28 июль
Уҡыу көйләүҙәре
28 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
28 июль Викимилектә |
28 июль — григориан стиле буйынса йылдың 209-сы (кәбисә йылында 210-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 156 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Перу: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй империяһы: Киев Русендә Христиан дине ҡабул ителгән көн.
- Сан-Марино: Фашизмды еңеү көнө.
- АҠШ: Стажёр көнө.
- Испания: Учреждениелар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: PR-белгестәре (Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгестәр) көнө.
- 1914: Беренсе донъя һуғышы башлана.
- 1920: БашЦИК — Башҡортостан эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советттарының Үҙәк Башҡарма Комитеты ойошторола.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Болотина Раиса Ипполитовна (1900—23.03.1984), ғалим-селекционер. 1929 йылдан Кушнаренко тәжрибә баҡсаһы хеҙмәткәре, 1937 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1941—1956 йылдарҙа — бүлек мөдире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡырпы ауылынан.
- Коротков Михаил Ефимович (1910—1.08.1976), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1953—1970 йылдарҙа «Башзападнефтеразведка» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1965) һәм СССР-ҙың почётлы (1970) нефтсеһе. Ленин (1959), Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районы Мартыновка ауылынан.
тулы исемлек
- Козлова Планета Павловна (1945), ғалим-педагог. 1974 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—2009 һәм 2012—2013 йылдарҙа — педагогика кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ғәҙелша ауылынан.
- Исҡужин Рудик Ғәзиз улы (1950), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. 1972—1992 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, 2004—2013 йылдарҙа Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Фаязов Радик Рәдиф улы (1960), ғалим-хирург. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәлмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Арыҫлан ауылынан.
- Липатов Олег Николаевич (1965), ғалим-онколог. 1992 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институтының онкология һәм патологик анатомия курсы мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лариса Абдуллина (1975), журналист, шағир һәм тәржемәсе. 2020 йылдың июненән «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар, 2007 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2008), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы (2018) һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019) лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы (1911—14.10.1995), театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1930—1971 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.
- Ульянов Илья Кузьмич (1931), хеҙмәт ветераны, ғалим-иҡтисадсы, ауыл хужалығы эшмәкәре. 1962 йылдан «Баҡалы» совхозы директоры, 1965 йылдан «Башкирскптицепром» произвоство берекмәһе директоры, 1987—1991 йылдарҙа — генераль директоры, бер үк ваҡытта 1972—1987 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1985). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1986), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Кожай-Андреев ауылынан.
- Миңлеғәлиев Нәзиф Хажғәли улы (1941), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995—2003 йылдарҙа Шаран район Советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996), райондың почётлы гражданы (2001). Сығышы менән ошо райондың Нөрәй ауылынан.
- Ярышев Фәйзрахман Абдрахман улы (1941—7.02.2005), режиссёр, театр эшмәкәре. 1983—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баталин Юрий Петрович (1927—22.07.2013), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер. 1985—1989 йылдарҙа СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 11-се саҡырылыш (1984—1989) Юғары советы депутаты. Рәсәй Инженер академияһы һәм Халыҡ-ара инженер академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1984). Ленин (1980) һәм СССР Министрҙар Советы (1974) премиялары лауреаты, ике Ленин (1973, 1987), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1971, 1977), Дуҫлыҡ (1999) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Ҡалҡан ауылынан.
- Сираева Миңлегүзәл Төхвәтулла ҡыҙы (1952), фельдшер. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының элекке юғары категориялы шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районының Таҙтүбә ауылынан.
- Фәзуллин Фәрис Мөслим улы (1952), механизатор. 1969 йылдан хәҙерге Дүртөйлө районы Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы тракторсыһы, 1977—2015 йылдарҙа — водителе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың иң яҡшы механизаторы (1976). Сығышы менән ошо райондың Үткен ауылынан.
- Нәзиуллина Гөлнара Ғәбделхәй ҡыҙы (1967), музыкант, педагог. 1992 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, бер үк ваҡытта Урта махсус музыка колледжы һәм 2007 йылға тиклем Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 2001 йылдан Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017), төрлө кимәлдәге музыка фестиваль-конкурстары лауреаты. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Хажиәхмәтов Ғәзиз Йәнмырҙа улы (1967), механизатор. Белорет юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығының экскаватор машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2019).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әкрәм Вәли (1908—19.03.1963), яҙыусы, журналист, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1955 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙер «Ағиҙел») журналы мөхәррире. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945).
- Тимонин Владимир Федорович (1918—2004), матбуғат, партия органдары, ауыл хужалығы һәм урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың Маҡар район комитеты секретары, Ишембай районының «Вперед» гәзите мөхәррире, Ленин исемендәге колхоз рәйесе, 1963—1978 йылдарҙа Петровский ауылындағы 21-се СПТУ директоры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы. Сығышы менән Петровский ауылынан.
тулы исемлек
- Мәзитов Нәстәғин Усман улы (1923—1992), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауырғазы районы «Үҙән» колхозының элекке баш агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ишле ауылынан.
- Яппаров Нәжип Фазлый улы (1928—?), энергетик. 1952—1983 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы машинисы, смена начальнигы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Йәнырыҫ ауылынан.
- Дәүләтова Нәсимә Ейәнбай ҡыҙы (1933—2.03.2012), китапханасы. 1960 йылдан Әбйәлил район үҙәк китапханаһы мөдире, 1977—1994 йылдарҙа — үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Мәҫкәү ауылынан.
- Гусев Гаврил Николаевич (1938), нефтсе-водитель. 1966 йылдан «Ишембайнефть» НГДУ-һы технологик транспорт идаралығының автокран водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Хлебодаровка ауылынан.
- Йәнбухтина Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы (1938), сәнғәт белгесе 1994 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының милли мәҙәниәт институты уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
- Фартуков Иван Иванович (1948), рәссам, йәмәғәтсе. 1987—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2017).
- Туғанбаев Рамазан Әшрәф улы (1953), водитель. Әбйәлил районы Урал ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтенең элекке водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1996). Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1982). Сығышы менән ошо райондың Әлмөхәмәт ауылынан.
- Саттарова Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы (1958), журналист. 2007—2017 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының «Кармаскалинская новь» гәзите мөхәррире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ников Григорий Петрович (1924), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1165: Ибн әл-Ғәрәби, ислам дине белгесе, суфыйсылыҡ теоретигы.
- 1635: Роберт Гук, Англия ғалимы: физик, химик, математик, астроном, биолог, уйлап табыусы һәм архитектор.
- 1745: граф Пётр фон дер Пален, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал.
- 1750: Филипп Фабр д’Эглантин, Франция сатиригы, революционер.
- 1845: Эмиль Бутру, Франция философы, философия тарихсыһы.
- 1880: Николай Андреев, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың физик-акустигы, СССР Фәндәр академияһы академигы.
- 1900: Владимир Трибуц, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, адмирал, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Балтик флоты командующийы. * 1900: Владимир Шнейдеров, СССР кинорежиссёры, сценарист һәм оператор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1915: Чарльз Хард Таунс, АҠШ физигы, Нобель премияһы лауреаты (1964).
- 1925: Барух Бламберг, АҠШ биохимигы, Нобель премияһы лауреаты (1976).
- 1925: Хуан Альберто Скьяффино, Уругвай һәм Италия футболсыһы, донъя чемпионы, Уругвайҙың XX быуаттағы иң яҡшы футболсыһы.
- 1954: Уго Чавес, Венесуэланың дәүләт һәм хәрби эшмәкәре.
- 1960: Владимир Гришко, СССР, Украина һәм АҠШ йырсыһы (тенор).
- 1741: Антонио Вивальди, Италия композиторы.
- 1750: Йоһанн Себастьян Бах, немец композиторы.
- 1970: Әхмәтзәки Вәлиди Туған, сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы.