Эстәлеккә күсергә

Бельские просторы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(«Бельские просторы» журналы битенән йүнәлтелде)
Бельские просторы
Нигеҙләү датаһы декабрь 1998
Нәшер итеүсе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Рәсми сайт belprost.ru

«Бе́льские просто́ры» — Башҡортостанда урыҫ телендә ай һайын нәшер ителгән берҙән-бер ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журнал.

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы. Баҫма 1998 йылдың декабренән сыға. Күләме 208 бит (16 баҫма табаҡ) тәшкил итә. 2015 йылда ул 2000 дана тираж менән донъя күрә. Журнал Бөтә Рәсәй почтаһы каталогына индерелгән, уның индексы 50751.

Журналдың баш мөхәррире Юрий Горюхин һәм баш мөхәррир урынбаҫары Светлана Чураева, шиғриәт бүлеге мөдире Николай Грахов — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзалары. Баҫманы нәшер итеүҙе әйтелгәндән тыш тағы ла проза һәм публицистика бүлектәре хеҙмәткәрҙәре тәьмин итә.

Һәр һанда төрлө быуын урыҫ һәм башҡа милләт яҙыусылары һәм шағирҙарының урыҫ телендә ижад ителгән һәм башҡа телдәрҙән урыҫсаға тәржемә ителгән проза һәм шиғри әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡа жанрҙарға (детектив, фантастика, мажаралар, сатира, юмор һ.б.) ҡараған ижад өлгөләре даими донъя күрә. Бынан тыш әҙәбиәт ғилеменә, мәҙәниәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү өлкәләренә арналған һәм төрлө башҡа мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан публицистик мәҡәләләргә лә журналда тейешле урын бирелә.

Республикала йәшәгән халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын сағылдырған урыҫ һәм урыҫ телле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре тәржемәлә баҫыла. Милләт‑ара татыулыҡ һәм толерантлыҡ, Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡының үҙ‑ара дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлеге, мәҙәниәттәрҙең бер-береһен байытыу идеялары пропагандалана.

Баҫманың рубрикалары: «Тура телмәр», «Проза һәм шиғриәт», «Әҙәбиәт ғилеме», «Мәҙәниәт», «Тыуған яҡты өйрәнеү», «Публицистика» әм башҡалар.

Тышҡы рәсемдәр
Дизайн обложки журнала до и после 2009 года

Авторҙар араһында Башҡортостанда йәшәп урыҫ телендә ижад иткән төрлө быуын яҙыусы һәм шағирҙарҙән Юрий Андрианов, Рим Әхмәдов, Геннадий Баннов, Марсель Ғәфүров, Камил Йыһаншин, Сергей Матюшин, Роберт Паль, Морат Рәхимҡолов, халыҡ шағиры Александр Филиппов, Шамил Хәзиәхмәтов, Михаил Чванов, Ғәзим Шафиҡов һәм башҡалар, шулай уҡ әҫәрҙәре урыҫ теленә журналда баҫылған күп кенә башҡорт әҙиптәре, тел һәм әҙәбиәт белгестәре бар. Улар иҫәбендә Лариса Абдуллина, Әмир Әминев, Ҡәҙим Аралбай, Ринат Камал, Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Марсель Сәлимов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Риф Әхмәҙиев, Тамара Ғәниева, Тамара Юлдашева, Айгиз Баймөхәмәтов, Рәлис Ураҙғолов бар.