Эстәлеккә күсергә

Кома

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кома
Медицина тармағы неврология[d] һәм реанимация[d]
ICD-9-CM 780.01
ICPC 2 A07
Код NCI Thesaurus C34497
 Кома Викимилектә

Ко́ма (бор. грек. κῶμα «„тәрән“ йоҡо») — тышҡы ҡуҙғытыусыға реакцияның ҡапыл кәмеүе йәки булмауы, рефлекстарҙың тулыһынса юҡҡа сыҡҡанға тиклем һүнеүе, тын алыу тәрәнлегенең һәм йышлығының боҙолоуы, ҡан тамырҙары тонусының үҙгәреүе, пульстың йышайыуы йәки әкренәйеүе, температура регуляцияның боҙолоуы менән билдәләнгән йәшәү менән үлем араһында ғүмер өсөн хәүефле хәл. Баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуға һәм (йәки) үҙәк нервы системаһы күҙәнәктәренең токсик зарарланыуына бәйле. Тын алыу һәм ҡан әйләнеше боҙолоу арҡаһында үҫешкән ауырыу үлемгә килтереүе мөмкин.

Кома баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, баштың йәрәхәтләнеүе, шешеүе (энцефалит, менингит, тапма булғанда) арҡаһында, шулай уҡ ағыуланыу (барбитураттар, углерод окисы һәм башҡалар), шәкәр диабеты, уремия, гепатит һөҙөмтәһендә баш мейеһенең алғы ҡабығында һәм уның аҫтына, шул иҫәптән үҙәк нервы системаһының башҡа бүлектәренә таралған тәрән тотҡарлау барышында үҫешә. Шул уҡ ваҡытта нервы туҡымаһында кислота-һелте тигеҙлеге боҙолоу, кислород етешмәү, ион алмашыныуының боҙолоштары һәм нервы күҙәнәктәренең энергетик аслығы күҙәтелә. Команан алда прекоматоз хәл була, уның дауамында үрҙә күрһәтелгән симптомдар үҫешә.

Дауалау: команы килтергән сәбәптәрҙе бөтөрөү; кислота-һелте тигеҙлеген тергеҙеүгә, коллапсты бөтөрөүгә, тын алыуҙы тергеҙеүгә, кислород етешмәүенә ҡаршы йүнәлтелгән саралар.

Тәүге ярҙам: сирленең тар кейемен ысҡындырыу йәки һалдырыу, уға горизонталь торош биреү, тын юлдарына эләкмәһен өсөн алынған теш протездарын ауыҙ ҡыуышлығынан алып ҡуйыу. Был осраҡта ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк.

Комала ваҡытлыса йәки даими нигеҙҙә «булған» пациенттарҙың, үҙ сиратында, донъяны ҡабул итеү һәм фекерләү боҙолоуына (ваҡытты дөрөҫ иҫәпләмәү, галлюцинация, аңы ҡаҡшаған, ҡыҫҡа ваҡытлы хәтерҙең антероград боҙолоуы) булышлыҡ иткән баш мейеһе ҡабығында соматик характерҙағы когнитив үҙгәрештәр үҫешеүе мөмкин. Аңлы эшмәкәрлек саҡ ҡына үҙгәрә йәки элеккесә ҡала.

1876 йылдан 1908 йылға тиклем комала булған Каролина Олссон

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клиник практикала «кома» патологик торошҡа хәүеф янаған, йыш ҡына үҫешендә билдәле бер стадиялығы булған һәм бындай осраҡтарҙа үҙәк нервы системаһының функциялары боҙолоуҙың иртә стадияһында кисектергеһеҙ диагностикалауҙы һәм ашығыс дауалауҙы талап иткән төшөнсә тип раҫлана. Шуға күрә команың клиник диагнозы уның бөтә билдәләре беленеү менән генә түгел, ә үҙәк нервы системаһының функцияларының яфаланыусы симптомдары булғанда ла билдәләнә (мәҫәлән, рефлекстар һаҡланып ҡалып аңды юғалтыу), әгәр ул коматоз торошо үҫеше стадияһы булараҡ баһаланһа.

Үҙәк нервы системаһының башланғыс йәки уртаса яфаланыу күренештәрен баһалау өсөн кома үҫешенең дөйөм законлылыҡтарын аңлау һәм кома төп ауырыуҙың патогенезы һәм виталь прогноз менән бәйле үҙенсәлекле өҙгөләнеү булып торған патологик процестарҙы һәм сирҙәрҙе белеү мөһим. Бындай осраҡтарҙа команы диагностикалау үҙ аллы әһәмиәткә эйә һәм формалаштырылған диагнозда сағыла (мәҫәлән, барбитураттар менән ағыуланыу, команың III дәрәжәһе). Ғәҙәттә кома диагнозда күрһәтелмәй, әгәр унда башҡа патологик хәл яҙылған булһа, ҡайҙа аңды юғалтыу уның бер билдәһе итеп ҡарала (мәҫәлән, анафилактик шок, клиник үлем ваҡытында).

Кома үҙ аллы ауырыу түгел; ул йә үҙәк нервы системаһының эшләү шарттарының һиҙелерлек үҙгәреүе менән оҙатылған ҡайһы бер ауырыуҙарҙың өҙгөләүҙәре, йә баш мейеһе структураларының беренсел зарарланыуы (мәҫәлән, баш һөйәге-мейеһе йәрәхәтендә) барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта патологияның төрлө формаларында коматозлы тороштар патогенездың айырым элементтары һәм төрлө сығышлы комаларға дифференциалланыусы терапевтик тактиканы билдәләгән күренештәре менән айырыла.

Этиологик принцип буйынса ҡоролған кома классификацияһында уның 30-ҙан ашыу төрө тасуирлана, уларҙың ҡайһы берҙәре айырым ауырыуҙарға түгел, ә сирҙәр йәки синдромдар төркөмдәренә ҡарай.

Беренсел церебраль кома

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Команың был төрөнөң нигеҙе булып баш мейеһенең беренсел зарарланыуы арҡаһында үҙәк нервы системаһы функцияларын тотҡарлау тора.

  • Травматик кома (лат. coma traumaticum) — баш һөйәге-мейеһе йәрәхәтендә үҙәк нервы системаһының зарарланыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән кома.
  • Эпилептик кома (лат. coma epilepticum) — эпилепсия өйәнәге ваҡыттында үҫешә торған кома.
  • Аноплектик кома (лат. coma apoplecticum) — мейелә ҡан әйләнеше киҫкен боҙолғанда үҫешә торған кома.
  • Менингиаль кома (лат. coma meningeale) — инфекцион менингит осоронда интоксикация һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән кома.
  • Аноплектиформ кома (лат. coma apoplectiforme) — мейе ҡан әйләнешенең икенсел боҙолоуына бәйле кома, мәҫәлән, миокард инфаркты ваҡытында.
  • Шеш комаһы — мейе һәм уның ҡабығындағы шештәр ваҡытында барлыҡҡа килгән кома.

Гормондарҙы етерлек синтезламау, уларҙың продукцияһының артыҡ булыуы йәки гормональ препараттарҙы артыҡ күп ҡулланыу һөҙөмтәһендә метаболизм боҙолоуына бәйле кома.

Гормондар етешмәүенә бәйле кома

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шәкәр диабеты комаһы (лат. coma diabeticum) — плазма гиперосмосы һәм кетоацидоз менән байтаҡ гипергликемияға килтергән шәкәр диабеты ваҡытында инсулин етешмәүе арҡаһында барлыҡҡа килгән кома (шулай уҡ гипергликемик и кетоацидотик тип атала).
  • Гипокортикоид кома (лат. coma hypocorticoideum) — бөйөр өҫтө биҙҙәренең киҫкен етешмәүселеге менән бәйле кома. Синонимы: бөйөр өҫтө биҙҙәре комаһы (лат. coma suprarenale).
  • Гипопитуитар кома (лат. coma hypopituitarium) — гипофиз гормондары секрецияһының ҡапыл түбәнәйеүенә бәйле кома. Синонимы: гипофизар кома (лат. coma hypophysiale).
  • Гипотиреоид кома (лат. coma hypothyreoideum) — секрецияның ҡырҡа кәмеүенә йәки тиреоид гормондарҙы утилләштереүгә бәйле кома. Синонимы: микседематоз кома (лат. coma myxoedematosum).
Йыш осраған коматоз хәлдәрҙе дифференциаль диагностикалау[1]
Клиник характеристика Шәкәр диабеты комаһы Гипогликемия комаһы Уремия комаһы Хлоргидропеник кома Бауыр комаһы Ацетонемия комаһы
Төп ауырыу Шәкәр диабеты Шәкәр диабеты, бөйөр өҫтө биҙҙәрендә шештәр бөйөрҙәрҙең хроник ауырыуҙары ҡат-ҡат ҡоҫоу менән оҙатылып килгән һәр ауырыу башлыса невропат-балаларҙа осрай
Башланыуы Яй (балаларҙа өлкәндәргә ҡарағанда тиҙерәк) Ҡапыл Аҡрынлап Яй Аҡрынлап Аҡрынлап
Аң Аҡрынлап юғала (алдан психик депрессия булырға мөмкин) Тиҙ юғалтыу (алдан ярһыу, һаташыу булырға мөмкин) Аҡрынлап юғала (онотолоу, йоҡо килеү, кома) Аҡрынлап юғала Коматоз тороштоң аҡрынлап үҫеше, галлюцинациялар һәм делирия Аҡрынлап юғала (онотолоу, йоҡо килеү, кома)
Мускулдар тонусы, рефлекстар Мускул гипотонияһы, тарамыш рефлекстарының бәлтерәүе, ҡайһы берҙә — уларҙың юҡлығы Гипертония, мускулдарҙың тартышып ҡатыуы, патологик рефлекстар Тәндең төрлө ерендә миоклоник тартыуҙар. Тарамыш рефлекстар күтәренке Адинамия, тетания, фибрилляр тартыуҙар, гиперрефлексия, каталепсия хәрәкәт тынғыһыҙлыҡ, тартышыуҙар, менингиаль күренештәр Гипотония, рефлекстар кәмегән
Тартышыуҙар Юҡ Бар. Йыш аяҡ-ҡул ҡалтырауы Һуңғы стадияла Һирәк Һирәк Һирәк
Тире Ағарған, ҡоро (һыуһыҙланыу). Яңаҡтар ҡыҙыл Ағарған, һыулы Ҡоро, тире ҡысыуы, тырнау эҙҙәре, шешенеүҙәр һирәк Ҡорораҡ, тургор һәм һығылмалылыҡ кәмегән Ҡоро, һарғылт, тырнау эҙҙәре, нөктәле ҡан һауыуҙар Ҡоро, ағарған
Һулыш Куссмауль тын алышы. Тын менән сыҡҡан һауала ацетон еҫе Тәрән булмаған һулыш Тәрән, ҡайһы берҙә Чейн-Стокс йәки Куссмауль һулышы, аммиак (һыҡра) еҫе Өҫтөн, йышайған, ауыҙҙан һаҫыҡ еҫ Куссмауль һулышы Тәрән, токсик, ауыҙҙан ацетон еҫе
Йөрәк-тамыр системаһы Йөрәк тондары — тоноҡ, артериаль гипотония, пульс йыш, насар тулышлы, колларс Йөрәк тоны асыҡ, артериаль ҡан баҫымы лабиль, пульс нормаль, әммә брадикардия, йышыраҡ тахикардия булыуы мөмкин Аортаға баҫым яһала, артериаль гипертония, перикардийҙың ышҡылыу тауышы ишетелә, пульс ауыр, көсөргәнешле Йөрәк тондары — тоноҡ, артериаль гипотензия, импульс тиҙ, йомшаҡ, ҡайһы берҙә аритмик Йөрәк тондары баҫылған, артериаль гипотония, тахи- йәки брадикардия, көсһөҙ тулышлы пульс Йөрәк тондары — тоноҡ, артериаль гипотензия, тахикардия, көсһөҙ тулышлы пульс
Аш һеңдереү боҙолоуы Аппетит юҡ, күңел болғаныу, ҡоҫоу, тел ҡоро Аппетит көслө, ҡоҫоу юҡ, тел еүеш Күңел болғаныу, ҡоҫоу, ҡайһы берҙә эс китеү Аппетит юҡ, ҡоҫоу һәм эс китеү Аппетит юҡ, ҡоҫоу, эс китеү Аппетит тулыһынса юҡ, туҡтауһыҙ көслө ҡоҫоу
Бауыр Ҙурайған Диабет менән ауырығандарҙа һәм ҡапыл гипогликемия булғанда нормаль үлсәмдәрҙән артҡан Ҙурайырға мөмкин Төп ауырыуға ҡарап ҙурайырға мөмкин Бәләкәсәйгән Ҙурайған
Күҙҙәр Күҙ алмалары тонусы төшкән Күҙ алмалары тонусы нормаль Күҙ ҡаралары тарайған, күреү һәләте төшкән Күҙ ҡаралары киңәйгән Күҙ ҡаралары киңәйгән Үҙенсәлектәрһеҙ
Ҡан Гипергликемия, гиперкетонемия, лейкоцитоз Гипогликемия, саҡ ҡына лейкоцитоз Ацидоз, азотемия, анемия Гипохлоремия, лейкоцитоз, алкалоз Гипербилирубинемия, ҡайһы берҙә азотемия Гипохлоремия, гипергликемия юҡ
Бәүел Гликозурия, ацетонурия, сағыштырмаса юғары тығыҙлыҡ Шәкәр һәм ацетон юҡ Полиурия, гипоизостенурия, аҡһым бар, наҡыҫ һыҡра ултырмаһы Олигоурия, анурия Үт пигменттары, уробилин, лейцин һәм тирозин кристалдары Ацетон, ацетоуксус кислотаһы, глюкозурия юҡ

Гормональ препараттарҙы артыҡ күп ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән кома

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тиреотоксик кома (лат. coma thyreotoxicum) — ҡанда тиреоид гормондарҙың ҡырҡа артыуына бәйле кома.
  • Гипогликемик кома (лат. coma hypoglycaemicum) — ҡанда глюкоза күләменең ҡапыл түбәнәйеүенә бәйле аңды өлөшләтә йәки тулыһынса юғалтыу; ғәҙәти булмаған инсулинотерапия ваҡытында һәм гормональ-актив инсулинома ваҡытында күҙәтелә. Гипогликемияның хәбәрселәре — асығыу тойғоһо, һалҡын тир, артериаль баҫымдың түбәнәйеүе, тахикардия, ярһыу, йән көйөү, сәбәләнеү, ҡулда йәки бөтә тәндә ҡалтырау. Ләкин препараттарҙы йәки инсулин аналогтарын ҡулланғанда хәбәрселәр булмауы ихтимал — кома тартышыуҙан, тирләү ҙән башлана, аң тиҙ һүнә.

Токсик комаларға (coma toxicum) экзоген ағыу тәьҫирендә йәки бауыр етешмәүсәнлеге йәки бөйөр етешмәүсәнлеге, токсикоинфекциялар, панкреатит, төрлө йоғошло ауырыуҙар ваҡытында эндоген ағыуланыу менән бәйле кома инә.

  • Алкоголь комаһы (лат. coma alcoholicum) — алкоголь менән ағыуланыуға бәйле кома.
  • Барбитур комаһы (лат. coma barbituricum) — барбитур кислотаһы сығарылмалары (фенобарбитал, люминал) менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә кома.
  • Һөрөм комаһы — һөрөм газы менән ағыуланыуға бәйле кома.
  • Ваба комаһы (лат. coma choleraicum) — ваба ваҡытында һыу-электролит балансы боҙолоу менән бергә бактериаль токсиндар менән ағыуланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән кома.
  • Эклампсия комаһы (лат. coma eclampticum) — эклампсия өйәнәге ваҡытында үҫешә торған кома.
  • Гиперосмоляр кома (лат. coma hyperosmolaricum) — ҡан плазмаһының осмотик баҫымының ҡапыл күтәрелеүенә бәйле кома. Юғары гипергликемия фонында, ҡағиҙә булараҡ, юғары кетонемияһыҙ (йышыраҡ икенсе типтағы шәкәр диабеты ваҡытында) барлыҡҡа килә.
  • Гиперкетонемия комаһы (лат. coma hyperketonaemicum) — Организмда кетон есемдәр (ацетон, ацетоуксус һәм бета-оксимай кислоталары) тупланыуға бәйле диабетик кома.
  • Гиперлактацидемик кома (лат. coma hyperlactacidaemicum) — кома, ҡағиҙә булараҡ, шәкәр диабеты арҡаһында ҡанда һөт кислотаһы күләменең кинәт артыуы менән аңлатыла. Синонимы: лактацидотик кома (лат. coma lactatacidoticum).
  • Бауыр комаһы (лат. coma hepaticum) — бауыр етешмәүселеге нең сикке дәрәжәһенә бәйле кома
  • Уремия комаһы (лат. coma uraemicum) — бөйөр етешмәүселегенә бәйле кома.

Гипоксик кома (лат. coma hypoxicum) — туҡымаға кислородтың етерлек килмәүе йәки тын алыу ферменттарының блокировкаһы һөҙөмтәһендә күҙәнәктәр һулышының кәмеүе менән бәйле кома. Синонимы: аноксик кома (coma anoxicum). Айыралар:

  • Гипоксемик кома — кислородтың тыштан етерлек кимәлдә килмәүенә (гипобар гипоксемияһы, быуылыу) йәки анемиялар ваҡытында ҡан менән кислород транспортының боҙолоуына бәйле кома.
    • Анемия комаһы (лат. coma anaemicum) — ауыр анемия менән бәйле гипоксик кома.
    • Астматик крма (лат. coma asthmaticum) — бронхиаль астма өйәнәге ваҡытында йәки астматик хәл һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән кома.
  • Респиратор кома (лат. coma respiratorium) — тышҡы һулыштың етмәүе менән бәйле гипоксия комаһы. Үпкәләрҙә газ алмашыныуының гипоксия ғына түгел, гиперкапния менән бәйле декомпенсацияланған ацидозға ла бәйле һиҙелерлек боҙолоуы һөҙөмтәһендә тын алыу етешмәүсәнлеге ваҡытында үҫешә. Синонимдары: респиратор-ацидотик кома (лат. coma respiratorium acidoticum), респиратор-церебраль кома (лат. coma respiratorium cerebrale).

Электролиттарҙы, һыуҙы һәм энергетик матдәләрҙе юғалтыуға бәйле кома

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ас кома (лат. coma famelicum) — ҡапыл асыҡ күренгән алиментар дистрофияла үҫешеүсе кома. Синонимы: алиментар-дистрофик кома (лат. coma alimentodystrophicum).
  • Гемолитик кома(лат. coma haemolyticum) — Киҫкен массив гемолизға бәйле кома.
    • Тапма комаһы (лат. coma malariale) — тапма ауырыуы осрағында гемолитик кома, тапма пароксизмы ваҡытында үҫешә.
  • Хлорпеник кома (лат. coma chlorpenicum) — организмдың хлоридтарҙы ныҡ юғалтыуына бәйле кома, мәҫәлән, ҡоҫҡан, эс киткән ваҡытта. Синонимдары: гипохлоремик кома(лат. coma hypochloraemicum), хлоргидропеник кома (лат. coma chlorhydropenicum).
  • Гипертермик кома (лат. coma hyperthermicum) — организмдың эҫе ҡабыуы арҡаһында кома. Синоним — эҫе һуғыу.

Ауырыуҙың билдәләре һәм ағышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кома — көтмәгәндә (ҡапыл тиерлек), тиҙ (бер нисә минуттан 1-3 сәғәткә тиклем) һәм яйлап бер нисә сәғәт йәки көн эсендә (команың яй үҫеше) үҫешә ала. Практик яҡтан билдәле бер өҫтөнлөктәргә коматоз хәлендәге прекоманы һәм 4 дәрәжәле ауырлыҡты (үҫеш стадиялары) күҙ уңында тотҡан классификация эйә.

Аңлауҙың боҙолоуы буталыу, уртаса иҫәңгерәү менән билдәләнә; йышыраҡ тотҡарланыу, йоҡо баҫыу йәки психомоторлы ҡуҙғыу күҙәтелә; психотик хәлдәрҙең булыуы ихтимал (мәҫәлән, токсик, гипогликемия комаһында); маҡсатлы хәрәкәттәр тейешле кимәлдә йүнәлтелмәй; вегетатив функциялар һәм соматик статус төп һәм башҡа сирҙәр характерына һәм ауырлығына тап килә, бөтә рефлекстарҙа һаҡланып ҡалған.

Һиҙелерлек иҫәңгерәү, йоҡо килеү, көслө ҡуҙғытҡыстарға реакцияларҙың тотҡарланыуы; сирле кеше ҡатмарлы булмаған хәрәкәттәр яһай, һыуҙы һәм шыйыҡ аҙыҡты йота ала, түшәктә үҙ аллы борола, ләкин уның менән бәйләнеш ярайһы уҡ ауыр; мускулдар тонусы күтәрелгән; күҙҙәр ҡараһының яҡтылыҡҡа реакцияһы һаҡланған, йыш ҡына ҡылыйлыҡ күҙәтелә, тире рефлекстары һүлпәнәйгән һәм башҡалар.

Тәрән йоҡо, сирле менән бәйләнеш юҡ; ауыртыуға реакцияларҙың ҡапыл юғалыуы; һирәк үҙенән-үҙе хәрәкәттәрҙең координацияһы юҡ; һулыштың патологик төрҙәре билдәләнә (шаулы, стридороз, Куссмауль, Чейн—Стокс һ.б., йышыраҡ гипервентиляцияға тенденция менән; мускулдар дистонияһы, күҙ ҡараларының тарайыуы, айырым мускулдарҙың фибрилляцияһы күҙәтелә.

III дәрәжәле кома (йәки "атоник" кома)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аң, ауыртыуға реакция, корнеаль рефлекстар юҡ; йыш ҡына миоз күҙәтелә, күҙҙәрҙең яҡтылыҡҡа реакцияһы юҡ; һеңер рефлекстары һәм мускулдарҙың тонусы диффуз кәмегән (ваҡыты-ваҡыты менән локаль йәки бөтә организмдың тартышыуы мөмкин); бәүел бүлеп сығарыу һәм тәндең дефекацияһы үҙенән үҙе бара, арготераль ҡан баҫымы түбән, тән температураһының төшөүе күҙәтелә.

Тулы арефлексия, мускулдар атонияһы; мидриаз; гипотермия, үҙенән-үҙе тын алыш туҡтап, артериаль баҫымдың ҡапыл түбәнәйеүе менән үлемгә килтергән оҙонса мейе функцияларының тәрән боҙолоуы.

  1. Справочник по оказанию скорой и неотложной помощи