Низами Гәнжәүи (1141 йылдар тирәһе, Ғәнжә, Илдегизеттәр дәүләте (беҙҙең быуатта — хәҙерге Әзербайжандағы ҡала) — яҡынса 1209 йылда, (шунда уҡ)) — фарсы шиғриәтенең классигы, урта быуаттар Көнсығышының (макрорегион) иң бөйөк шағирҙарының береһе. Фарсы эпик әҙәбиәтенең арҙаҡлы шағир-романтигы. Фарсы эпик шиғриәтенә аралашыу теле һәм реалистик стилде индереүсе.
Ғәҙәти халыҡ ауыҙ-тел ижады һәм яҙма-тарихи хроникаларҙағы темаларын ҡулланып, Низами үҙенең поэмалары аша Оло Ирандағы исламға ҡәҙәре һәм хәҙерге ислам осорҙарын берләштерә.
Низамиҙың героик-романтик шиғриәте быуаттар дауамында бар фарсы телле халыҡты һәм уға эйәрергә теләгән йәш шағирҙар, яҙыусылар һәм драматургтарға оҙаҡ йылдар Персияның үҙендә генә түгел, бар тирә-яҡ биләмәләрҙә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ күрше Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Грузия, Һиндостан, Иран, Пакистан, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан мәҙәниәте лә бынан ситтә ҡалмай.
Уның ижады бөйөк шағирҙар: Хафиз Ширази, Йәләлетдин Руми һәм Саади ижадтарына ла йоғонто яһай. Уның биш мәснәүиһе («Хәмсә» күләмле поэмаһы) төрлө белем өлкәләренән алынған темаларҙы сағылдыра һәм дан ҡаҙана. Поэмаларҙың геройҙары — Хосров һәм Ширин, Ләйлә һәм Мәжнүн, Искәндәр — бөгөнгө көндә лә барлыҡ ислам донъяһында ла, башҡа илдәрҙә лә билдәле.
1991 йыл, тыуыуына 850 йыл тулыу уңайынан, ЮНЕСКО тарафынан Низами йылы тип иғлан ителә.
↪ дауамы…
|
Ҡумыҙ — бик боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе.
Ҡумыҙ — уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан, ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡатынан, тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була. Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар. Уйнағанда уны, һул ҡулы менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауыш сыға. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була.
Ҡумыҙҙың нимәнән эшләнеүенә һәм тауышы нисек сығыуына ҡарап төрҙәргә бүләләр:
- ҡыл-ҡумыҙ — ҡыллы ҡумыҙ, вертикаль скрипканың бер төрө;
- ағас ҡумыҙ — ағастан эшләнгән ҡумыҙ;
- тимер ҡумыҙ — тимерҙән эшләнгән ҡумыҙ;
- йәйә (янҡыл) ҡумыҙ — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында уҡтан атҡанда йәйәнең сығарған тауышына оҡшатып ҡушылған.
Рәсәй территорияһында ҡумыҙға оҡшаған, шулай уҡ уйналған музыка ҡоралын «варган» тип атайҙар. 1789 йылғы Рәсәй фәндәр академияһы һүҙлегендә «варган» һүҙенә «ябай музыкаль ҡорал… зубанка» тигән аңлатма бирелә.
Ҡумыҙҙың тауышы ул эшләнгән тимерҙең ауырлығынан, киңлегенән тора. Шулай уҡ башҡарыусының уйнаған саҡта бармаҡтары, тыны, теле, ирене актив эшләргә тейеш. Башҡорттарҙың уйнауында үҙҙәренең сере бар тип иҫәпләй ғалимдар. Улар ҡумыҙҙы тотҡан ҡулын резонатор кеүек тә ҡулланалар, шуға күрә тауыш моңлораҡ сыға.
↪ дауамы…
|
Белград (сер. Бео́град, Beograd) — Сербияның баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаларының береһе.
Халҡының һаны — 1,2 миллион. 1403—1428 йылдарҙа һәм 1815 йылдан Белград Сербияның, 1918—2003 йылдарҙа — Югославияның, 2003 йылдан 2006 йылға тиклем Сербия һәм Черногорияның баш ҡалаһы була. Белград иҡтисад, сәнәғәт һәм мәҙәниәт буйынса иң эре үҙәк. Ҡала Сербияның үҙәк өлөшөндә, Сава йылғаһының Дунайға ҡойған ерендә урынлашҡан. Белград округының майҙаны 3227 км² тәшкил итә. Ҡаланан көнбайышҡа табан Никола Тесла аэропорты урынлашҡан.
Белград ил составында үҙенсәлекле административ статусҡа эйә һәм биш статистик төбәктең береһе. Сербия баш ҡалаһының территорияһы 17 муниципалитетҡа бүленгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙидаралыҡ органына эйә. Белградтың майҙаны илдең дөйөм майҙанының 3,6 процентын, ә уның халҡы Сербия халҡының 22,5 процентын тәшкил итә. Ҡала бик күп титулдарға лайыҡ һәм «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» исемле номинацияла билдәләнгән.
↪ дауамы…
|
Ҡондорса буйындағы яу — 1391 йылдың 18 июнендә Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында Ҡондорса йылғаһы буйында үткән ҙур бәрелеш. Ул Туҡтамыш хандың тулыһынса ҡыйратылыуы менән тамамлана. Был алыш башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә бара һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтерә.
Был оло яу һөҙөмтәҙендә Алтын Урҙа йөҙ меңгә яҡын кешеһен юғалта. Әлбиттә, Тимерҙең юғалтыуҙары ла ҡәҙимге була. Аҡһаҡ Тимерҙең юғалтыуҙары шулай уҡ йөҙ меңгә барып етә, тип иҫәпләй. 26 көн йыһингирҙең яугирҙары еңеүен билдәләй, ваҡытын бөткөһөҙ мәжлестәрҙә үткәрә. Еңеүселәр Волга буйы халҡын талауға керешә. Отрядтар бар тарафтарҙан аттар, дөйәләр, һыйыр, һарыҡ көтөүҙәрен ҡыуып килтерә, ауылдарҙан ҡыҙ-егеттәрҙе ҡоллоҡҡа йыя.
↪ дауамы…
|