Кесаҙна

Мосолмандарҙа аҙнаның 6-сы көнө

Кесаҙна (Кесе йома)аҙнаның шаршамбы менән йома араһындағы көн. Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, кесаҙна (кесе йома) аҙнаның дүртенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның алтынсы көнө.

Көн исеме тарихынан

үҙгәртергә

Урыҫ телендә кесаҙна "четверг" тип атала, ул "четыре" һүҙенән алынған. Башҡа славян телдәрендә лә көн атамаһы оҡшаш атала. Шулай уҡ урыҫ телендә "после дождичка в четверг" тигән әйтем бар, ул "бер ҡасан да булмаясаҡ" тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Был мәжүсилек осорондағы инаныс менән бәйле тип һанала. Христианлыҡ ҡабул иткәс, инанысты тәләкәгә әйләндергәндәрҙер.

СССР-ҙа 1932 йылда Наркомснаб Ҡарары менән дөйөм туҡланыу урындарында кесаҙнала "балыҡ көнө" индерелгән булған [1].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Башҡорттар, мосолман булараҡ, көн атамаларының күбеһен фарсы теленән алған, бары йома һәм кесаҙна (кесе йома) атамалары ғәрәп телендәге «йома-джум'а» - «йыйылыу», «мәжлес» тигән һүҙҙән килеп ингән. Билдәле булыуынса, мосолмандар йома көнө мәсеттәрҙә йәки күмәкләп намаҙ уҡырға мөмкин булған урындарҙа йәмәғәт намаҙына йыйыла.

Исламда яңы көн ҡояш байыу менән, йәғни,аҡшамдан башлана - календар тәүлек бөтөп өлгөрмәгән була. Аҙнаның дүртенсе көнөндә ҡояш байыу менән йома башланып өлгөрә, шуға ла халыҡ уны кесаҙна йәки кесе йома тип атаған. "Йома" һәм "аҙна" һүҙҙәре синоним булараҡ та билдәле, шуға күрә кесаҙна ла, кесе йома ла бер үк мәғәнәле һүҙҙәр булып тора.

Был көндөң кисендә йома көнөнә ҡағылышлы ҡағиҙәләр үтәлә.

Фарсы телендә иһә был көн "пәнжешәмбе" тип атала, татар телендә лә ул "пәнҗешәмбе", йәғни, шәмбенән һуң бишенсе көн тигәнде аңлата.

Кесаҙна менән бәйле мәҙәни традициялар

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Берлегендә "Әҙәби кесаҙна" үткәреү традицияға ингән. Был көндә яҙыусылар, шағирҙар уҡыусылары менән осраша [2]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Иранский календарь [3]
  • ЭСБЕ, статья «Четверг»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Четверг [1]
  2. Әҙәби кесаҙна дуҫтарын йыя [2]



Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе