Стоматология
Стоматоло́гия (боронғо грек στόμα «ауыҙ» + λογος) — медицина фәненең тештәрҙе, уларҙың төҙөлөшөн һәм функцияларын, уларҙы профилактикалау һәм дауалауҙы, шулай уҡ ауыҙ ҡыуышлығын: ауыҙ, яңаҡ һөйәге бит һәм муйындың сиктәш өлкәләре ауырыуҙарын өйрәнеүсе бүлеге. Табип-стоматологты бик йыш дантист (франц. dentiste) тип тә атайҙар. Әммә дантист төшөнсәһе үҙ эсенә табип-стоматологтарҙы ғына түгел, шулай уҡ теш фельдшерҙары һәм теш техниктарын да ала.
Стоматология | |
WordLift URL | data.wordlift.io/wl01714…[1] |
---|---|
Стоматология Викимилектә |
Стоматология — ауыҙ ҡыуышлығы һәм яңаҡ-йөҙ өлкәһенең төҙөлөшөн, функцияларын, нормаларын һәм патологияһын өйрәнеүсе.фән.
Тарих
үҙгәртергәРәсәй стоматология менән Петр I арҡаһында таныша. Ул беренсе тапҡыр сит илдәрҙән тештәрҙе дауалау өсөн төрлө яйланмалар алып ҡайта . 1881 йылда Санкт-Петербургта теш табиптарын әҙерләү менән шөғөлләнгән беренсе мәктәп асыла һәм 1833 йылда 450 дантист әҙерләп сығара.
XX быуат башында был өлкәлә бик күп белем туплана һәм улар нигеҙендә бихисап ғилми эш сығарыла. Тештәрҙе дауалауҙа заманса ҡорамалдар ҡулланыла, яңы ямау (пломба) материалдары барлыҡҡа килә, төрлө дауалау матдәләре файҙаланыла. Башта стоматолог булып тик ир-ат ҡына эшләһә, 1875 йылдан[2] ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шундай хоҡуҡҡа эйә була.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң стоматология бигерәк тә етеҙ темптар менән үҫә, яңы стоматологик институттар асыла, төрлө тикшереүҙәр уҙғарыла, яңы бормашина һәм стоматологик ҡоролмалар сығарыла.
Хәҙерге ваҡытта стоматология алҙа китте. Тештөрҙе имплантациялау һәм тергеҙеү, хатта бик ныҡ боҙолған тештәрҙе тергеҙеү мөмкинлеге, юғары сифатлы пломбалау материалдары һәм тештәрҙе дауалау өсөн заманса ҡорамалдар барлыҡҡа килде.
Теш ауырыуҙары киң таралған сир булып тора. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ер шарындағы халыҡтың 90 проценты теш ауырыуҙары менән интегә. Был ауырыуҙың киң таралыуы һаулыҡ һаҡлау органдары алдына теш ауырыуҙарын профилактикалау сараларын әҙерләү, уларҙы дауалау ысулдарын камиллаштырыу, сирҙе тыуҙырыусы сәбәптәрҙе өйрәнеү бурыстарын ҡуя. Теш ауырыуҙарына кариес, пульпит, периодонтит инә. Бынан тыш, эмаль һәм дентин (гипоплазия, клиновидная дефект, тештәрҙең ашалыуы) етешмәүе кеүек, этиологияҡы һәм клиникаһы бөтөнләй башҡа булған төрлө формалар осрай.
Рәсәйҙә барлығы 10 меңгә яҡын стоматологик дауалау учреждениеһы, Мәскәүҙә — 2 меңгә яҡын дәүләт һәм шәхси стоматология клиникаһы бар. Росстат мғлүмәттәре буйынса, дөйөм табиптар һаны Рәсәйҙә 2010 йылдың аҙағына 715,8 мең кеше тәшкил итә. Шуларҙың 60,6 меңе — табип-стоматолог. Был терапевтар, хирургтар һәм педиатрҙарҙан ҡала, дүртенсе урын, 10 мең кешегә уртаса 4,2 стоматолог[3] тура килә.
Терапевтик стоматология
үҙгәртергәКариес булмаған стоматология ауырыуҙары
үҙгәртергә- Эмаль гипоплазияһы. Был ауырыуҙың теш туҡымаларының минераллашыуы боҙолоуы менән бәйле, быға эмалдең тыумыштан етешһеҙлеге һәм бала саҡтағы ҡайһы бер ауырыуҙар (мәҫәлән, рахит) сәбәпсе булыуы ихтимал. Дауалау маҡсатында эмалде стимуллаштырыу ысулын ҡулланырға мөмкин; был осраҡта терапияның дөйөм маҡсаты — организмда минераль матдәләр алмашыныуын нормалләштереү.
- Эмалдең флюорозы. Был ауырыу эмаль етешһеҙлектәренең барлыҡҡа килеүенән: тәүҙә теш өҫтөндә аҡбурлы таптар, һуңынан көрән таптар барлыҡҡа килә, ә һуңынан улар урынында йә нөктә, йә һыҙыҡлы етешһеҙлектәр барлыҡҡа килә. Уның сәбәбе булып, ғәҙәттә, эсәр һыуҙа фторҙың артыҡ булыуы йәки метаболик тайпылыштар тора. Флюороз менән көрәштә профилактик саралар ҙур роль уйнай. Дауалау, мәҫәлән, шымартыу юлы менән зыян күргән участкаларҙы алып ташлауҙан торорға мөмкин.
Шына һымаҡ етешһеҙлек. Патологияның килеп сығышы билдәле түгел; ул дентин һәм эмаль органик һөлдәһенең трофик зарарланыуынан барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. Уның традицион урынлашыуы — алғы тештәрҙең муйын өлөшө; атамаһы дефект формаһының тышҡы яҡтан шынаға оҡшаш булыуы менән бәйле. Дентин тәрән зарарланған осраҡтарҙа, уны бөтөрөү өсөн, ситтәрен шымартыу һәм тултырыу ҡулланыла.
- Тештәрҙең патологик емерелеүе. Зарарланған тештәрҙең өҫ яғы яйлап шымара һәм, ҡайһы берҙә тулыһынса, коронка өлөшө шымара. Ауырыуҙың килеп сығыу сәбәптәре араһында — дөрөҫ булмаған тешләү, зарарлы факторҙар тәьҫире, матдәләр алмашыуында тайпылыштар. Тештәрҙең шымарыуы һөҙөмтәһендә яңаҡтар бер-береһенә яҡынлаша, йөҙ формаһы үҙгәрә. Билдәләп китергә кәрәк, бындай тештәр кариесҡа бирешмәй. Дауалауҙың маҡсаты — матдәләр алмашыныуын нормалләштереү, кальций препараттары тәғәйенләү.
- Тештәрҙең ҡаты туҡымаларының некрозы, мәҫәлән, химик матдәләр — кислоталар йәки һелтелеләр тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килергә мөмкин. Тештәр органик берләшмәләргә ҡарағанда бындай органик булмаған берләшмәләргә нығыраҡ бирешә. Емерелеү тештең бөтә өҫтө буйынса тигеҙ бара. Был осраҡта иҫкәртеү мөһим — хәүефле берләшмәләрҙе нейтралләштереү, ҡайһы бер дарыуҙар ҡабул итеү һ. б.
- Тештәрҙең гиперестезияһы. Был осраҡта тештәрҙең тәьҫир итеүҙең төрлө факторҙарына — башлыса физик (баҫым, температура һ. б.) һиҙелерлеге күтәрелә. Дауалау өсөн башлыса фторлау ҡулланыла — эмалға натрий фторын һөртөү, шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа тештәрҙе артабан изоляциялау өсөн коронкалар ҡуйырға мөмкин.
- Теш эмале эрозияһы — теш эмаленең, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа дентиндың зарарланыуы.
- Тештәр травмаһы — киҫкен һәм хроник.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
- Теш айырсаһы
- Теш ташы
Теш тарҡалыуы (кариес) һәм уның ҡатмарлашыуҙары
үҙгәртергәКариес (лат. Caries dentium) — теш сыға башланғандан һуң башланған патологик процесс, деминерализация һәм протеолиз менән оҙатыла, эндо- һәм экзоген факторҙар тәьҫирендә тишек барлыҡҡа килә. Ул — бик киң таралған сир. Бала саҡта хроник сирҙәр араһында беренсе урынды биләй һәм таралғанлығы буйынса икенсе урынды биләгән бронхиаль астма сиренә ҡарағанда 5—8 тапҡырға йышыраҡ осрай. Төрлө авторҙар фекеренсә, АҠШ-та балаларҙың 80—90%-ы, уҡыуҙы тамамлау мәлендә үҫмерҙәрҙең яҡынса 80 процентында — кариеслы тишектәр, өлкәндәрҙең 95—98 проценты пломбалы теш ҡуйҙыра[4]. Статистика күрһәтеүенсә, экваториаль төбәктәрҙә (Африка, Азия) кариес поляр түңәрәк (ҡотоп) тирәһендәге өлкәләрҙә (Скандинавия, Төньяҡ Америка) һирәгерәк осрай. Үҫештәге илдәрҙә лә теш тарҡалыуҙың киң таралыуы күҙәтелә[5]. Кариес эҙҙәре 5 мең йыл элек йәшәгән кешеләрҙә табылған[6]. Хәҙерге ваҡытта стоматология кариесының барлыҡҡа килеүен микроорганизмдар һәм органик кислоталар барлыҡҡа килеү менән бәйле углеводтарҙың ферментацияһы (гликолиз) арҡаһында теш өҫтөндә pH-тың үҙгәреүе менән бәйләйҙәр. Тештең кариосоген кислоталарға эләгеү йышлығы кариес барлыҡҡа килеү ихтималлығына йоғонто яһай. Шәкәр булған аҙыҡ ашауҙан һуң, микроорганизмдар эмалде юҡҡа сығарыусы кислоталар сығара башлай. Ваҡыт үтеү менән был кислоталар шайыҡтың буфер үҙенсәлектәре һәм өлөшләтә деминералләнгән эмаль менән нейтралләштерелә. Кислоталар тәьҫир иткәндән һуң, теш эмаленең органик булмаған минераль составтары эрей һәм 2 сәғәт буйы ҡала ала. Көндөҙ ваҡыты-ваҡыты менән углеводтар ҡабул итһәң, рН оҙаҡ ваҡыт түбән була, шайыҡтарҙың буфер үҙенсәлектәре рН-ты тергеҙеп өлгөрә алмай, эмаль өҫлөгө кире ҡайтарылғыһыҙ емерелеү ихтималлығы ла арта. Пульпи́т — Тештең Нервы системаһы| тупланмаһының (пульпа) шешеүе. Йышыраҡ пульпит кариестың ҡатмарлашыуы булып тора, шулай уҡ ортопед препарат әҙерләгәндә, сифатһыҙ пломбалар, периодонтаға хирургик саралар үткәргәндә, химик матдәләр тәьҫире, хаталы эш итеү һөҙөмтәһе булып тора. Шулай уҡ ретроград пульпит (йәғни апикаль асыш аша инфекция йоҡтороу) осраҡтары тасуирлана. Пульпит киҫкен һәм хроник хәлгә бүленә. Киҫкен пульпит пульпа камераһы ябылған килеш (кариес тарафынан емерелгән тештең йоҡа стенаһы аша) үтеп инеүе була. Хроник пульпит йышыраҡ киҫкен һөҙөмтә бирә. Хроник пульпит фиброз, гипертроф һәм гангреналыға бүленә. Хроник пульпиттың төп формаһы булып фиброз пульпиттары тора, унда тоташтырғыс туҡыма үҫә. Киҫкен пульпиттың төп билдәләре бик көслө, нервы тармаҡтары буйлап таралыпып, (киҫкен фокуслы пульпит, зарарланмаған тештәргә ауыртыуҙың таралыуы булмай, пациент тештең ауыртыуын асыҡ күрһәтә ала) төндә көсәйә. Ауыртыу ваҡыты-ваҡыты менән бара.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Стоматологияла профилактика һәм гигиена
- Стоматологик туризм
- Халыҡ-ара стоматолок көнө
- Пломба материалдары
- Миостоматология
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://fr.dentist/kb/dentistry/
- ↑ История стоматологии 2014 йыл 10 март архивланған..
- ↑ Попробовать на зуб Российская газета, 26 июня 2012 г.
- ↑ Healthy People 2010 : [англ.] / United States. Office of Disease Prevention and Health Promotion. — Government Printing Office. — 21 : Oral Health. — P. 21—3.
- ↑ Disease Control Priorities in Developing Countries (ингл.). Дата обращения: 17 март 2009.
- ↑ Расшифрован геном ледяного человека Отци
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Бажанов Н. Н. Стоматология. — М.: «Медицина», 1990.
- Боровский Е. В. и соов. Терапевтическая стоматологи. — М., 1998.
- Герценштейн Г. М. Зубные врачи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)