2 июнь
көнө
2 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 153-сө (кәбисә йылында 154-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 212 көн ҡала.
2 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Спутник мониторингы һәм навигация көнө.
- АҠШ: Туңдырма көнө.
- Италия: Республика көнө.
- Канада: Ветерандар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Файҙалы аҙыҡ менән туҡланыу һәм артыҡ ашауҙан баш тартыу көнө.
- Таиланд: Ананас фестивале көнө.
- Словения: Тимер юлсылар көнө.
- Әзербайжан: Граждандар авиацияһы көнө.
- 1856: Хәҙерге Амур өлкәһенең административ үҙәге Благовещенск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1857: АҠШ-та сәнсемле теген машинкаһына патент алына.
тулы исемлек
- 1864: Мәскәүҙә Рәсәй империяһындағы тәүге зоология баҡсаһы асыла.
- 1892: Киевта Рәсәй империяһындағы беренсе электр трамвайы линияһы эшләй башлай.
- 1955: СССР-ҙа Байконур космодромы төҙөлә башлай, хәҙер ул Ҡаҙағстан биләмәләрендә.
- 1995: Йәмәғәт берләшмәләренең халыҡ-ара союзы «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның Башҡарма комитеты ойошторола.
- 2006: Төркиәлә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәмиғуллин Мәснәүи Хәмиҙулла улы (1930—2004), хужалыҡ эшмәкәре. 1972—1990 йылдарҙа Кушнаренко көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты начальнигы. Башҡортостандың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Чернова Наталья Сергеевна (1931), хеҙмәт ветераны, табип-аккушер-гинеколог, педагог. 1963 йылдан Өфөләге 1-се медицина училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылынан.
- Дауытов Хәбир Кәрим улы (1936), сауҙа өлкәһе ветераны, прозаик. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, СССР Ҡулланыусылар йәмғиәте отличнигы. Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2005).
тулы исемлек
- Минһажев Гайдар Ғиләж улы (1936), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-стоматолог, хирург. 1968 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы; 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; шул иҫәптән 1982 йылдан — хирургик стоматология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1983—1987 йылдарҙа стоматология факультеты деканы; 1996 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институтының стоматология һәм яңаҡ-йөҙ хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта «Биоплант» ғилми-тикшеренеү һәм производство институты директоры. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы (1936—4.03.2004), рәссам-график, педагог, йәмәғәтсе. 1971 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1969 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1976—1978 һәм 1990—2001 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире. 1980—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе, 1981—1985 йылдарҙа РСФСР Рәссамдар союзы идараһы секретары. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1974).
- Кобяков Анатолий Иванович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-электромеханик. 1969 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты, 1999—2011 йылдарҙа Мәскәү инженерлыҡ экологияһы университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Байбулатов Раил Фәтхелислам улы (1937—22.07.2002), яҙыусы, тәржемәсе. 1962 йылдан Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, редакция мөдире, 1990—1999 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. СССР-ҙың матбуғат отличнигы. Сергей Чекмарев исемендәге әҙәби премия лауреаты (1990).
- Рамазанов Өлфәт Нуриәхмәт улы (1937—24.07.2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1975 йылдан Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоздың баш инженеры; 1985 —1992 йылдарҙа Әбйәлил урман хужалығы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Әлмөхәмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Дәүләтова Зәйтүнә Әхмәт ҡыҙы (1942—19.01.2009), педагог. 1961—1997 йылдарҙа Әбйәлил районы Хәлил урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғибәҙәтов Рәйес Хәйретдин улы (1947), педагог. 1970 йылдан Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1978—2008 йылдарҙа — директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғәлиева Рима Ғиниәтулла ҡыҙы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1971—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы, 1985—2009 йылдарҙа Кушнаренко урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ульянов Пётр Васильевич (1952), ветеран-спортсы, педагог, тренер. Күмертау ҡалаһы дзюдо буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке уҡытыусыһы һәм директоры. Самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004 һәм спорт мастеры (1993, дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй категорияһындағы судья (1997) СССР-ҙың спорт мастеры (1974). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (1999). Дзюдо буйынса РСФСР чемпионы (1979—1980), самбо оҫталары араһында донъя (1992, 1996) һәм Рәсәй (1992—1995) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан.
- Камалов Таһир Таузах улы (1962—4.01.2021), музыкант, дирижёр. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижёры; Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестрын ойоштороусы һәм 1992—2011 йылдарҙа уның директоры, художество етәксеһе һәм баш дирижеры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы һәм студенттар симфоник оркестры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Халыҡ-ара башҡарыусылар һәм дирижёрҙар конкурсы лауреаты (Женева ҡалаһы, Швейцария, 1997).
- Дәминев Рөстәм Риф улы (1972), ғалим-нефтехимик. 1998 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, 2007 йылдан — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта дөйөм химик технологиялар кафедраһы мөдире, 2011 йылдан — директор. Стәрлетамаҡтың 4-се саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2006), профессор (2015). Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2016).
- Ғәфүров Айвар Илшат улы (1987), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Донъя кубогы еңеүсеһе, донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡаран ауылынан.
- Фәрхетдинов Исхаҡ Мансур улы (1987), ғалим-геолог. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015—2016 йылдарҙа география факультеты деканының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2016 йылдан геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (2014), доцент (2018). 2019 йылдан Халыҡ-ара медик-геологик ассоциацияның (International Medical Geology Association Russia - NIS Chapter) Рәсәйҙәге һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендәге рәйесе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Елгаштина Мария Николаевна (1873—1966), театр рәссамы, график. 1932—1955 йылдарҙа Башҡортостан ҡурсаҡ театрының художество етәксеһе, рәссамы, режиссёры һәм актрисаһы. Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).Сығышы менән Барнаул ҡалаһынан.
- Вәхитова Фәтхиә Хәйрулла ҡыҙы (1928—29.01.2007), педагог. 1947 йылдан Хәйбулла районы Мәмбәт, 1950 йылдан — Айыулы, 1955—1982 йылдарҙа Аҡъярҙың хәҙерге 1-се мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Юлдыбай ауылынан.
тулы исемлек
- Шараева Галина Яшпаевна (1948), малсы. 1966 йылдан Дүртөйлө районы «Восток» колхозы малсыһы, 1980—1998 йылдарҙа машина менән һыйыр һауыу операторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районының Туҡтар ауылынан.
- Сидоркин Владислав Анатольевич (1968), төҙөлөш тармағы һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2007—2016 йылдарҙа «Төҙөлөш ойошмаһы—10» берекмәһе директорының капиталь төҙөлөш, артабан производство буйынса урынбаҫары, 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гөлназ Асаева (1998), эстрада йырсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әхнәф Харисов (1914—15.05.1977), ғалим-филолог, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1954–1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, 1964–1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Октябрь Революцияһы (1975), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Гришков Иван Тимофеевич (1929—2018), нефтсе. 1948—1986 йылдарҙа Ишембай быраулау эштәре идаралығы мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Ишембай ҡалаһының һәм Ишембай районының почётлы гражданы.
- Ҡәйүмов Хәүис Мырҙайән улы (1929—23.05.2006), хужалыҡ эшмәкәре. 1963—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Победа» колхозы рәйесе. РСФСР-ҙың 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Сереккүл ауылынан.
- Фурлей Иван Иванович (1939), ғалим-физик‑химик. 1962 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институтында ғилми хеҙмәткәр, 1980 йылдан — лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1990). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе 1‑се Николаевка ауылынан.
- Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы (1949), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014), атҡаҙанған табибы (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Ефремов Александр Петрович (1959), хеҙмәт алдынғыһы. 1992–2016 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигы проходчигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтёры.
- Качалкова Ольга Александровна (1979), спортсы. Йәйге биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Европа чемпионы (2 тапҡыр, 1998), Европа (1998—1999) һәм Рәсәй (1998) кубоктарын яулаусы, үҫмер спортсылар араһында шәхси ярышта һәм спринт буйынса Европа кубоктарының көмөш призёры (1998—1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Инйәр ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1740: Донасьен Альфонс де Сад, Франция яҙыусыһы, философ.
- 1755: Иван Акимов, Рәсәй империяһы рәссамы, классицизм вәкиле.
- 1840: Томас Харди, Англия яҙыусыһы, шағир.
- 1876: Константин Тренёв, СССР прозаигы, драматург.
- 1915: Тапио Вирккала, Финляндия дизайнеры, скульптор.
- 1920: Марсель Райх-Раницкий, Германияның әҙәби тәнҡитсеһе, публицист.
- 1930: Чарльз Конрад, АҠШ астронавы, Айға аяҡ баҫҡан өсөнсө кеше.
- 1930: Андрей Сахаров, СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы.
- 1940: Константин II, Грецияның һуңғы короле (1964—1974).
- 1945: Георгий Колосов, СССР һәм Рәсәй фотографы, хәҙерге заман пикториализм вәкиле.