Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ Америка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Донъя картаһында Төньяҡ Америка

Төньяҡ АмерикаЕр планетаһының Көнсығыш һәм Көнбайыш ярымшарҙары тоташҡан урындағы ҡитға. Төньяҡ Америка халҡы 500 млн. кеше. Халыҡ тығыҙлығы Кариб диңгеҙе һәм ҡитғаның Үҙәк өлөшөндә тығыҙ. Бында 1 кв.км-ға 200-ҙән артыҡ кеше тура килә.

Тирә яҡтағы территориялар менән Төньяҡ Америка картаһы

География

Төньяҡ Америка көнбайыштан Тымыҡ океандың Беренг диңгеҙе, Аляска һәм Калифорния ҡултығы менән, көнсығыштан Атлантик океандың Лабрадор, Кариб, Изге Лаврентий һәм Мексика ҡултығы менән, төньяҡтан Төньяҡ боҙ океанының Бофорт, Гренландия Гудзонов ҡултығы менән йыуыла. Көнбайыштағы Евразиянан Беренг боғаҙы айырып тора. Көньяҡ Американан Панама боғаҙы айырып тора. Төньяҡ Америка составына шулай уҡ Гренландия, Канада арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы һәм башҡа утрауҙар инә. Утрауҙар менән Төньяҡ Америка майҙаны — 24,2 млн. кв. км., утрауҙарһыҙ — 20,4 млн.кв. км.

Рельеф

Рельефтың айырмалығы — боҙлоҡ дәүеренең оҙайлы эшкәртеүе һөҙөмтәһе. Һөҙәкле-тулҡынлы ҡалҡыулыҡтарҙың бейеклеге — 150-600 м. Үҙәк тигеҙлек — Төньяҡ Америка платформаһы өлөшө. Бейеклеге — 200—500 м. Рельефы эрозиялы һәм аҙ тулҡынлы, төньяҡта боҙло һәм боҙлоҡ менән шыуып төшкән тау тоҡомдарынан тора. Көньяҡ өлөшө урман менән ҡапланған. Озарк ҡалҡыулығы (бейеклеге 760 м тирәһе), Уошито ҡалҡыулығы (884 м тиклем) эпигерцин плтаформаһының йыйырсығы булып тора. Бөйөк тигеҙлектәр Кордильер платоһының тау итәге булып тора. Бейеклеге — 500 — 1500 м. Былар Кордильер платоһының ватылып, йыйырсыҡланып өҫкә күтәрелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Төньяҡ Америка территорияһындағы дәүләттәр

Төньяҡ Америка, космостан күренеш
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр
Бойондороҡло территориялар