм капитал мәнфәғәттәре араһында тигеҙлек һаҡлаусы муниципалитет һәр кем алырлыҡ торлаҡ төҙөү һәм ҡала инфраструктураһы буйынса киң программаны тормошҡа ашырҙы, әммә партиялар араһындағы бәрелеште булдырыу сараларын күрә алманы. 1927 йылда Венала 89 ғүмерҙе өҙгән күмәк халыҡлы йәмғиәт тәртипһеҙлектәре башлана.1934 йылда Февраль ихтилалы тоҡана.
1934 йылда власҡа килгән Австрия фашизмы режимы илдең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлай алмай һәм 1938 йылдың 11 мартынан 12 мартҡа ҡараған төндә Венаға немец ғәсҡәрҙәре бәреп инә.
1945 йылдың 13 апрелендә Вена операцияһы барышында Вена совет ғәсҡәрҙәре тарафынан алына. Инглиз -американлыларҙың бомбежкаларынан һәм урамдағы алыштарҙың һөҙөмтәһендә ҡалаға байтаҡ зыян килтерелһә лә, иҫке ҡаланың тарихи ансамбле шулай ҙа һаҡланып ҡала. Изге Стефан соборы 1960 йылда тергеҙелә.аҡланмаған. 1955 йылда опера театры һәм «Бургтеатр» ҡабаттан асыла.
1945 йылдың июль айында Австриялағы оккупация зоналары һәм Вена араһында идара итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ҡала дүрт оккупация секторҙарына бүленә: советтар, америка, инглиз һәм француз секторҙары. Дүрт яҡлы оккупация өсөн үҙәк булдырыла. Карл Реннер Германиянан айырылыуын иғлан иткән Австрия ваҡытлыса хөкүмәтен булдыра. Ҡаланың төньяҡ — көнсығыш сиктәрен биләгән Совет ғәсҡәрҙәре һәм ҡаланың башҡа өлөштәрен биләгән союздаш илдәрҙең ғәсҡәрҙәре ҡаланы Автрия бойондороҡһоҙ һәм нейтраль тип иғлан ителгәндән һуң 1955 йылда ҡалдырып китәләр.
1950 йылдарҙың икенсе яртыһында Вена ҡабаттан муниципаль торлаҡтарҙы күпләп төҙөүҙе йәйелдереп ебәрҙе, 1970—1980 йылдарҙа ҡаланың үҙәгендә етди реконструкция үткәрелде һәм бының һөҙөмтәһендә Вена Брюсселдәге һымаҡ уйланмаған төҙөлөштәрҙән ҡотолоп ҡалды. Хәҙерге Венала АЭХАА (МАГАТЭ), СҮбБМО (ЮНИДО), ОПЕК һәм башҡа күп кенә халыҡ-ара ойошмалаы урынлашҡан. 1975 йылдың 21 декабрендә ОПЕК штаб — фатиры террористарҙың һөжүменә дусар була.
Транспорт
үҙгәртергәВенала йәмәғәт транспорты яҡшы үҫешкән . Уның нигеҙен тәшкил итә:
- Вена S-Bahn — Австралия федераль тимер юлдары ҡарамағындағы тиҙ йөрөшлө поездар селтәре (ÖBB) ;,
- Вена метрополитены (U-Bahn), Wiener Linien компанияһының трамвай һәм автобус линиялары ;
- Вена-Баден (Badner Bahn) трамвай линияһы;
- City Airport Train — Халыҡ ара Швехат аэропортынан Вена үҙәгенә барыусы тиҙ режимлы поездар;
- шәхси автобус линиялары.
Трамвай бәләнеше Венала 1865 йылда барлыҡҡа килде һәм хәҙерге ваҡытта яҡынса 179 км трамвай юлдарын тәшкил итә. Шулай итеп, Венала иң боронғо һәм иң оҙон трамвай селтәре урынлашҡан булып сыға. 1898 йылда Венала беренсе Stadtbahn ҡала тимер юлы линиялары барлыҡҡа килә, хәҙер улар U-Bahn һәм S-Bahn булып сағылдырыла. Автобус маршруттары Венала 1907 йылдың 23 мартынан алып эшләй башланылар. Машина юлдары һәм тимер юлдары селтәрҙәре Венаны Австрияның һәм Европаның башҡа ҡалалары менән тоташтыра. Берҙәм Төп вокзал әле төҙөлөү стадияһында (өлөшләтә 2012 йылдың декабрендә асылған), алыҫ юл рейстары төп вокзалдарҙы тәьмин итәләр: Көнсығыш, Төньяҡ, Көнбайыш һәм Франц Иосиф исемендәге вокзалды. Вена Швехат халыҡ — ара аэропорты ЕС ағза — илдәр менән тура һауа бәйләнеш булдыра һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса Үҙәк Европала иң эре аэропорт булып һанала. Швехатта бөтә донъянан 60 авиакомпаниянан ашыу теркәлгән. 2005 йылда 14 млн артыҡ пассажир хеҙмәтләндерелгән.
Вена йылға порты Дунай йылғаһында үҙәк транспорт узелы булып тора һәм Европала иң эре 60 мең. м² дөйөм майҙанлы контейнерҙар ҡабул итеү буйынса терминалына эйә. Вена портының логистика үҙәгендә 120 Австрия һәм сит илдәр компаниялары теркәлгән, был компанияларҙа 5 меңдән артыҡ кеше эшләй. 2005 йылда ошо үҙәк аша 9 миллион тонна төрлө тауарҙар үткәрелде.
Мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Вена операһы — донъяла иң билдәлеләрҙең береһе.
- Шенбрунн — Австрия императорҙарының йәйге резиденцияһы.
- Бельведер һарайҙар комплексы
- Хундертвассер йорто — архитектор Хундертвассерҙың йорто
- Хофбург — Габсбургтарҙың Веналағы резиденцияһы
- Изге Стефан соборы (Штефансдом) — ҡаланың бер символы.
- Вена халыҡ-ара үҙәге БМО — VIC.
Фәнни учреждениелар һәм университеттар
үҙгәртергә- Иҡтисади тикшеренеүҙәр Австрия институты
- Халыҡ-ара иҡтисади тикшеренеүҙәр Вена институты
- Вена университеты[8]
- Вена техник университеты[9]
- Вена й иҡтисад университеты
- Агрокультура университеты (тәбиғи байлыҡтар һәм ғәмәли фәндәр)
- Вена медицина университеты
- Һынлы сәнғәт академияһы
- Ғәмәли сәнғәт университеты
- Музыка һәм башҡарыу оҫталығы сәнғәте Вена университеты
- Ветеринария медицинаһы университеты
Шәхси университеттар:
- Webster университеты
- MODUL университеты
- Зигмунд Фрейд университеты
Парктар
үҙгәртергә- Шенбрунн зоопаркы — Габсбургтар резиденцияһындағы Шенбруннға 1752 йылда хайуандар урынлаштырылған булған. Шулай итеп, былдонъяла булған зоопарктар араһында иң боронғоһо.
- Зоосад Лайн — Вена урманының бер өлөшө нисек ойошторолған парк-ҡурсауығы менән ҙур, үҙенсәлекле киң премия эсендә зоосад ҡырағай зверей. Күпселек өлөшө урынлашҡан районында 13-се, ҡан тамырҙары, бер өлөшө ҡарай Түбәнге Австрия.
- Ботаника баҡсаһы Вена университеты
- Праер — ижтимағи парк һәм ял итеү зонаһы
- Йорт Диңгеҙ паркында Эстерхази 6-м районында, ҡан тамырҙары, устроенный" зенит ҡаралган осорынан икенсе бөтә донъя һуғышы, майҙанда тәҡдим итә 4.000 м² күп 10.000, күпселек диңгеҙ, хайуандар. Баҫым, нигеҙҙә яһала аквариумы.
Музыка
үҙгәртергә- Вена филармония оркестры — бөтә донъяға билдәле, йыл һайын Яңы йыл концертын үткәреүсе оркестр.
- Вена Концертхаусы — классик музыка үҙәге.
- Вена дәүләт операһы — Европалағы иң күренекле операларҙың береһе. Операның актуаль программаһы рус телендә.
- Mnozil Brass — билдәле джаз брасс — ансамбле.
Иҡтисады
үҙгәртергә2007 йылда Mercer Human Resource Consulting (en) донъя кимәлендә йыллыҡ йәшәү сифатын тикшереү һөҙөмтәләрен нәшер итте. Йәшәү сифаты кимәле буйынса Вена Европа союзында беренсе урын алды (беренсе тапҡыр түгел). Был ҡала иң яҡшы билдәләр инфраструктура, йәмәғәт транспорты, багктар һәм финанстар, хәүефһеҙлек, мәҙәниәт һәм буш ваҡытта ял итеү сфераларында алды. Иҫ киткес күрһәткестәр Вена халҡын ғына түгел, шулай уҡ был ҡалала теләк менән эшләгән халыҡ — ара компанияларына ла этәргес көс була.
ЕС «Евростат» статистик ведомстволары мәғлүмәттәре буйынса Вена юғары етешлек кимәлле ҡала һәм төбәҡ тип һанала. Отчетҡа ярашлы, төбәк вал продукты Венала Европа буйынса уртаса кимәленән 178 % тәшкил итә. Был ҡалала күсемһеҙ мөлкәт баҙары яй, әммә ышаныслы үҫә. Башҡа Европа ҡалаларында торлаҡ баҙарында инде 8 йыл тәрән кризис күҙәтелә. Рейтинг төҙөгән саҡта биш күрһәткес иғтибарға алынды: хеҙмәт етештереүсәнлеге, тормош сифаты, инфраструктура үҫеше, социаль интеграция һәм тирә — яҡ мөхитте һаҡлау[10].
Сәйәсәте
үҙгәртергәЗакон сығарыу органы — Вена общинаһы советы (Wiener Gemeinderat), башҡарма органы — Вена Бургомистрынан (Bürgermeister von Wien) һәм ҡала советниктарынан (Stadtrat) торған ҡала сенаты (Wiener Stadtsenat) һайлана.
1918 йылға тиклем Вена сәйәсәтен Христиан — социаль партия (хәҙерге Австрия халыҡ партияһы) билдәләй, уның лидеры Карл Люгер күп йылдар дауамында ҡала мэры була. Беҙҙең көндәрҙә Вена Австрия социал — демократтарының терәге. Улар власҡа Беренсе республика (1918—1934) дәүерендә киләләр һәм бик күп меңләгән эшселәрҙең тормош кимәлен яҡшыртыусы социаль реформалары үткәрәләр. Мэрия сәйәсәтен Европа сиктәрендә ул ваҡыттағы бөтә социалистар ихтирам итәләр, улар ҡаланы «Ҡыҙыл Вена» (Rotes Wien) тип йөрөтәләр. Социал — демократтарҙың идаралығында берҙән — бер өҙөмтә 1934—1945 йылдарҙа була, был йылдарҙа илдә Австрия фашизмы хөкөм һөрә, унан Австрияның Германия составына ингәндән һуң (аншлюс)— нацизм.
Дин
үҙгәртергәВена Рим-католик сиркәүе архиепархия митрополияһы үҙәге булып тора. 2001 йылдағы халыҡ иҫәбе күрһәткестәренә ярашлы, ҡала халҡы диндәр буйынса ошо рәүешле бүленә:
Католицизм | 49,2 % |
Дини түгел | 25,7 % |
Ислам | 7,8 % |
Православие | 6,0 % |
Протестантлыҡ (башлыса лютеранлыҡ) | 4,7 % |
Иудаизм | 0,5 % |
Башҡа диндәр һәм аныҡлаштырмаған дин тотоу | 6,3 % |
Спорт
үҙгәртергәҠала фигуралы шыуыу буйынса үткәрелгән Донъя Чемпионаттары һаны буйынса рекордсмен. Бында улар 11 тапҡыр уҙғарылған, бындай кимәлдәге беренсе ярыш XX быуат башында үтә (1907 йылғы фигуралы шыуыу буйынса Донъя Чемпионаты).
Футбол
үҙгәртергәВенала 50-нән ашыу футбол клубтары бар. Бында Австрияның иң боронғо, Эрсте Лигала уйнаған клубы урынлашҡан: Фёрст Вена. Уға 1894 йылда нигеҙ һалынған. Шулай уҡ ҡалала 2 Бундеслига клубы бар, улар илдә иң яҡшыларҙан һанала: Аустрия һәм Рапид. Командалар араһында матчтар илдең төп стадионы — Эрнст-Хаппель-Штадионда үткәрелә. Башҡа клубтар араһында шулай уҡ «Винер Шпортклуб», «Винер Виктория» һәм «Флоридсдорфер» клубтары билдәле. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡала исеменән Бундеслигала уйнаған «Ландхаус» клубы айырылып тора.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәТуғандашлыҡҡа оҡшаған мөнәсәбәттәр:
Бынан тыш Венаның ҡайһы бер райондарының Японияла туғандаш ҡала йәки райондар бар:
- Альзергрунд һәм Такарадзука, Хёго (1994 йылдан башлап)
- Эске ҡала (Вена) һәм Тайто (махсус район, Токио (1989 йылдан башлап)
- Дёблинг һәм Сэтагая, Токио (1985)
- Донауштадт һәм Аракава (махсус район), Токио (1990 йылдан башлап)
- Майдлинг һәм Гифу (ҡала), Гифу (префектура) (1990 йылдан башлап)
- Флоридсдорф һәм Кацусика, Токио (1987 йылдан башлап)
- Хернальс һәм Футю Токио (1992 йылдан башлап)
- Хитцинг һәм Хабикино, Осака (префектура) (1995 йылдан башлап)
Астрономияла
үҙгәртергәВена хөрмәтенә 1894 йылда асылған Вена (397) астероиды, шулай уҡ 1882 йылда асылған Виндобона (231) астероиды исемләнгән
Вена менән бәйле исемдәр
үҙгәртергә- Брентано Антония — 1780—1869) Австрия сәнғәте коллекционеры, меценат һәм Людвиг Ван Бетховендың яҡын дуҫы.
- Флёге Эмилия — австрия тегенсеһе һәм модельеры, рәссам Густав Климттың моделе, музаһы. 1904 йылда ҡыҙ туғандары Паулина һәм Һелена менән бергә Венаның Мариахильфер-штрассе урамында «Апалы-һеңлеле Флёге» тип аталған эксклюзив һәм экстравагант мода салонын аса.
- Нойхаузер Адель (нем. Adele Neuhauser) род. 1959 йылдың 17 ғинуарында тыуған) — австрия театр һәм кино актрисаһы[11], Австрия киноһы академияһы (Akademie des Österreichischen Films) ағзаһы.
- Дерфлингер Сабина (Sabine Derflinger, 1963) — австрия режиссеры, сценарисы һәм продюсеры, Европа киноакадемияһы[12]ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Total population - At 1 January . STATISTIK AUSTRIA (1 ғинуар 2012). Архивировано 11 март 2013 года.
- ↑ Ҡалып:Книга:Русские названия жителей: Словарь - справочник
- ↑ Quality of Living worldwide city rankings 2011 — Mercer survey
- ↑ Quality of Living worldwide city rankings 2012 — Mercer survey
- ↑ Liveability ranking: Melbourne storm
- ↑ Все столицы мира /Сост. О. В. Зыкина, Л. А. Бурлацкая, Г. А. Гальперина, Н. В. Иванова. — М.: Вече, 2005. С. 72.
- ↑ Археологические раскопки в Вене 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Willkommen an der Universität Wien
- ↑ Technik für Menschen
- ↑ Столицу Австрии признали самым процветающим городом в мире
- ↑ Adele Neuhauser . Дата обращения: 1 май 2019. Архивировано 1 май 2019 года.
- ↑ Sabine Derflinger, member of the European Film Academy . Дата обращения: 4 май 2019. [https://web.archive.or g/web/20190504061358/https://www.europeanfilmacademy.org/Presentation.presentation.0.html%3F%26no_cache%3D1%26uid%3D1017 Архивировано] 4 май 2019 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вена // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)