Эстәлеккә күсергә

Нагано

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нагано
япон. 長野市
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 16 октябрь 1966
Рәсем
Рәсми атамаһы 長野市
Кана әлифбаһында исеме ながのし
Кем хөрмәтенә аталған Nagano[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Япония
Административ үҙәге Нагано[d]
Административ-территориаль берәмек Нагано[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Nagano 1st district[d] һәм Nagano 2nd district[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Сай (река)[d], Susobana river[d], Синано[d] һәм Okususobana Dam[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Нагано (впадина)[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Nagano[d]
Хөкүмәт башлығы Кэндзи Огивара[d]
Закондар сығарыу органы Nagano City Council[d]
Ойошма ағзаһы Greater Nagano Region Union[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы ординарные местные государственные организации[d]
Халыҡ һаны 367 184 кеше (1 март 2021)[1]
Туғандаш ҡала Клируотер[d] һәм Сидзуока[d]
Милке Олимпийский стадион[d], Nagano Athletic Stadium[d] һәм Minami Nagano Sports Park Stadium[d]
Сиктәш Судзака[d], Накано[d], Тикума[d], Уэда[d], Омати (город)[d], Тикухоку[d], Оми[d], Икусака[d], Синано[d], Иидзуна[d], Огава[d], Хакуба[d], Отари[d], Обусе[d] һәм Мёко[d]
Алыштырған Shinshūshin[d], Nakajō[d], Toyono[d], Togakushi[d], Kinasa[d], Ōoka[d], Shinonoi[d], Kawanakajima[d], Мацусиро[d], Kōhoku[d], Shinkō[d], Naniai[d], Wakaho[d], Asahi[d], Furusato[d], Yanagihara[d], Wakatsuki[d], Asakawa[d], Naganuma[d], Amori[d], Otagiri[d], Imoi[d], Mamejima[d], Yoshida[d], Serita[d], Miwa[d] һәм Komaki[d]
Майҙан 834,85 км²
Почта индексы 380-8512
Рәсми сайт city.nagano.nagano.jp
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL city.nagano.nagano.jp/si…
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Официальный символ M. domestica[d][2] һәм T. japonica[d][2]
Вид в ночное время
Коллаж
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 16 493
Урындағы телефон коды 26
Карта
 Нагано Викимилектә

Нага́но (япон. 長野市Нагано-си?) — Япония ҡалаһы, Хонсю утрауында урынлашҡан. Нагано префектураһы үҙәге.

Ҡалаға 1897 йылдың 1 апрелендә нигеҙ һалынған. Майҙаны 834,85 км²[3], ҡалала йәшәүселәр һаны — 377 741 кеше (2014 йылдың 1 август мәғлүмәттәре)[4], халыҡ тығыҙлығы — 1 квадрат километрға 452,47 кеше.

Еңел сәнәғәт һәм машиналар эшләү предприятилары, университеты һәм буддизм үҙәге менән билдәле.

«Япониялағы урындағы үҙидара тураһында закон»дың 252-се статьяһы, 22-се бүлегенең 1-се параграфына ярашлы, халҡы 300 000—500 000 кеше, биләгән майҙаны 100 квадрат километрҙан күберәк булғанлыҡтан, илдең үҙәк ҡалаһы итеп иғлан ителгән.

1998 йылда Нагано ҡалаһында XVIII Ҡышҡы Олимпия уйындары уҙғарыла. Халыҡ-ара спорт сараһын тантаналы асыу һәм ябыу Олимпия стадионында үтә.

Макака маймылдары Наганалағы йылы шишмә һыуында ҡойона

Быға тиклем почта станцияһы булған Нагано биләмәләре 1742 йылда һыу ташыуҙан, ә 1847 йылда иһә емергес ер тетрәүенән ҙур зыян күрә. Башҡарылған төҙөкләндереү эштәренән һуң һәм муниципалитеттар системаһын ойоштороу менән бәйле 1889 йылдың 1 апреленән Нагано муниципаль ҡалаға әйләнә.

1897 йылдың 1 апрелендә уның статусы тағы күтәрелә: Нагано префектура әһәмиәтендәге ҡала итеп иғлан ителә. Был дәрәжәлә ул Нагано префектураһында тәүге һәм бөтә Япония буйынса 43-сө була.

1923 йылдың 1 июленән быға тиклем күрше булған Йошида ҡалаһы, Сарита, Мива һәм Комаки ауылдары биләмәләре рәсми нигеҙҙә Нагано составына индерелә.

Икенсе донъя һуғышы барышында, атап әйткәндә 1944 йылда, Америка Ҡушма Штаттарының илгә баҫып инеү ихтималлылығынан иҫәпкә алып, ҡалала император өсөн ер аҫты штабы төҙөү башлана. Япония баҫылып алынған хәлдә, унда ил хөкүмәте үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерелергә тейеш була. Һуғыш тамамланыу менән был оло төҙөлөш тә туҡтатыла.

1954 йылдың 1 апреленән ҡала сиктәре тағы киңәйтелә, уның биләмәләренә быға тиклем үҙаллы ауылдар булған Асахи, Фурусато, Янагихара, Вакацуки, Асакава, Наганума, Амори, Одагири, Имои һәм Мамеджима индерелә.

1959 йылда Чикума йылғаһының ташыуы арҡаһында ҡалала йәшәгән 71 кеше һәләк була йә хәбәрһеҙ юғала, 20 000 йорт һыу аҫтында ҡала.

1966 йылдың 16 октябрендә Нагано составына быға тиклем күршелә урынлашҡан Каванакаджима, Мацусиро һәм Вакахо ҡалалары, Шиноной, Кохоку, Синко һәм Нанияй ауылдары биләмәләре индерелә.

1985 йылғы ер тетрәүе һөҙөмтәһендә 27 кеше һәләк була, 60 йорт емерелә йә ныҡ зыян күрә.

XXI быуатта ла Нагано артабан үҫеүен дауам итә. Мәҫәлән, 2005 йылдың 1 ғинуарында ул Тойоно муниципалитеты, Камиминочин районының Тогакуши һәм Кинаса ауылдары, Сарашин районының Оока ауылы биләмәләрен үҙ эсенә ала.

2010 йылдың 1 ғинуарынан Шиншушинмачи ҡалаһы һәм Камиминочин районының Накай ауылы биләмәләре Нагано ҡалаһы составына инә.

XVIII Ҡышҡы Олимпия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылда Наганола XVIII Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәрелә. Улар 7 февралдән 22 февралгә тиклем үтә. Нагано менән бергә Италияның Аоста, Швецияның Эстерсунд, Испанияның Хака, АҠШ-тың Солт-Лейк-Сити ҡалалары ла халыҡ-ара спорт сараһын уҙғарыу өсөн кандидат була. Уртаҡ ҡарар менән (һуңғы тауыш биреү турында иҫәп 46:42 була) һәм 1996 йылғы Олимпия уйындарының АҠШ-та үткәрелеүен иҫәпкә алып, еңеү Солт-Лейк-Ситиға түгел, ә Наганоға бирелә.

1998 йылғы Ҡышҡы олимпия уйындары программаһына 14 дисциплинаға бүленгән ете спорт төрө буйынса ярыштар индерелә: биатлон, бобслей, кёрлинг, коньки спорты — конькиҙа фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы спорты — саңғыла ике төрлө бәйге, саңғы менән трамплиндан һикереү, саңғы уҙышы, фристайл, сноуборд, сана спорты, шайбалы хоккей. Бөтәһе 68 комплект награда уйнатыла. Ярыштарҙа 72 ил делегацияһы составында 2302 спортсы ҡатнаша — был күрһәткестәр быға тиклем уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихында үҙенсәлекле рекорд була.

Төп Олимпия уйындарынан һуң Наганола Паралимпия уйындары ла уҙғарыла. Улар 5 марттан 14 мартҡа тиклем уҙғарыла. Был халыҡ-ара ярыштарҙа 32 илдән 571 атлет ҡатнаша, улар 5 спорт төрө буйынса көс һынаша.

  1. 毎月人口異動調査/長野県 (яп.)
  2. 2,0 2,1 https://www.city.nagano.nagano.jp/site/enkaku-gaiyo/5453.html
  3. Площадь указывается по данным сайта Geospatial Information Authority of Japan (яп.) с учётом изменений, опубликованных 1 октября 2011 года.
  4. 毎月人口異動調査 (яп.). Администрация префектуры Нагано (29 августа 2014). — Население префектуры Нагано. Проверено 1 сентября 2014.