Эстәлеккә күсергә

Арабат уғы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Арабат уғы
укр. Арабатська стрілка, крымскотат. Арабат бели, Arabat beli
Координаты: пропущена долгота
Йыуыусы акваторияларАзов диңгеҙе, Сиваш
Ил
Арабат уғы (Ҡырым)
Арабат уғының һәм Сиваш ҡултығының көньяғына самолеттан күренеш
Арабат уғының һәм Сиваш ҡултығының көньяғына самолеттан күренеш
 Арабат уғы Викимилектә

Арабат уғы йәки Арабат мороно(укр. Арабатська стрілка, ҡырымтат. Арабат бели, Arabat beli) — Башлыса ҡабырсаҡлы материалдан торған Ҡырым ярымутрауының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге тар һәм оҙон морон, Сиваш ҡултығын Азов диңгеҙенән айырып тора. Оҙонлоғо 100 километрҙан артығыраҡ, киңлеге 270 метрҙан алып 8 километрға тиклем.

Южная оконечность Арабатской стрелки. Вид с Арабатской крепости

Төньяҡтан Арабат уғын Арабат уғының дауамы булып торған ҙур булмаған Крячино утрауынан Йырын боғаҙы айырып тора һәм үҙ сиратында материктан тар Геник боғаҙы менән айырыла.Геник боғаҙ һәм Йырын боғаҙы аша Сиваш Азов диңгеҙенең һыуҙары менән тоташа. Көньяҡта морон Аҡ-Монай муйынынан башлана.

Административ бүленеш яғынан Ҡырым Республикаһы һәм Херсон өлкәһенә бүленә. Элек тулыһынса Ҡырым Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы составына ингән. Морон территорияһында түбәндәге халыҡ йәшәгән пункттар - Херсон өлкәһенә ингән Геник Тау, Бәхетле, Уҡсы ауылдары, Күл буйы ҡасабаһы; Ҡырым Республикаһына ингән Тоҙло ауылы инә.

Бөгөн Арабат уғы ял урыны булып тора, йәй көндәре Азов диңгеҙенең һай урындарында һыу +29 градусҡа тиклем йылына, бром һәм йод иондарына туйынған һауа морондо ылыҡтырғыс итә.

Арабат уғының ҡалҡыуыраҡ һәм киңерәк төньяҡ өлөшөндә Туңған күл һәм Геник күл урынлашҡан. Һуңғыһынан тоҙ сығаралар.

Арабат уғы бөткән ерҙә Арабат ҡултығы урынлашҡан

XVI-XVII быуаттар аҙағында бер нисә тапҡыр тәүҙә Запорожье казактары, унан Дон казактары тарафынан Ҡырымға поход өсөн файҙаланылған. 1667, 1675, 1737, 1771,1855-се йылдарҙа морон хәрби хәрәкәттәр урыны булған. Морон бөткән ерҙә элекке Арабат ҡәлғәһе урынлашҡан.

1920 йылда Перекоп-Чонгар операцияһы сиктәрендә Арабат уғы Ҡыҙыл армия тарафынан яуланған була.

Арабат уғындағы юлдың (дөрөҫөрәген әйткәндә Азов һәм Сиваштың ярҙары буйлап бер-береһенә параллель һуҙылған юлдар селтәренең) төп өлөшө - "кер йыуыу таҡтаһы" йәки "тараҡ" тип аталыусы, яҡынса 5-8 см бейеклектәге арҡыры һырттары булған һәм һырттар араһындағы алыҫлығы 30 см-ға тиклем булған ҡомло юл.

Көньяҡта Ҡырым ярымутрауы яғынан Тоҙло ауылынан һуң Ташлы ауылына тиклем - таш менән ҡапланған бик үк тигеҙ булмаған ҡомло юл.

Юл торошо бик насар булғанлыҡтан, уны урындағы халыҡ һәм Арабат уғында ял итеүсе автотуристар ғына файҙалана. Транзит автотранспортҡа урау маршрут - Автоюл М-18 һәм Автоюл М-17 трассалары менән файҙаланырға тәҡдим ителә.

Уҡта йәмәғәт транспорты Уҡсынан Геническка һәм Херсонға бер нисә маршрут рейсынан ғына тора, тимәк, уны бөтөнләй юҡ тип иҫәпләргә була. Ял итеүселәрҙең һәм тиристарҙың күпселеге шәхси транспорты менән файҙалана.

Элек Геническтан Арабат уғына 44 км оҙонлоҡтағы тимер юл тармағы илткән. Революцияға тиклемге карталарҙа ул аҙаҡҡы "Һыу менән тәьмин итеү" станцияһына тиклем күрһәтелгән [2], хәҙер Геническ Тауы ауылы эргәһе; 1950-се йылдарҙағы картала был тимер юл элекке халыҡ йәшәгән Яҫма хуторынан көньяҡтараҡ тамамлана (хәҙерге Херсон өлкәһе сигенән 1,8 км төньяҡ-көнбайышта), әлеге ваҡытта тимер юлдар Арабат уғына Геническ яғынан ингән ерҙә һаҡланған. Был тимер юл XX быуаттың 60-сы йылдарынан һуң һүтеп алынған.

Арабат уғы буйлап Рәсәй-Украина сиге үткәндән һуң был ерҙә үткәреү пункыты ойошторолмаған. Рәсәй ФСБ-ның 2014 йылдың 26 ноябрындағы 659-сы һанлы бойороғо менән Тоҙло ауылының төньяҡ сигенән алып Херсон өлкәһе сигенә тиклем Рәсәй сик буйы булдырылған.

Пляж Азовского моря в селе Стрелковое
Пляж залива Сиваш в селе Стрелковое

Морондоң көньяҡ өлөшөндә тоҙ табыла.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ бүленеш яғынан морон тәүҙә тулыһынса РСФСР-ҙың Ҡырым АССР-ы һәм УССР-ҙың Ҡырым өлкәһе составына инде. 1955 йылдың 3 мартынан морондоң төньяҡ өлөшө Херсон өлкәһенә бирелде [3].

Ҡырым Рәсәй Федерацияһына ҡушылғандан һуң Ҡырым Республикаһы менән Херсон өлкәһенең сиге Рәсәй-Украина сигенә әйләнде, ә Арабат уғының төньяҡ өлөшө Украина составында тороп ҡалды. 15 марттан[4] [5] Ҡырым Республикаһына инмәгән территорияның бер өлөшөн Рәсәй контролләне; Рәсәй менән Украина араһындағы контролләү сиге ул осорҙа Херсон өлкәһенең Уҡсы ауылының көньяҡ сиге буйлап үтә.

Арабат уғы геологик үлсәм буйынса сабый бала йәшендә. Географик картала ул башлап 1650 йылда күренә.

Ғалимдар асыҡлауынса 1100-1200 йылдарҙа Сиваштың һәм Азов диңгеҙенең түбәнәйеүе менән бер рәттән улар араһында тар, оҙон кәртәнең барлыҡҡа килеүе күҙәтелә. Тап шул осорҙа һыуҙы парға әйләндереү ысулы менән тоҙ етештереүсе гигант "фабрика" эшләй башлай. Морон, 112 км-ға һуҙылып, төньяҡтан тик ҙур булмаған Йоҡа боғаҙын ғына ҡалдырып, Азов диңгеҙенең һыуын быуа. Бының һөҙөмтәһендә Сивашта, һыу морон буйлап төньяҡтан көньяҡҡа аҡҡанда тәбиғи парға әйләнеүе арҡаһында,тоҙҙоң концентрацияһы 16 тапҡыр арта.

Йыл һайын Сивашҡа Азов диңгеҙе һыуы менән 12 млн тонна тоҙ - бром, натрий, магний, башҡа әһәмиәтле минералдар берләшмәһе инә. Донъяла медицинала һәм косметика сәнәғәтендә киң ҡулланылыусы тәбиғи каротин алыу өсөн өс минераль сырье сығанағы бар - был Төрөкмәнстандағы Ҡара-Боғаҙ-Гол, АҠШ-тағы Ҙур Тоҙло күл һәм Сиваш.

Арабат уғының бөтә көнсығыш өлөшө Азов диңгеҙенә ҡарай һәм ҡомло һыу инеү урыны булып тора. Һөҙәк яр тулыһынса ваҡ ҡомдан тора. Һыу аҫты өлөшө тәрән түгел, 28 °C-30 °С-ҡа тиклем йылына, бөтөнләй йөҙә белмәгән һәм, айырыуса мөһим, балаларға оҙайлы диңгеҙ ванналары алырға мөмкинлек бирә. 2м һәм артығыраҡ тәрәнлек ҡоро ер ситенән 100 м алыҫлыҡта башлана. Пляж асыҡ диңгеҙгә ҡарай һәм хәүефһеҙ тулҡындарҙа йөҙөү уғата ҡәнәғәтләнеү кисерергә мөмкинлек бирә. Киреһенсә диңгеҙҙә штиль булғанда һыу аквариумдағы кеүек үтә күренә, тик башын эйеп кенә һыу аҫты донъяһын күҙәтергә теләүселәр бик күп табыла, Ә трубкалы битлек һәм аяҡҡа йөҙгөс кейеп һай һыу аҫтында йөҙөргә теләүселәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уларҙың күҙ алдында ғәжәйеп һыу аҫты донъяһы асыла: ваҡ диңгеҙ балығы көтөүе, пеленгас, глосса, үгеҙбалыҡ һәм башҡа диңгеҙ стихияһы тереклектәре.

Арабат уғында минераль һыуҙар табылған. Украина курортология һәм физиотерапия НИИ-һы тикшереүе буйынса, был һыуҙар, үҙҙәренең минераллашыуы, химик составы һәм йод, бром, кремний кислотаһы кеүек биологик актив мәтдәләре булыуы арҡаһында бальнеологик әһәмиәткә эйәләр. Был һыуҙарҙың ҡойоп алған ергә скважинанан 55 °C-65 °С температурала бирелеүе лә мөһим факт булып тора. Улар быуын, нервы системаһы һ.б. ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыла.

Шифалы эҫе һыуҙарҙан тыш Арабат уғы шифалы ҡойо запастарына бай. Улар күп миҡдарҙа Сальково, Геническ күлдәрендә, "Геническ" турбазаһы менән йәнәш урынлашҡан Крученое гирло боғаҙында табылған. Тағы ла бер көслө дауалау факторы булып бөтә уҡ буйлап урынлашҡан күлдәрҙең һәм ҡултыҡтың тоҙға бай шифалы һыуҙары тора.

Арабат уғы территорияһында "Шундай матур кешеләр" нәфис фильмының геройҙары урынлаша (2013, реж. Дмитрий Моисеев). Бының өсөн кино төшөргән мәлгә диңгеҙ ярында ике өй төҙөлә. [6]

  1. Был географик объект , күп өлөшө низағлы территорияны контролләүсе Рәсәй менән Украина араһында территориаль фекер ҡапма-ҡаршылығы объекты булған, Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Рәсәйҙең федератив төҙөлөшө буйынса, Ҡырымдың бәхәсле территорияһында РФ субъекты булған Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәте булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан. Украинаның административ бүленеше буйынса, бәхәсле территорияла Украинаның регионы - Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм махсус статусы булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
  2. Европа Рәсәйенең Картаһы(1909 йыл)
  3. 3.03.1955 й. Украина ССР-ы Юғары советы Президиумының Ҡырым өлкәһенең Уҡсы һәм Бәхетлелек ауыл советтарын Херсон өлкәһенә күсереү тураһында Указы»
  4. Арабат уғына вертолеттарҙан Рәсәй десантсылары төшөрөлдө 2014 йыл 12 август архивланған.
  5. 2014 йылдың декабрына тиклем Рәсәй хәрбиҙәре тулыһынса Херсон өлкәһе территорияһын ташлап киттеләр – Госпогранслужба
  6. Дмитро Мойсеєв - Кіно з Яніною Соколовою - 28.09.2014

-