Европа
Европа | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | 欧, 歐 һәм 欧 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Европа |
Этнохороним | Europeaan, European, Europäer[1], Europäerin[1], europæer, európai, європеєць, Europejczyk, Europejka, Européen, Européenne, Europeo, Europea, Evropan, Evropanka, Europeu, Europeia, Avrupali, europeo, europea, europei, europee, Ευρωπαίος, Ευρωπαία, eŭropano[2], eurooplane, европеец, европейка, Evropejec, Evropejka, europeo, europea, Europeu, Europea, אירופאי, אירופאית, אירופאים, אירופאיות һәм Eorpach[3] |
Сәғәт бүлкәте | Europe/Athens[d], Europe/Brussels[d], Европа/Лондон[d], KALT[d] һәм Европа/Москва[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Төньяҡ ярымшар[d] |
Иң юғары нөктә | Эльбрус |
Глубочайшая точка | Каспий диңгеҙе |
Халыҡ һаны | 747 636 045 кеше (1 июль 2020)[4] |
Сиктәш | Азия |
Ҡайҙа өйрәнелә | европеистика[d] |
Асыу датаһы | некорректная дата (недостижимая точность) һәм некорректная дата (недостижимая точность) |
Майҙан | 10 186 000 км²[5] |
Юғары кимәлдәге интернет-домен | .eu[d] |
Тема географияһы | география Европы[d] |
Тема иҡтисады | экономика Европы[d] |
Демография темы | Население Европы[d] |
Число детей, не учащихся в школе | 3 177 740[6] |
Максимальная температура | 48 °C |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Европе[d] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Категория:Фильмы, снятые в Европе[d] |
Европа Викимилектә |
Европа (ингл. Europe, лат. Europa, юнан. Ευρώπη) — Евразия ҡитғаһының көнбайыш өлөшө . Азия менән бергә Евразия ҡитғаһын барлыҡҡа килтерә. Европа ҡитғаһының майҙаны — 10 млн км², халыҡ һаны — яҡынса 733 млн кеше.
Европа атамаһын боронғо грек мифологияһындағы Финикия батшаһы ҡыҙы Европа исеменә бәйләйҙәр, уға күҙе төшкән Зевс үгеҙ сүрәтенә инеп, алып ҡасҡан имеш . Тағы бер версия буйынса ereb- Ҡояш байыу, заход тигәнде аңлата[7].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа — боронғо грек мифтарындағы Финикия батшаһы ҡыҙы. Уны үгеҙ ҡиәфәтенә ингән Зевс Крит утрауына алып ҡаса (был эпитет Гера һәм Деметраға ҡарата ла ҡулланылыуы мөмкин). Француз тел белгесе П. Шантрен был исемдең килеп сығышы билдәһеҙ ти[8]. Берәүҙәр уны ευρύς (еврис)- киң,широкий һәм όψις (опсис)- күҙ, глаз, «широкоглазая» һүҙҙәре менән бәйләй[9]; лексикограф Милеттан Исихий Европия — көнбайыш яҡтағы, ҡараңғы ил, «страна заката, или тёмная»[10], унан һуң йәшәгән тел белгестәре уны көнбайыш семит йәки аккад телендәге ‘rb- Ҡояш байыу («заход солнца») һүҙе менән бәйләй[11] . erebu -шул уҡ мәғәнәләге һүҙ (М. Уэст быны хата тип иҫәпләй[12]).
Сиктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяның бер яғын билдәләгән Европа атамаһы боронғо грек әҙәбиәтендә осрамай (Гомерҙың Пифия Аполлонына бағышланған гимнында[13] Европа тип тик Төньяҡ Греция атала) һәм тәү тапҡыр Милеттан Гекатейҙың «Ерҙе һүрәтләү» («Описание Земли») тигән хеҙмәтендә осрай (б.э.т. VI быуат аҙағы), беренсе китабы Европаға бағышлана.
Боронғо гректар Европаны Азиянан Эгей диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ , Африканан — Урта диңгеҙ айырып торған айырым ҡитға тип иҫәпләй. Европаның ғәйәт ҙур ҡитғаның (Евразия) антик авторҙар Европа сиктәрен Дон (Полибий һәм Страбон да шундай фекерҙә була) йылғаһы менән билдәләйҙәр. Был традиция ике мең йылға тиклем дауам итә. Мәҫәлән, Меркатор Европа сиген Дондан, уның,ул уйлағанса, Аҡ диңгеҙҙә башланған инешенән көньяҡҡа табан тотош ағымынан тип иҫәпләй[14].
XV быуатта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Европа христиан донъяһы синонимына әйләнә, ләкин хәҙер христиандарҙың күбеһе унан ситтә йәшәй[15]. XIX быуатта бөтә донъя сәнәғәте тиерлек Европала булған. Хәҙер продукцияның күпселеге унан ситтә сығарыла.
В. Н. Татищев 1720 йылда Европаның көнсығыш сиген Урал тауҙары һырты буйлап, унан ары Яйыҡ йылғаһы буйлап, Каспий диңгеҙенә ҡойғансы тип билдәләргә тәҡдим итә. Яңы сик башта Рәсәйҙә, һуңыраҡ башҡа илдәрҙә лә ҡулланыла башлай. Хәҙерге ваҡытта Европа сиге: төньяҡта —Төньяҡ Боҙло океан; көнбайышта — Атлантик океан; көньяҡта — Урта диңгеҙ , Эгей диңгеҙе, Мәрмәр диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ;көнсығышта— Урал тауы һыртының көнсығыш яғынан, Мугоджар тауҙары, Эмба йылғаһы буйлап, Каспий диңгеҙенә тиклем, унан һуң Каспийға ҡойған Кума йылғаһы һәм Маныч йылғаһы (Кумо-Манычской впадине) Дон йылғаһының тамағына тиклем (энциклопедияларҙа күрһәтелгәнсә: Ҙур совет энциклопедияһы[16] һәм Британника энциклопедияһы[17]) йәки, һирәгерәк, Кавказ һырты буйлап Ҡара диңгеҙгә тиклем[18][19]). Европа менән Азия араһындағы сигенең ары Ҡара диңгеҙ һәм Ҡара диңгеҙ боғаҙҙары буйлап үткәнен бөтә сығанаҡтар ҙа раҫлай. Яҡында ятҡан утрауҙар һәм архипелагтар ҙа Европа тип[16], ләкин Грецияның Төркиәләге Анатолия (Кесе Азия) ярҙарына яҡын ятҡан бер нисә утрауы Азия тип иҫәпләнә .
Шуға күрә Әзербайжан[20] һәм Грузияны[21] Европаға индереү сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни ихтыяждан сығып эшләнелә (шулай уҡ география буйынса сик буйында булғанға) .
Европаға теге, йәки был үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, ҡайһы бер Европаның физик сиктәренә инмәгән, ләкин уның менән сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнеше булған илдәр һәм биләмәләр инеүе бар.
Хәҙерге ваҡытта Европаның сиктәре:
- Төньяҡта — Төньяҡ Боҙло океан буйынса;
- Көнбайышта — Атлантик океан буйынса;
- Көньяҡта — Урта, Эгей, Мәрмәр, Ҡара, Азов диңгеҙҙәре буйынса;
- Көнсығышта — Уралдың көнсығыш һырты буйынса, Эмба йылғаһынан башлап Каспий диңгеҙенә тиклем, Кума һәм Маныч йылғалары буйлап Донға тиклем үтә.
Европаға шулай уҡ яҡында ятҡан утрауҙар керә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа мәҙәниәтенең нигеҙендә — Боронғо Греция, Боронғо Рим мәҙәни мираҫы һәм Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килгән христиан дине. Боронғо Греция тарихын б.э.т. 776 йыл тирәһенән иҫәпләйҙәр. Рим империяһын тарихын легендаға ярашлы б.э.т. 753 йылдан башлайҙар, уның сәскә атыу осоро б.э. 100 йылдарына ҡарай (117 йыл — Римдең иң ҡеүәтле сағы). Рим империяһының тарҡалыу осоро менән Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе осоро тап килә[22]. VII быуатта ғәрәптәр Европаның көнсығыш һәм көньяғына һөжүм итеп,үтеп инә башлай[23]. Франктар короле Бөйөк Карл 800 йылда император тажын кейә,ул Көнбайыш һәм Көньяҡ Европала туҡтауһыҙ һуғыштар алып бара һәм Европаның күп өлөшөн баҫып ала. Уны «Европа атаһы» тип йөрөткәндәр. Уның вариҫтары империяны өс өлөшкә бүлә, һуңыраҡ Изге Рим империяһы барлыҡҡа килә (962—1806)[24].
Урта быуаттарҙа башлыса Франциянан Европаның башҡа төбәктәренә феодаль йәмғиәт моделе тарала. Британия утрауҙарында феодалдар менән король араһындағы низағ арҡаһында Бөйөк иректәр хартияһы төҙөлә (1215) һәм парламент (1265) булдырыла. Рим папаһының власы арта, Европа тәре һуғыштарын башлай (XI—XV быуаттар), инквизиция рәсми сиркәү сәйәсәте менән риза булмағандарға (ересь) ҡаршы көрәшә[25].
Европалағы Яңырыу — Ренессанс осоро XV быуатта башлана. Ул сәнғәт, мәҙәниәт һәм тарихта яңы идеяларға башланғыс бирә. XV быуаттан алып, Испания (элекке Кастилия короллеге), Португалия, һуңыраҡ Нидерланд, Франция һәм Бөйөк Британия (Англия) кеүек Европа илдәре Африка, Төньяҡ Америка и Көньяҡ Америка һәм Азия үҙ колонияларын булдыра башлай. Мәскәү кенәзлеге Рәсәй атамаһын ала, көньяҡ һәм көнсығышта алып барған һуғыштар һөҙөмтәһендә уның биләмәләре үҫә. Ул Европалағы иң эре дәүләттәр иҫәбенә инә.
Сәнәғәт революцияһы XVIII быуатта башта Англияла, һуңыраҡ башҡа Европа илдәрендә башлана. Ул сеймалға һәм баҙарға ихтыяжды арттыра. Сәнәғәт үҫеше (индустриализация) ауыл кешеләренең ҡалаға эш эҙләп күсенә башлауына килтерә. Ҡалаларҙа халыҡ араһында үлемесле эпидемиялар йыш тарала. Сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәтте һаҡлау, эшсе кешене ҡайғыртыу тигән төшөнсә булмай.
XVIII быуатта Мәғрифәтселек дәүере рационализм һәм шәхси ирек идеялары тарала башлай. Хәҙерге демократия Бөйөк француз революцияһы осоронда XVIII быуат аҙағына тыуған тип иҫәпләнә. Йәмғиәттә буржуазия хакимлығы урынлаша башлай. XIX быуат башында француз императоры Наполеон I Бонапарт Европа илдәрен баҫып алып, үҙ ҡулы аҫтындағы берҙәм дәүләт төҙөргә тырыша[25]. XIX быуатта милләтселек (национализм), эшселәр хәрәкәте Бөйөк Британияла башланып, бөтә Европа буйлап тарала. 1848—1849 йылдарҙа күп кенә Европа илдәрендә революция була. XIX быуат аҙағында Германия һәм Италия дәүләттәре барлыҡҡа килә.Был Европала яңы хәүеф сығанағы һәм союздар барлыҡҡа килтерә. Иҡтисади көрсөктәр ярлы халыҡтың бер өлөшөн АҠШ һәм Канадаға күсеп китергә мәжбүр итә.
XX быуатта ресурстар өсөн конкуренция һәм колониялар өсөн көрәш ҡырҡыулаша. Уларҙы Беренсе донъя һуғышы (1914—1918) һәм Икенсе донъя һуғышының (1939—1945) төп сәбәптәре тип атайҙар.
Икенсе донъя һуғышынан һуң донъяла яңы тәртип урынлаштырыла. Ул Европа тарихы, сәйәсәте өсөн бигерәк тә ҡатмарлы була.Һалҡын һуғыш ваҡытында Европа ике сәйәси һәм иҡтисади блокҡа бүленә: Көнсығыш Европала социалистик илдәр һәм Көнбайыш Европала — капиталистик илдәр. Иҡтисади үҫеш һәм демократия йылдам үҫешә. 1990 йылдар башында Советтар Союзы һәм Көнсығыш блок тарҡала. Германия Демократик Республикаһы менән Германия Федератив Республикаһы берләшә. 1990 йылдарҙа Европа берлеге әлеге хәлгә килә. Балҡан ярымутрауында «Югославия һуғышы» бара. Көнсығыш Европа илдәренең күбеһе XXI быуатта Европа берлегенә һәм НАТОға ҡушыла. 2002 йылдан Европа берлеге ағзаларының күбеһе берҙәм валюта — евроға күсте. Үҙ иленең бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәүфләнгән инглиздәр 2019 йылда Европа берлегенән сығыу өсөн тауыш бирҙе. 2020 йылдың 31 ғинуарында Бөйөк Британия Европа берлегенән сыҡты. Шулай ҙа Шотландия менән Төньяҡ Ирландияла Евросоюздың ҡайһы бер ҡағиҙәләре күпмелер ваҡытҡа ғәмәлдә ҡала тип килешелде.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда идара ителгән активтар күҙлегенән сығып,Европа донъялағы иң бай ҡитға тип иҫәпләнә, Европала уның дөйөм иҫәбе — 32,7 триллион АҠШ доллары, ә Төньяҡ Америкала 27,1 триллион АҠШ доллар була[26]. 2009 йылда Европала идара ителгән активтар донъялағы бар активтарҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Ләкин 2007—2008 йылдарҙағы көрсөк күп илдәрҙең кредит рейтингын төшөрә һәм еврозоналағы бурыстар көрсөгөнә килтерә. Көрсөккә тиклем Европала ВВП күрһәткесе иң юғары нөктәгә еткәйне[27].
Европа илдәрендә йәшәгән халыҡтың көнкүреш кимәле тигеҙ түгел. Иң бай илдәр Көнбайыш һәм Төньяҡ Европала урынлашҡан, Көнсығыш Европа һәм Балкан илдәрендә социализм һәм Югославиялағы һуғыш эҙемтәләре әле булһа һиҙелә. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренә ярашлы (2011—2018 гг.) йән башына ВВП (ППС) күрһәткесе буйынса Европалағы иң бай илдәр — Люксембург, Ирландия, Норвегия, Швейцария һәм Нидерланд. Иң ярлы илдәр — Молдова, Украина, Босния һәм Герцеговина, Албания һәм Сербия[28].
Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса (2018), дүрт Европа иле тулайым эске продукт (ВВП- ТЭП) буйынса донъялағы иң эре иҡтисад иҫәбенә инә: Германия, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия[29]. 2016 йылда Европала йән башына дөйөм ВВП 21 767 АҠШ доллары тәшкил итә[30].
2002 йылда Европа берлегенә ингән 12 ил берҙәм валютаға, евроға, күсә. Бөгөн евро ЕС-тың 19 илендә һәм ЕС-ҡа инмәгән дүрт үтә бәләкәй илдә ҡулланыла[31].
Европаның төп финанс үҙәктәре — Лондон, Цюрих, Женева һәм Франкфурт.
2018 йылда аҡса әйләнеше буйынса Royal Dutch Shell голланд-британия энергетик компанияһы Европалағы иң ҙур компания була, 396 миллиард АҠШ долларынан артыҡ аҡса әйләнеше менән ул донъяла өсөнсө урынды биләй[32]. Донъялағы 20 иң ҙур компанияларҙа иң ҙур Европа компаниялары — BP(Бритиш петролеум) Британия нефть һәм газ компанияһы[33],Volkswagen AG немец автомобиль компанияһы[34], Glencore Швейцария тау һәм сеймал компанияһы[35], Daimler AG немец автомобиль компанияһы[36] һәм Total француз нефть компанияһы[37].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европала әле 740 миллион кеше йәшәй. Европа — кеше тығыҙ йәшәгән континент, бигерәк тә Англия, Нидерланд, Бельгия һәм Германия кеүек илдәрҙә: Европала бер квадарт метрҙа уртаса 70 кеше тирәһе йәшәй. Көнсығыш һәм Төньяҡ Европала ул тиклем тығыҙ түгел.
Башҡа ҡитғалар менән сағыштырғанда Европала халыҡ һаны бик әкрен арта, бының төп сәбәбе —тыуымдың әҙ булыуы. Бында ҡарттар һаны йылдам арта: 2005 йылда 65 йәштән олораҡтар 16 % булһа, 2050 йылға 28 % етәсәк тиҙәр[38].
Европа кешеләре — оҙон ғүмерле. Европа илдәренең яртыһынан күберәгендә ололар уртаса 80 йәшкә тиклем йәшәй. Иң оҙон ғүмерлеләр Швейцария, Италия һәм Испанияла йәшәй (83 йәштән күберәк) һәм иң ҡыҫҡа ғүмерлеләр— Молдавия, Украина, Рәсәй һәм Ҡаҙағстанда (72-73 йәш тирәһе)[39].
Телдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европала 230 телдә һөйләшәләр, был донъя телдәренең 3 %[40]. 90 проценттан артығы һинд-европа телдәрендә һөйләшә. Иң ҙур һинд-европа тел төркөмдәре — славян, герман һәм роман төркөмдәре. Славян телдәрендә башлыса Үҙәк һәм Көнсығыш Европала (рус, серб һәм хорват, поляк, чех, словак һ.б.), герман телдәрендә Үҙәк һәм Төньяҡ-Көнбайыш, Төньяҡ Европала һөйләшәләр (инглиз, немец, голланд, дан, норвег һәм швед һ.б.). Роман телдәре, башлыса, Европаның көньяғында таралған (француз теле, испан теле һәм итальян теле). Бәләкәйерәк һинд-европа телдәре төркөмдәре, мәҫәлән, кельт телдәре (уэльс, ирланд һ.б.) һәм балтик телдәре (литва һәм латыш теле). Грек теле менән албан теле лә — һинд-европа телдәре.
Һинд-европа төркөмөнә ҡарамаған Европа телдәре, мәҫәлән, бер нисә урал теле (фин теле, эстон теле һәм мадьяр теле, уларҙан тыш айырым торған баск теле һәм алтай телдәренең төрки телдәр төркөмөнә ҡараған төрөк теле.
Европа илдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Европа территорияһындағы иң ҙур дәүләт — Рәсәй һәм иң бәләкәйе — Ватикан.
Диндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европала йәшәгән халыҡтың 75 % — христиандар һәм 8 % -мосолмандар. Халыҡтың 17 % бер ниндәй ҙә дингә ҡарамай. Йәһүдтәр бер проценттан аҙыраҡ.
Көньяҡ-көнбайышта йәшәгә халыҡтың күпселеге — католиктар.Үҙәк Европала католиктар һәм протестанттар йәшәй. Төньяҡ Европа илдәрендә һәм Бөйөк Британияла күпселек протестант динен тота, Көнсығыш Европала — православие динендәге христиандар. Мосолмандарҙың күпселеге Рәсәй һәм Төркиә, Босния һәм Герцеговина, Албания һәм Косовола йәшәй[41].
Европалағы төп халыҡ-ара берләшмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа илдәре— төрлө халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы, уларҙың күбеһе- иҡтисади һәм сәйәси ойошмалар. Европалағы төп халыҡ-ара ойошмалар түбәндә килтерелә.
Европа Советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа Советы — берҙән-бер дөйөм Европа ойошмаһы, бөтә Европа илдәре тиерлек уның ағзаһы булып тора. Әле 47 дәүләт- Европа Советы ағзаһы . Европа Советының маҡсаты — Европа илдәрендәге хоҡуҡи нигеҙҙәр араһындағы кеше хоҡуҡтары, гражданлыҡ, халыҡ-ара айырым (частное) хоҡуҡ, тирә-яҡ мөхитте һәм мәҙәни ҡомартҡылырҙы, милли аҙсылыҡтағы халыҡтар хоҡуғын һаҡлау кеүек һ.б. өлкәләрҙә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы әҙәйтеү.
Европа берлеге (ЕС) — 27 Европа иленең берләшәмәһе. Союз сиктәрендә бик күп программалар ҡаралған. ЕС сиктәрендә дөйөм баҙар булдырылған, унда таможня һәм валюта союздары булған берҙәм баҙар (берҙәм Европа валютаһы — евро Евросоюздағы 27 ағзаның 19 ҡабул ителгән) йәшәй, ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ өлкәһендә дөйөм сәйәсәт үткәрелә. Европа союзы шулай уҡ унда ағза булған илдәрҙең сәйәси өлкәләге аҙымдарын координациялай. Ул шулай уҡ оборона һәм дөйөм эске сәйәсәт өлкәһендәге аҙымдарҙы ла координацияларға тырыша. Союз иҡтисади ойошманан яйлап дәүләттәрҙән өҫтөн торған ойошмаға әйләнеп бара. Әлеге ваҡытта Европа союзы илдәренең дөйөм ВВП-һы — был донъялағы иң ҙур күрһәткесе, ул 15,849 триллион АҠШ доллар тәшкил итә.
Европала тағы ошо берләшмәләр бар :
- Еврозона
- Шенген зонаһы
- Таможня союзы
- Европа иҡтисади зонаһы
- Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе — элекке Советтар Союзының 9 дәүләте (Балтик буйы, Украина һәм Грузиянан башҡа). БДБ дәүләттән өҫтөн ойошма түгел һәм был Берләшмәгә ингән дәүләттәрҙең символик ойошмаһы тиергә лә була.[42].БДБ-ның төп маҡсаттары — сәйәси, иҡтисади, экологик, гуманитар, мәҙәнәиһәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү ; илдәр араһындағы бәхәстәрҙе тыныс юл менән хәл итеү; дәүләт-ара кооперация һәм интеграция;был илдәр граждандарының хоҡуғын һәм иркен яҡлау. Төп тикшерелгән темалар — ЕС кеүек дөйөм баҙар булдырыу һәм дәүләт сиктәренән тыш енәйәтселек менән көрәш.
Төньяҡ Атлантик килешеү ойошмаһы— хәрби союз, уның ағзалары булып башлыса Европа илдәре, АҠШ һәм Канада тора. НАТО АҠШ етәкселегендә Европа илдәрен Советтар Союзына һәм уның союздаштарына ҡаршы берләштереүҙе маҡсат иткән союз. Ойошма коллектив оборона тураһында килешеү нигеҙендә төҙөлгән.
Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма — хәүефһеҙлек буйынса иң ҙур төбәк ойошмаһы, унда 56 Европа, Урта Азия һәм Үҙәк Азия, шулай уҡ Төньяҡ Америка илдәре инә.
Ойошманың маҡсаты — төбәктә конфликттар булдырмау, кризислы ситуацияларҙы яйлау, конфликттар эҙемтәләрен бөтөрөү .
Төньяҡ советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ советы (1952 йылда булдырылған) һәм Төньяҡ министраҙар советы (1971 йылда булдырылған) — Төньяҡ Европа илдәренең парламенттары һәм хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлекте координациялау өсөн булдырылған ойошма. Уның ағзалары: Дания, Финляндия (1956 йылдан), Исландия, Норвегия, Швеция. Етәкселеге Копенгагенда урынлашҡан.
Үҙәк Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы — 1992 йылдың 21 декабрендә төҙөлгән Вишеград килешеүенең вариҫы, Европа берлеге ағзаһы булмаған илдәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы. Әле уның ағзалары: Албания, Босния һәм Герцеговина, Хорватия, Төньяҡ Македония, Молдавия, Черногория, Сербия, Косово Республикаһы. Европа берлегенә ингәнсе Болгария, Чехия, Венгрия, Польша, Румыния, Словакия һәм Словения был ойошмала ҡатнаша.
Бенилюкс — Бельгия, Нидерланд һәм Люксембургтың сәйәси, иҡтисади һәм таможня союзы, 1958 йылдың 3 февралендә булдырылған. Парламенты, суды бар, унда өс илдең дә вәкилдәре инә.
1997 йылда булдырылған дүрт ил ойошмаһы: Грузия, Украина, Әзербайжан, Молдавия (ГУАМ). Төп контораһы Киевта урынлашҡан.
Евразия иҡтисади берлеге (ЕАЭС) — элекке Советтар Союзы республикаларының халыҡ-ара иҡтисади ойошмаһы, дөйөм таможня сиктәре, дөйөм сит илдәр менән иҡтисади бәйләнеш сәйәсәте, тарифтар, хаҡтар һәм башҡа дөйөм баҙар йәшәүе өсөн кәрәк булған нимәләр булдырыу мәсьәләлре менән шөғөлләнә.
Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договор ойошмаһы (ОДКБ) — был ойошмаға Рәсәй, Белоруссия, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан инә.
ОДКБ сиктәрендә берҙәм хәрби уйындар үткәрелә.Ойошма маҡсаты — был ойошмала ҡатнашҡан дәүләттәргә ҡаршы агрессия булғанда бергә ҡаршылыҡ күрһәтеү.
Арктика советы — 1989 йылда Финляндия башланғысы менән төньяҡ поляр зонаның ҡаьатланмаҫ тәбиғәтен һаҡлау өсөн булдырылған халыҡ-ара ойошма. Арктика советына һигеҙ Арктика буйы иле инә : Дания, Финляндия, Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй, Швеция, АҠШ. Күҙәтеүсе илдәр: Бөйөк Британия, Франция, ФРГ, Нидерланд, Польша, Испания.
Балтика ассамблеяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балти́ка ассамблеяһы — 1991 йылда Эстония, Латвия, Литва парламенттары араһында хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшләшеү органы. Ассамблея был илдәрҙең эшмәкәрлеген координациялай, өс ил парламентына консультациялар бирә һәм резолюция, ҡарар һәм тәҡдимдәр аша берҙәм ҡарашын еткерә.
Балтик диңгеҙе дәүләттәре советы— 1992 йылдың 5-6 мартында Копенгагенда Балтик диңгеҙе буйындағы илдәренең сит ил эштәре министрҙары конференцияһында булдырыла. Унда Германия, Дания, Латвия, Литва, Норвегия, Польша, Рәсәй, Финляндия, Швеция, Эстония, һәм шулай уҡ Европа йәмғиәттәре комиссияһы ҡатнаша.
Совет Баренц диңгеҙе/Евроарктика төбәге советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төбәктә хеҙмәттәшлек итеү форумы. 1993 йылда Совет Баренц диңгеҙе/Евроарктика төбәге советы (СБЕР) булдырыла. Уның даими ағзалары: Дания, Исландия, Норвегия, Рәсәй, Финляндия һәм Швеция, һәмм шулай уҡ Европа йәмғиәттәре комиссияһы (КЕС). Туғыҙ дәүләт— Великобритания, Германия, Италия, Канада, Нидерланды, Польша, Франция, АҠШ, Япония — күҙәтеүсе статусына эйә.
Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь Республикаһы конфедератив союзында әкренләп берҙәм сәйәси, иҡтисади, хәрби, таможня, валюта, хоҡуҡи, гумантиар, мәҙәни мөхит булдырыу эше бара .
Европа футбол ассоциациялары союзы — Европала һәм бер нисә көнбайыш Азия төбәгендә футбол менән идара итеүсе ойошма. Уға Европа илдәренең милли футбол ассоциациялары инә. УЕФА Европалағы бөтә клубтар һәм йыйылма командалар ярыштарын ойоштороу менән шөғөлләнә, уға ингән клубтар һәм милли ассоциациялар араһында рекламанан ингән килемде һәм трансляцияларҙы бүлә.
Был илдәрҙән тыш, УЕФА-ға биләмәләре тотошлай Азияла урынлашҡан Израиль дә инә (Израиль футбол ассоциацияһы).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #4015701-5 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ http://vortaro.net/#eŭropano
- ↑ (unspecified title) (ирл.) — 2006.
- ↑ https://population.un.org/wpp/Download/Standard/Population/
- ↑ https://worldpopulationreview.com/country-rankings/largest-countries-in-europe
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ Europe 2007 йыл 14 декабрь архивланған. MSN Encarta Encyclopedia
- ↑ Chantraine P. Dictionnaire étymologique de la langue grecque. Histoire des mots. Paris, 1968. P.388
- ↑ Гудианов этимологик (Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С. 223
- ↑ цит. по: Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С. 223
- ↑ Тантлевский И. Р. История Израиля и Иудеи до разрушения Первого Храма. СПб, 2005. С. 9, со ссылкой на: Astour M. C. Hellenosemitica: An Ethnic and Cultural Study in West Semitic Impact on Mycenaean Greece. Leiden, 1967. P. 128
- ↑ «phonologically, the match between Europa’s name and any form of the Semitic word is very poor» (West M. L. The east face of Helicon: west Asiatic elements in Greek poetry and myth. Oxford, 1997. P. 451 . books.google.com. Дата обращения: 19 декабрь 2019.)
- ↑ Гимны Гомера II 73 = II 113; Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. В 3 т. Т. 1. М., 2001. С. 565
- ↑ Мурзаев Э. М. Где же проводить географическую границу Европы и Азии? Изв. АН СССР, сер. геогр., 4, 1963.
- ↑ Христианство . www.etnolog.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2019.
- ↑ 16,0 16,1 Европа // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Британника. Европа . www.britannica.com. Дата обращения: 19 декабрь 2019.
- ↑ Энциклопедия Ларусса. Европа (фр.). www.larousse.fr. Дата обращения: 19 декабрь 2019.
- ↑ National Geographic Atlas of the World (7th ed.). Washington, DC: National Geographic. 1999. ISBN 0-7922-7528-4. (стр. 68, 90)
- ↑ При проведении границы по Главному Кавказскому хребту в Европе оказывается расположена северо-восточная часть Республики Азербайджан
- ↑ При проведении границы по Главному Кавказскому хребту в Европе оказываются расположены такие части территории Грузии, как верховья Терека, верховья Аргуна (часть Хевсуретии), Тушетия
- ↑ Walter Pohl Walter Goffart. Barbarian Tides: The Migration Age and the Later Roman Empire. (The Middle Ages Series.) Philadelphia: University of Pennsylvania Press. 2006. Pp. x, 372. $69.95Reviews of BooksEurope: Ancient and Medieval (инг.) // The American Historical Review. — 2007-06-01. — В. 3. — Т. 112. — С. 912–913. — ISSN 0002-8762. — DOI:10.1086/ahr.112.3.912-a
- ↑ World History Timeline: 8th Century (701 to 800) . www.fsmitha.com. Дата обращения: 8 ноябрь 2020.
- ↑ History com Editors. Charlemagne (ингл.). HISTORY. Дата обращения: 8 ноябрь 2020.
- ↑ 25,0 25,1 history of Europe | Summary, Wars, Ideas, & Colonialism (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 8 ноябрь 2020.
- ↑ World - Bloomberg Business . web.archive.org (28 ғинуар 2015). Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Global Wealth Stages a Strong Comeback, but Wealth Managers Still See Performance Declines and Challenges Ahead, Says Study by The Boston Consulting Group Assets Under Management Rebound by 11.5 Percent to $111.5 Trillion, Just Shy of 2007 Peak; the Number of Millionaire Households Jump by 14 Percent; but Wealth Managers Grapple With Falling Revenues and Shrinking Margins . web.archive.org (20 май 2011). Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ GDP per capita, PPP (current international $) | Data . data.worldbank.org. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ World Economic Outlook Database October 2018 (ингл.). IMF. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ World Economic Outlook Database April 2017 (ингл.). IMF. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Euro area (ингл.). European Commission - European Commission. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Royal Dutch Shell | 2020 Global 500 (ингл.). Fortune. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ BP | 2020 Global 500 (ингл.). Fortune. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Volkswagen | 2020 Global 500 (ингл.). Fortune. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Glencore | 2020 Global 500 (ингл.). Fortune. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Daimler | 2020 Global 500 (ингл.). Fortune. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Total | 2020 Global 500 (ингл.). Fortune. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ https://www.csis.org/component/option,com_csis_progj/task,view/id,975 2008 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ 2019 Human Development Index Ranking | Human Development Reports . hdr.undp.org. Дата обращения: 9 ноябрь 2020. 2017 йыл 22 март архивланған.
- ↑ https://www.nvtc.gov/lotw/languageMap.html
- ↑ Muslims in Europe BBC, 2005
- ↑ Р. В. Манекин:: Неотвратимые объятия памяти. Извечное стремление России на Запад обретает в XXI веке мессианский смысл. Политический класс. Журнал политической жизни России. № 7 (43). 2008