Эстәлеккә күсергә

Күлтабан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Күлтабан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°37′37″ с. ш. 58°42′05″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 813 003

ОКТМО коды

80 606 413 111

Күлтабан (Рәсәй)
Күлтабан
Күлтабан
Күлтабан (Башҡортостан Республикаһы)
Күлтабан

Күлтабан (рус. Культабан) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 415 кеше[1]. Почта индексы — 453654, ОКАТО коды — 80206813003.

Күлтабан (Яугул) күле буйында урынлашҡан[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 48 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 37 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 14 км

Башҡорт риүәйәттәре буйынса, Күлтабан «Ҡылтабан» һүҙенән килеп сыҡҡан. Әсирлеккә эләккәндәрҙең, ҡасмаһын өсөн, аяҡ табанын ярып, эсенә ваҡ итеп туралған ат ҡылын тултырғандар. Яра бөтәшкәндән һуң кеше аяғына баҫа алмаған, ултырып йәки билдәле рәүештә тороп эшләй алған. Күлдең икенсе исеме — Яугүл — ошо тирәлә ниндәйҙер яу булыуын күрһәтә.

XIXXX быуаттар сиктәрендә утар барлыҡҡа килгән, янындағы һыу ятҡылығы исеме бирелгән. 1891 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы тораҡ пункттары араһында күрһәтелмәгән. 1900—1901 йылдарҙа Күлтабан (Калтубан) утары әлеге 1-се Бөрйән улусы составында күрһәтелгән[3].

Ул ваҡытта тораҡ пункты Яүгул атамаһы аҫтында билдәле булған[2].

1925 йылда ауылда барыһы өс хужалыҡ күрһәтелгән[4].

Күлтабан баҡсаһы

1952 йылда ойошторола, ул ваҡытта совхоз-ара урман питомнигы тип атала. Тәүге директоры — Дмитриев Калистрат Титович, техник етәксеһе — Недопекина Екатерина Дмитриевна, хужалыҡ мөдире — агроном Мурзиков Петр Павлович. 1954 йылда питомник Йылайыр игенселек совхозының Култубан бүлексәһе балансына күсерелә. 1952 йылда 2 гектар ер майҙанында алмағастар ултыртыла, беренсе уңыш 1956 йылда алына. 1961 йылда питомник 88 гектарлыҡ майҙанда урынлаша. ХХ быуаттың 90-сы йылдар аҙағынан баҡса бөлгөнлөккә төшә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 369
2010 йыл 14 октябрь 364 180 184 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (64 %) йәшәй[5].

— Йылайыр ауыл советы 7-cе округы (Күлтабан ауылы буйынса) депутаты — Ирина Егоровна Корнева
— Ауыл старостаһы — Мөхәмәтйәнов Ринат Миңлеяр улы
— Башланғыс кластары уҡытыусыһы — Венера Фәрит ҡыҙы Селянкина
— Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире — Ирина Александровна Канайкина
— Комсомол ауылы мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире — Ирина Егоровна Мещерякова
— Башҡортостан Республикаһының «Урал аръяғы Агро» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы машина-технологик станцияһының «Күлтабан» МТФ-һы директоры— Илдус Басир улы Сабанбаев
— Башҡортостан Республикаһын Баймаҡ районы КФХ «Терешин» КФХ-һы етәксеһе — Василий Анатольевич Терешин[3] (М. М. Маннапов әҙерләгән)

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Латышов И. Я. — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1969);
  • Недопекина Е. Д. — БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, 20 йылдан ашыу агроном булып эшләгән;
  • Сәғәҙиев Н. Х. — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1989), Почет Билдәһе ордены (1974), III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (1976) кавалеры
  • Кравченко Алексей Александрович — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974);
  • Романов Иван Федорович — II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (16.03.1944 г.; 23.03.1945 г.), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (12.10.1944 г.); III дәрәжә Дан ордены (24.04.1945 г.) кавалеры, Күлтабан бүлексәһе бухгалтеры;
  • Шахмөхәмәтова Альбина Мостафа ҡыҙы — кавалер знака «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» билдәһе кавалеры[3] (М. М. Маннапов әҙерләгән)
  • Йәшел урамы (рус.  Зеленая улица
  • Туғайлы урамы (рус.  Луговая улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодежная улица )
  • Мортаза Рәхимов урамы (рус.  Муртазы Рахимова улица)
  • Күл урамы (рус.  Озерная улица)
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева улица
  • Баҡсалы урамы (рус.  Садовая улица)
  • Сәскәле урамы (рус.  Цветочная улица )
  • Сиҙәм урамы (рус.  Целинная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)

[6]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Деревня Культабан (Күлтабан ауылы)
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  6. Улицы